Ейәнсураларҙы ни борсой?10.03.2017
Район ҡоролтайы ултырышында ауыл биләмәләрендәге ҡоролтай ағзалары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәктәп директорҙары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм төбәк тормошона, халҡыбыҙҙың киләсәгенә, мәҙәниәтенә, рухиәтенә битараф булмаған рухлы, әүҙем кешеләр ҡатнашты. Ҡоролтайға килгән һәр кемде “Һөнәрмәндәр һаҡлай халҡым рухын” тип аталған күргәҙмә ҡаршыланы. Унда район ағинәйҙәренең бәйгеләрҙә еңеүгә өлгәшкән ҡул эштәре – дебет шәлдәр, һаҡалдар урын алғайны.
Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов ошо төбәктә мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Район мәғариф бүлегенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Илфат Бирҙеғолов туған телде уҡытыу мәсьәләләренә туҡталды. Аҡһаҡалдар ҡоро башы Марат Түләбаев сығышында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 тулыу айҡанлы райондың арҙаҡлы шәхестәрен билдәләү тәҡдимен еткерҙе, яҡташыбыҙ, билдәле шәхес Юныс Бикбовҡа район үҙәгендә бюст асыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев иһә эскелек, эшһеҙлек һәм демография кеүек айырыуса борсолоу тыуҙырған мәсьәләләргә ҡағылды, халыҡты район хакимиәте тарафынан тормошҡа ашырылған мәшғүллек программаларында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Яңы Себенленән ҡоролтай ағзаһы Хөрмәт Ғайсинды заманында үҙенең, балаларының, ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренең дә туған телдә уҡый алмауы борсоуға һала. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әүәлге рәйесе Рәшит Иҙрисов, Абҙан ауылы аҡһаҡалы Миҙхәт Байназаров та ултырышта мөһим тәҡдимдәр индерҙе, йәштәрҙе йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә Башҡорт хөкүмәтенең беренсе рәйесе Юныс Бикбовҡа – Өфө ҡалаһында һәйкәл, район үҙәге Иҫәнғолда бюст урынлаштырыуҙы хәл итеү, район тарихына, уның күренекле шәхестәренә арналған мәҡәләләр, сығыштар әҙерләргә, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү эшен дауам итергә, район кимәлендә “Ауылдарыбыҙҙың күренекле шәхестәре” акцияһын иғлан итеү эш планына индерелде.


Вернуться назад