Әсә теле бер булыр10.03.2017
Әсә теле бер булыр “Көндәлек тормошта беҙ йыш ҡына үҙебеҙ һөйләшкән телде йәки телдәрҙе тәбиғи күренеш кеүек ҡабул итәбеҙ. Ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә телебеҙ – тормош-көнкүрешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул фекерләү, тәртип һәм йәшәйешебеҙ рәүешенә әйләнә, шуға күрә беҙ уның төп функцияһын – нәҡ ошо аралашыу сараһы булыуын онотоп ебәрәбеҙ. Туған тел – әйләнә-тирә мөхитте танып белеүҙә һәм дуҫтар, класташтар менән аралашыуҙа ярҙам ҡоралы. Ул – сабыйлыҡ, изге ғаилә тәжрибәһе, башланғыс социаль мөнәсәбәттәр теле.
Донъяла 6000-дән ашыу телдә һөйләшәләр. Уларҙың һәр береһе ауаз, мәғәнә һәм грамматик ҡағиҙәләрҙең ҡатлаулы системаһынан ғибәрәт. “Халыҡ-ара туған тел көнөндә барлыҡ телдәр ҙә бер тигеҙ дәрәжәлә таныла, сөнки һәр береһе – кеше һәләтен асыу сараһы һәм беҙ һаҡларға тейеш тере мираҫ”. Был юлдар ЮНЕСКО-ның генераль директоры Коитиро Мацуураның “Әсә теле бер булыр” тигән мөрәжәғәтенән. Кешенең бөтә ғүмере, йәшәйеше тел менән бәйле. Ул – кешенең тыуғандан алып һуңғы көнөнә ҡәҙәр айырылмаҫ юлдашы, сөнки бишектә ятҡанда уҡ ул үҙенсә төрлө ауаздар сығарып, үҙенсә “һөйләшеп”, тирә-яҡтағыларҙы үҙенә йәлеп итә. Тора-бара мәғәнәле һүҙҙәр ҙә ҡуллана башлай, “теле асыла”. Ата-әсәһенә, олатай-өләсәһенә, туғандарына эйәреп тамам һөйләшергә өйрәнә. Был – баланың тел ярҙамында тирә-йүнде танып белергә ынтылыуы. Ә мәктәпкә килгәс сит телдәрҙе лә өйрәнә башлай. Был инде уның донъяға ҡарашын да үҙгәртә. Әҙәби телдә матур итеп һөйләшә белеү мәҙәниәтле кешенең матур сифаты икәненә төшөнә.
Тел үҙенең көс-ҡеүәте менән кешеләр араһында төрлө мөнәсәбәттәр тыуҙырырға ла һәләтле. Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел, ти халыҡ мәҡәле. Телдең тарихи күренеш икәнен барыбыҙ ҙа белә. Ул борондан уҡ кешеләрҙең төрлө эш башҡарғанда үҙ-ара фекер уртаҡлашыуы һөҙөмтәһендә тыуған, дәүерҙәр барышында камиллашҡан, үҙгәргән.
Хәҙер бер нисә тел белеү – заман талабы. Беҙ, үҙебеҙҙеке менән бер рәттән, рус телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Инглиз теле буйынса ла башланғыс кластарҙа уҡ дәрестәр индерелә башланы. Боронғо ата-бабаларыбыҙ ҙа бер нисә тел белеүҙе башҡа милләттәр менән аралашып йәшәү өсөн кәрәкле ысул тип һанаған. Күреп торабыҙ: төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ йәшәй, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бергәләп күңел аса, байрам итә. Һәр халыҡтың туған теле, милли кейеме, ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙенә генә хас матур йырҙары, бейеүҙәре бар. Үҙем бөтөн донъяға тары кеүек һибелгән башҡорт халҡының бер бөртөгөмөн. Күп һынауҙар аша үткән бай тарихлы башҡорт телемдә һөйләшә алыуыма сикһеҙ ҡыуанам. Эйе, хәҙер күптәр: “Башҡорт телен өйрәнеү нимәгә кәрәк ул? Уның менән ҡайҙа барып була?” – ти. Әйҙәгеҙ әле Саҙри Мәҡсүдиҙең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Телебеҙҙе өйрәнеүҙән туҡтаған көйө беҙ бөтә башлаясаҡбыҙ. Беҙҙең бер милләт булып тора алыуыбыҙ телебеҙҙе һаҡлай алыуыбыҙға бәйлелер”. Был һүҙҙәр, әлбиттә, башҡорт теленә генә ҡағылмай, шулай уҡ татар, мари, сыуаш, ҡыҫҡаһы, барса милләттәр өсөн мөһим.
Эйе, әсә теле бер булыр. Ул беҙгә әсәйебеҙҙең күкрәк һөтө аша “изге ҡан” булып керә. Балаға, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсә – иң яҡын кеше. Аҡ биләүҙә ятҡан сағыбыҙҙан уҡ ҡулдарына алып наҙлы һүҙҙәре менән “балам, сабыйым, бәләкәсем” тип беҙгә өндәшә. Беренсе һүҙебеҙ ҙә – “әсәй”. Шуға ла бит һәр халыҡ үҙ телен “Әсә теле” тип атай.
Башҡорт теле – дәрәжәле телдәрҙең береһе. Башҡортса белгән кеше өс тиҫтәнән артыҡ төрки халҡы менән еңел аралаша һәм аңлаша ала. Үҙ башҡортобоҙ араһында, башҡорт теле ниңә кәрәк ул, тиеүселәр булһа ла, телебеҙҙе сит илдәрҙән килеп махсус өйрәнгәндәр шаҡтай. Шулар араһында АҠШ, Ҡытай, Вьетнам, Германия кеүек илдәрҙән дә кешеләр бар. Башҡорт телен өйрәнеү улар өсөн төрки телдәргә, төрки халыҡтарға сығыу, тарихты, тел үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн кәрәк икән.
Арабыҙҙа һүҙҙәрҙе боҙоп йә иһә кәрәкһеҙгә башҡа телде файҙаланып һөйләшкәндәр йыш осрай. Былай булһа, 20 – 30 йылдан нимә ҡалыр? Бигерәк тә башҡорт балаларының ата-әсәһенә “мама, папа” тип өндәшеүе хафаландыра. Ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр, бала “мама йәки мам” тиеүгә, әсәләре башҡортсалап: “Ни булды, балам (ҡыҙым, улым)?” – тип яуап бирә. Был нимә? “Әсәй, әсәйем, әсәкәйем” тип әйтеү ҡолаҡҡа ятышлыраҡ түгелме һуң? Ғалимдар ҙа, бала менән үҙ телеңдә аралашҡанда әсә менән сабый араһындағы эске тойомлау, йөрәк йылыһы менән һуғарылған күренмәҫ ептәр ныҡ була, тип иҫәпләй. Балаларыбыҙға ҡарата енәйәт ҡылабыҙ түгелме, үҙ телебеҙҙән мәхрүм итәбеҙ бит уларҙы.
Бәләкәй саҡтан уҡ өйрәнгән әсә теле хистәрҙе уята, йән аҙығы бирә. Туған телебеҙҙә күпме халыҡ йырҙары, әкиәттәр бар. Әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен үҙ телебеҙҙә уҡыуҙан күпме рухи ләззәт алыу мөмкинлеге тыуа. Уны белһәк һәм хөрмәт итһәк кенә башҡа телдәрҙе лә ихтирам итербеҙ.


Вернуться назад