Яҡташым, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың һәр шылтыратыуын көтөп алам. Һирәк аралашҡанға түгел, ә уның әүҙем эшмәкәрлеге менән тағы ниндәй ҙә булһа тарихи, мәҙәни сара үткәрелеүе тураһында хәбәрҙар булғым килгәнгә. Тынғыһыҙ ир-егет, яугир һәр һүҙен ғәмәле менән раҫлап тора. Бына әле яңыраҡ ҡына Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан башҡорт, татар, урыҫ милләтле халыҡтарҙы йыйып, хәтер кисәһе ойошторҙо. “Яҡташтар” мәҙәни үҙәгенең башҡорт бүлеге етәксеһе булараҡ, кешеләрҙе йәлеп итеү, Рәми Ғарипов ижадына арнап күргәҙмә эшләү, уның әҫәрҙәре менән таныштырыуҙы ойоштороуҙы ла Мәхмүт үҙ өҫтөнә алған. Ростов өлкәһенең социаль-сәйәси коммуникациялар идаралығы ярҙамында үткәрелгән был байрамға илленән ашыу яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ килгән. Ә бит ҡасандыр шағир үҙе лә башҡорт атлылары эҙенән был яҡтарҙа булып киткән...
Сараны асып, мәҙәни программалар үҙәге етәксеһе Михаил Мун әҙәбиәт, ижад донъяһы хаҡында ғына һөйләп ҡалмайынса, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡып ишеттергән. Дөрөҫөн әйткәндә, был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булғандыр, сөнки корей милләте вәкиле башҡортса шиғыр уҡыр тип берәү ҙә уйламағандыр. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Мәхмүт оҙаҡ көттөрмәне, ул сығышының видеояҙмаһын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәсми төркөмөнә һалды. Теләге булғандар инеп ҡарай ала.
Рәми Ғариповтың исеме – бөгөн ватан һәм милли асыл өлгөһө. Шуға күрә байрамға йыйылған халыҡтың тыуған яғы хаҡында иҫенә төшөрмәүе мөмкин дә түгел ине. Сығышы менән Ейәнсура районынан булған Владимир Буйдаков кисәнең “Тыуған яҡ тураһында һүҙем” өлөшөндә “Башҡортостан” шиғырын уҡыған. Шул уҡ шиғырҙың урыҫса вариантын Көньяҡ федераль университетының механика-математика факультеты студенты Фәдис Әлетдинов ятлаған. Уларҙың ялҡынлы сығышы, әйтерһең, байрамға Рәми ағайҙың рухын алып ингән. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе шағирҙың шиғырҙарын башҡорт телендә генә һөйләп ҡалмаған, ә И. Измайлов, Ғ. Шафиҡов, Я. Серпин, А. Хөсәйенов тәржемә иткән урыҫ варианттарын да яңғыратҡан.
Рәми Ғариповты иҫкә алғанда туған тел хаҡында хәтергә төшөрмәү мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Шуға күрә ойоштороусылар кисәнең икенсе өлөшөн “Туған тел хаҡында һүҙем” тип атаған да инде. Дәүләкән районының Мәкәш ауылы ҡыҙы Флүрә Мөфтәхова башҡортса аралашыуҙың әһәмиәте тураһында ғына әйтеп ҡалмаған, ә “Туған тел” шиғырын халыҡ иғтибарына тәҡдим иткән. Бер ҡараһаң, ҡыҙыҡ та тойола: ситтә йәшәгән милләттәштәр башҡорт теленең әһәмиәтен яҡшыраҡ аңлай, уның ҡәҙерен нығыраҡ тоя булһа кәрәк! Рәхмәт уларға ошо фиҙакәрлеге өсөн!
Туған тел темаһын сығышы менән Учалы районынан булған Гөлнур Акулова “Аманат” шиғыры менән дауам иткән, ә Альбина Ҡанбәкова ошо уҡ шиғырҙы урыҫса уҡыған.
Кисәнең өсөнсө “Ҡурай тураһында һүҙ” өлөшөндә Мәхмүт Сәлимов ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙландың 922 йылда башҡорт ерҙәрендә булып китеүе, халыҡтың торна хаҡында ҡурайҙа көйҙәр уйнауы тураһында һөйләгән. Байрам ҡунағы Владимир Буйдаков ҡурайҙа уйнап ишеттергән, шағир шиғырына яҙылған “Ай-һай, Салауат” йырын да башҡарған, ә Эльвина Баһауетдинова әҙиптең “Ҡурай”, Рәйсә Батҡаева – “Салауат хаҡында баллада”, Елена Зарипова – “Таш сәскә”, “Һабантурғай”, ә Фәдис Әлетдинов менән Альбина Ҡанбәкова, йәнә сәхнәгә сығып, ошо уҡ шиғырҙарҙың урыҫса тәржемәһе менән таныштырған. Кисәлә Салауат Юлаевты иҫкә алыу бик урынлы булған, минеңсә, сөнки милли батырыбыҙ азатлыҡ, иман символы ғына түгел, ул – Башҡортостан символы. Йәнә лә Рәми Ғарипов та сығышы менән ошо райондан. Әҙип шиғырына яҙылған “Минең йондоҙом” йырын Дамир Сәлимов, Павел Кучеренко, Владимир Буйдаков составындағы “Февраль” төркөмө башҡарған. Мәктәп уҡыусыһы Әниә Акулованың бейеүе лә байрамға йәм өҫтәгән.
...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дауламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Кем генә белмәй икән халыҡ шағирының ошо шиғырын? Сараны ойошторған Мәхмүт Сәлимовтың байрамды тап ошо әҫәрҙе уҡыу менән тамамлауы, әлбиттә, юҡҡа түгел. Ул уны 1977 йылдың 19 февралендә, йәғни яҡты донъя менән хушлашырға бер көн ҡалғас яҙа.
Бына бит, күрәһегеҙме, ниәтләгәс, теләгәс, ниндәй рухи тантана ойошторорға мөмкин икән! Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ теле менән дә мөрәжәғәт итә шағирҙың рухы – Тыуған илгә һөйөү телгә мөнәсәбәттән, берҙәмлектән башлана, тип әйтә төҫлө ул беҙгә.