Умартасылыҡ музейы асыла10.03.2017
Умартасылыҡ музейы асыла Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһындағы “Башҡортостан” милли паркында Умартасылыҡ музейы асыла. Парк директоры Владимир Кузнецов яңы проект тураһында һөйләне.
Әле парк хакимиәте эргәһендә ағас бина һалынған. Башҡа умартасылыҡ музейҙарынан айырмалы, әлегеһе интерактив буласаҡ, йәғни килгән кешегә умарталағы күстең йәшәйеше, биологик үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкин­леге бирелә. Экспозицияны биҙәү өсөн урындағы халыҡтан умартасылыҡ менән бәйле ҡыҙыҡ һәм уникаль экспонаттар — солоҡсолар ҡулланған ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ ҡабул ителә.
Умартасылыҡ музейы кеүек объекттар асыу республикабыҙға 2021 йылда 47-се “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреү хоҡуғын алыу мөмкинлеген тағы ла арттырасаҡ, тигән фекерҙә “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре.


Вернуться назад