Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығында10.03.2017
Башҡортостанда Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы башланды, ул 16 мартҡа тиклем дауам итә. Был сара белем биреү акцияларынан тора, маҡсаты – балаларҙа һәм өлкәндәрҙә бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы барышында өлкәндәр һәм балалар араһында артыҡ ауырлыҡты иҫкәртеүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре менән “Нефро-лига” ойош­маһы ағзалары кисә Бөтә донъя бөйөр көнөнә арналған сәләмәтлек акцияһын республиканың сауҙа үҙәктәрендә, мәктәптәрҙә, медицина учреждениеларында уҙғарҙы.
“Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы” социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт биреүҙән башланды, иртәгә Өфөләге “Мега” сауҙа-күңел асыу комплексында “Бөтә кешеләргә сәләмәт бөйөрҙәр” акцияһы ойошторола. Нефрологтар балаларҙа һәм өлкәндәрҙә бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса халыҡ өсөн бушлай консультациялар уҙғарасаҡ. Кардиологтар менән кәңәшләшергә, анкета тултырыуҙа ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.
Белгестәр бөйөрҙәрҙе сәләмәт тотоу өсөн бер стакан һыу эсеү кеүек ябай ысул тәҡдим итә. Ҡатнашыусыларға акция символикаһы менән календарҙар, беләҙектәр һәм магниттар бүләк итеү ҡаралған. Әңгәмә барышында табиптар тән ауырлығын нормаға килтереү, бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртеү һәм сәләмәт ғәҙәттәр булдырыу буйынса кәңәш бирәсәк. Улар араһында – физик әүҙемлекте арттырыу, етәрлек кимәлдә һыу эсеү, тоҙ ҡулланыуҙы сикләү, тәмәке тартыуҙан баш тартыу, артериаль ҡан баҫымын контролдә тотоу.
“Нефро-лига” ойошмаһы ағзалары ирекмәндәр менән бергә Иглин районының Охлебин ауылында балалар йортона барасаҡ. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар “Бөйөрҙәрҙең сәйәхәте” тигән әкиәт ҡарай аласаҡ. Унда балаларға уйын формаһында сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеге һәм бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһында һөйләнеләсәк.
Мәктәп уҡыусылары өсөн һаулыҡты профилактикалау акциялары Өфөнөң белем биреү йорттарында ла уҙасаҡ.
– Быйыл Бөтә донъя бөйөр көнө бөйөрҙәр сиренә һәм һимереү проблемаһына арнала. Күбеһенсә артыҡ ауырлыҡ, шәкәр диабеты һәм гипертония кеүек хәүеф факторҙары бөйөр ауырыуҙарына сәбәпсе булып тора. Өлкән кешеләр менән уҙғарған акцияларыбыҙ барышында барыһын да үҙ һаулыҡтары хаҡында хәстәрлек күрергә саҡырабыҙ. Йыш ҡына даими нигеҙҙә формалашҡан бәләкәй генә сәләмәт ғәҙәт кешенең йәшәү рәүешен үҙгәртә ала, – тине “Нефро-лига” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Юрий Кандалов.


Вернуться назад