Башҡортостандағы район хакимиәттәре урындағы шишмәләрҙе шефлыҡҡа алмаҡсы. Туймазы районында “Шишмәләрҙе бергәләп таҙартайыҡ!” тигән девиз аҫтында “Минең шишмәм” экологик акцияһы башланды. Муниципалитет хакимиәте башланғысы менән саф һыу сығанаҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән сараға бөтә туймазыларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Һәр предприятие, ойошма, учреждение, ғаилә йәки айырым кеше берәй йылғасыҡты шефлыҡҡа алып, уның тирә-яғын төҙөкләндерә, тәртипкә килтерә ала. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре иһә үҙҙәренең шишмәһен Урындағы үҙидара көнөндә таҙартасаҡ.
Акцияға ярашлы экологик аншлагтар һәм мәғлүмәт стендтары конкурсын үткәреү күҙаллана. Бынан тыш, “Шишмәм менән селфи” фотоконкурсы иғлан ителде. Иң төҙөк һәм таҙа һыу сығанаҡтары биләмәләре сағылған фотолар район хакимиәтенең рәсми сайтында, “Туймазинский вестник” гәзитендә донъя күрәсәк, урындағы телекомпания тапшырыуҙарында күрһәтеләсәк. Иң әүҙем экологтарға район һабантуйында бүләк тапшырыласаҡ.