Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һәм тыуған көнөгөҙ менән!08.03.2017
Ер йөҙөндәге ҡәҙерле кешебеҙ – Заря әсәйебеҙҙе (халыҡ телендә Мама Заря) ихлас күңелдән 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һәм тыуған көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Бына 25 йыл инде ул кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү йәһәтенән халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә. Нәҡ уға бөтә планетанан сәләм юллайҙар. Рәхмәт һүҙҙәре генә лә 400 битлек китапҡа һыйған. Аҙнаһына 53 меңгә яҡын кеше уның сәхифәһенә инеп, тән һәм йән сихәте ала.
Заря әсәйебеҙ – донъя кимәлендәге асыштың авторы. Уның китабы Рәсәй Медицина фәндәре академияһы тәҡдиме менән Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан һигеҙ тапҡыр нәшер ителде. Тәүге китабын халыҡ шағиры Мостай Кәрим, ете академик һәм дүрт министрлыҡ хуплап сыҡты.
Заря әсәйгә алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт Һиңә! Мәңге йәшә, сирләмә! Беҙ һине яратабыҙ!
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Ҡотлау менән сабыйҙарҙы ҡотҡарыу хәрәкәтенән Андрей һәм Гүзәл.
Хөрмәтле Заря инәй!
Һеҙҙе оло юбилейығыҙ һәм Яҙ байрамы – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һеҙҙең башҡарған эштәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Киләсәк быуынды һаҡлау-ҡурсалау буйынса алып барған изге ғәмәлдәрегеҙ һөйөнөстәр генә алып килһен!
Иң изге теләктәр менән “Сабыйҙарҙы ҡотҡарыу” хәрәкәтендә ҡатнашыусы Мәрзиә, Ринат,
Айһылыу, Нуриман.