Байрам менән08.03.2017
Учалы районы Уральск ауылының балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәсе Гөлсәсәк Нәбиулла ҡыҙы Йәғәфәрованы (Ғиниәтуллина) ысын күңелдән яҡынлашып килгән 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Гөлсәсәк Нәбиулла ҡыҙы – беҙҙең балаларыбыҙға икенсе әсәй. Бик йомарт, эште урын-еренә еткереп башҡара, кешелекле, шаян – яҡшы сифаттарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Беҙҙең балалар уны бик ярата. Атай-әсәйҙәр хөрмәт итә. Эшен яратҡаны күренеп тора, балалар уның янынан өҙөлмәй. Беҙгә тигеҙ өләшкән йөрәк йылыһы, бөтмәҫ хәстәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ, биргән матур тәрбиәгеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Минең тәрбиәсем тиеп бала ҡыуана,
Ниндәй бәхет бит был донъяла!
Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа – юғала.
Хоҙай ныҡлы сәләмәтлек бирһен,
Ул бит һәр кемгә кәрәк.
Һеҙ һау булһағыҙ, беҙ ҙә шат,
Балаларыбыҙға була терәк.
“Айгөл” балалар баҡсаһының
ата-әсәләр комитеты ағзалары.