Һуңғы ваҡытта илебеҙ буйынса байрам тип аталған көндәрҙең тарихын өйрәнеү һәм уларҙы билдәләргәме-юҡмы тип һығымталар яһау ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бигерәк тә беҙҙең милләткә хас күренеш был. Был, бәлки, милләтебеҙҙең дини яҡтан белеме камиллаша башлауына ҡайтып ҡалалыр?! Хәйер, мәҫәлән, 14 февраль – Ғашиҡтар көнөн, хатта 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөн дә инҡар итеүселәр табылды. Уның ҡарауы, Халыҡ-ара туған тел көнөн байрам итәбеҙ. 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде. Ә шулай ҙа 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тәңгәлендә уйланырға урын бар. Күптәр уны яҙ, матурлыҡ, мөхәббәт байрамы булараҡ ҡабул итергә өйрәнгән, сөнки донъя биҙәге ҡатын-ҡыҙға бәйле икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуға күрә лә был байрамдың тарихы тураһында яҙып үтеү урынлы булыр был осраҡта. Был көндө тотош планета байрам итә тиһәң дә була. Тағы ла уны ҡатын-ҡыҙға, донъяны ҡотҡарыр матурлығына, аҡылына, нәзәкәтлелегенә баш эйеү тип иҫәпләйҙәр.
Был байрам беҙҙең эраға тиклемге I быуатта Боронғо Рим йолаларына тап килә. Бөйөк Юпитерҙың ҡатыны алиһә Юнона ҡулында ҙур хакимлыҡ һәм шул арҡала ҙур мөмкинлектәре була. Уның исемдәре лә күп булған: Юнона-Календария, Юнона-Монета, Юнона-Люция (“яҡтылыҡ”)... Ул кешеләргә һәйбәт һауа торошо, уңыш, байлыҡ биргән һәм һәр йылды шулай башлап ебәргән. Ә шулай ҙа рим ҡатын-ҡыҙҙары күберәген Юнона-Люцияға табынған, сөнки ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалаған, бигерәк тә бала тапҡан ваҡыттарында. Ул бөтә йортта ла изге һаналған, йәштәр өйләнгәндә йәки бала табыр ваҡытта уға хәйер биргәндәр.
Рим халҡының ҡатын-ҡыҙҙары өсөн иң шатлыҡлы байрам 1 мартта булған, сөнки ул көн ошо алиһәгә бағышланған һәм Матрона тип аталған. Ул көн барыһы ла байрам иткән, матур итеп кейенгән кешеләр Юнона-Люция ҡорамына барып сәскә, венок һалғандар, улар шулай үҙҙәренең алиһәһенә ғибәҙәт ҡылған, хәйер итеп сәскә биргән. Был көн тағы ла шуныһы менән үҙенсәлекле: ҡол ҡатын-ҡыҙҙар эштән бушатылған, ә уларҙың эштәрен ҡол ирҙәр башҡарған. Ә йәмғиәттәге ирҙәр әсәйҙәренә, ҡатындарына, ҡыҙҙарына бүләк биргән.
Ул байрам тора-бара 8 Март тәңгәленә барып баҫа. Һәр хәлдә, хәҙерге заманда ошо көн байрам һанала. Байрамдың был тарихы XIX быуатҡа барып тоташа, һәм ул ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө булараҡ билдәлелек ала. Тап 1857 йылдың 8 мартында Нью-Йоркта тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикаһында эшселәрҙең манифестацияһы үтә. Улар унда ун сәғәтлек эш көнөн һәм ирҙәр менән тигеҙ эш хаҡы алыуҙы талап итә. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар тәүлегенә 16 сәғәт эшләгән һәм хеҙмәт хаҡын әҙ генә алған. Шул ваҡыттан һуң ҡатын-ҡыҙ профсоюздары барлыҡҡа килә һәм уларға һайлау хоҡуғы бирелә башлай.
Тик 1910 йылда ғына Копенгагенда үткән Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында ҡатнашҡан Клара Цеткин тарафынан Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын 8 мартта билдәләргә тәҡдим ителә. Был иһә бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙарын үҙаллылыҡты һәм ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡты даулап көрәшеүгә саҡырыу була. Һәм бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙары уны ишетә лә инде, улар хеҙмәт өсөн хоҡуҡҡа, үҙҙәренә тигеҙ ҡарашҡа лайыҡлы икәндәрен иҫбатлау һәм ерҙәге тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҡушыла.
Был байрамды 1911 йылдың 19 мартында беренселәрҙән булып Австрия, Дания, Германия, Швейцария билдәләй. Ҡала урамдарына миллионлап кеше сыға һәм “Социализм көрәшендә көстәрҙе беректереү өсөн – эшселәргә һайлау хоҡуғы” тигән лозунг менән манифестация үткәрәләр. Ә Рәсәйҙә иһә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн беренсе тапҡыр Петербургта 1913 йылда билдәләйҙәр. Ойоштороусылары ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисади һәм сәйәси тигеҙлегенә өлгәшеүгә саҡыра. Шулай уҡ 1917 йылдың 7 мартында Петроградта ҡатын-ҡыҙҙар тарихтағы иң ҙур сығыштарҙың береһен уҙғара. Ә инде 1976 йылда был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан “Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө” итеп рәсми рәүештә ҡабул ителә. Шулай итеп, был көн бөтә донъя эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше хөрмәтенә булдырыла.
Тарихҡа йәнә күҙ һалһаҡ, бик күп сығанаҡтарға тап булабыҙ. Шуларҙың тағы ла бер ҡыҙыҡлыһы Эсфирь хаҡындағы риүәйәттән алынған. Бынан 2400 йыл элек ул үҙенең халҡын ҡурҡыныс фажиғәнән ҡотҡарып алып ҡала. Шуға ла йәһүдтәрҙең Пурим исемле байрамы аҡыллы ҡатын Эсфиргә бағышлана. 480-се йылдарҙа Христостың тыуған көнөнә тиклем вавилондарҙың әсирлегенән ҡотолоп, йәһүдтәр кире Иерусалимға ҡайтырға ирек ала. Ә шулай ҙа бөтә ғүмерҙәрен Вавилонда үткәргән халыҡ кире ҡайтырға ашыҡмай. Йөҙәр мең йәһүд Фарсы империяһында ҡала, һәм улар, эшсе көстәр булараҡ ҡына түгел, күп йәһәттән яҡшы йәшәп китә. Ул илдә йәһүдтәр шул тиклем һәйбәт йәшәй, хатта ваҡытында кем кемде яулап алғанын да онота башлай: фарсылар – Иерусалимдымы, әллә йәһүдтәр – Вавилондымы... Шуға ла бөйөк хаким Ксеркстың бер ярҙамсыһы килеп, уға йәһүдтәрҙең үҙҙәренең дәүләтен баҫып алыуына зарланып һөйләй. Ксеркс уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, бөтә йәһүдтәрҙе лә ҡырырға ниәтләй.
Ксеркстың был ҡурҡыныс уйын яңылыштан ғына ҡатыны Эсфирь белеп ҡала. Ә Эсфирь кейәүгә сыҡҡан ваҡытында үҙенең дә йәһүд милләтенән булғанын йәшергән була. Үҙ милләтенең яҙмышы хаҡында борсолған аҡыллы ҡатын хакимдан үтенеп һорамай, уны икенсе юл менән еңергә була. Хакимды мөхәббәте менән арбай ҙа, уның күңеле йомшарған сағында йәһүдтәрҙе түгел, ә уның дошмандарын ҡырырға һүҙ бирҙертә. Һәм тап хәҙерге календарь буйынса март башында уның ҡарары тарала, ләкин алдан уйланғанса йәһүдтәрҙе түгел, ә уларҙың дошмандарын, йәғни фарсыларҙың үҙҙәрен ҡырырға...
Ике көн тигәндә был ҡарар тормошҡа аша... 75 меңләп фарсы юҡҡа сығарыла, Фарсы империяһы юҡҡа сығыу хәлендә ҡала. Шуға ла йәһүдтәр өсөн был ҙур еңеү байрамы булараҡ таныла. Ә был милләткә йәшәүҙе һәм байрамды уларға аҡыллы ҡатын Эсфирь бүләк итә. Шуға ла был көн улар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булараҡ таныш.
Уйлай китһәң, бындай тарихи ваҡиғалар күп милләттәрҙә лә бар кеүек. Беҙҙең ҡеүәтле илебеҙ ниндәй байрамды рәсми һанай, шул байрамдарҙы ғына ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә бит бар беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ образын кәүҙәләндергән, матурлыҡҡа, сафлыҡҡа, нәзәкәтлеккә дан йырлаған образдар. Кемдәрҙер бында “Ете ҡыҙ”, “Ғилмияза” йәки тағы башҡа образдарҙы миҫал итеп килтерһә, берәүҙәр Урал батырҙағы Һомайҙы ҡулай күрер ине милләтебеҙҙең бер матур байрамын кәүҙәләндереү ниәтендә. Ә олораҡ быуын кешеләре ергә йәшәү биргән Урал батырҙы тыуҙырған, бөйөк эпосҡа баш биргән Йәнбикәне беҙҙең милләттең ҡатын-ҡыҙ байрамының сәбәпсеһе булғанын күрергә теләр ине.
Ә бит ваҡытында бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренә ирек, ирҙәр менән бер тигеҙ хоҡуҡ даулап йөрөгәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла эшселәр сафына баҫҡан, ләкин ирҙәр менән бер тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булһа ла, ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса ирҙе ир итеп, ғаиләлә үҙ урынын белеп йәшәгән. Бөгөнгө көндә лә беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенең булмышында башҡортлоҡто, әсәй-өләсәйҙәр асылын һаҡлап ҡалыуы, әхлаҡи ҡиммәттәргә тоғро булып, тотошлайы менән милләтебеҙҙең үҙаңын, рухын тәрбиәләүе хаҡ. Был йәһәттән беҙгә уйланырға һәм үҙебеҙҙең милләткә хас булған байрам көндәрен булдырырға кәрәклекте күптән әйтә килә йәмғиәтебеҙҙәге аҡһаҡал-ағинәйҙәребеҙ, ләкин, кем әйтмешләй: “Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк”...