Йөҙөң нурлы, күңелең саф...08.03.2017
Ҡатын-ҡыҙ гелән матур булырға тейеш. Уның гүзәллеге иң беренсе күңел донъяһының торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөр­мәт­тә йәшәгән гүзәл зат вәкиленән нур бөркөлөп торор. Бынан тыш, Исламда матур­лыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.
Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөм­кин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матурлығын бил­дәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөм­лөлөгөн арттыра. Хәҙер уны эшләү өсөн ҡором һәм ҡайнатылған һөт ҡулла­налар. Бәғзеләрҙең иһә ҡурғаш ҡушыуы ихтимал, шуға күрә һөрмәне һатып ал­ғанда, составын ныҡлы тикшерергә кәрәк.

Ҡына – онтаҡ хәленә еткәнсе иҙел­гән үлән. Тирене, сәсте, тырнаҡтарҙы буяу өсөн ҡулланыла. Тәбиғи ҡына зарарлы түгел, тәнде яндырмай. Фабрикала етештерелгәненең составында иһә зыянлы химик матдәләр булыуы ихтимал.
Һыу. Быуаттар төпкө­лөн­дә үк, ғәрәп сүллектәрендә һыу етмәһә лә, пәйғәм­бә­ре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм даими пакланып торорға ҡушҡан. “Мосолман таҙа йөрөргә тейеш”, – тигән ул. Һыу тәнде сафландыра, биттең төҫөн яҡшырта, балҡыш өҫтәй.
Зәйтүн майы. Зәйтүн аға­сы Исламда элек-электән изге һаналған. Емеш­тәре һоҡланғыс косметик үҙен­сәлеккә эйә. Майҙы биткә, тән­гә, сәскә һылай­ҙар, эсергә лә мөмкин. Ул тирене шымарта, тырнаҡты нығыта, йәшәртеү үҙенсә­легенә эйә.
Хушбый. “Был донъ­я­ла иң сер­леләре – ҡа­тын-ҡыҙ һәм хушбый”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Гүзәл зат тәмле еҫте иренең кү­ңелен яулау, хистәрҙе яңыр­тыу өсөн ҡуллана. Мосолман донъя­һында концентрациялы хушбый киң фай­ҙа­ла­ныла. Уларҙың составында спирт юҡ, еҫе оҙаҡ һаҡлана.
Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу. Мосолман һаулығына, күңел торошона зыян килтерер аҙыҡты ҡул­ланмай. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙы, әл-хәмдү лил-ләһ, төрлө сир урап уҙа. Өҫтәүенә күңел сафлығы, тормошто, яҡын­дарын яратыу гүзәл затты бәхетле, нурлы йөҙлө итә. Тимәк, уның тормошо ла бәрәкәтле була.


Вернуться назад