Мөнәжәт әйтеүҙе тергеҙҙек08.03.2017
Иҫке Мөхәмәт ауыл мәҙәниәт йорто китапханаһында Мөнәжәт әйтеүселәр ҡоро булды. Осрашыуға ауыл ағинәйҙәре, тәмле-татлы ризыҡтары менән бергә, һандыҡ төптәрендә генә һаҡланған, әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған ҡомартҡыларын – мөнәжәттәрен дә алып килде.
Китапхана мөдире Гөлсирә Сәғито­ва, ҡорҙоң маҡсатын билдәләп, ошолай тине: “Ауылда оло йәштәге кешеләр йылдан-йыл һирәгәйә. Улар менән бергә ҡайһы бер йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә күҙ уңынан китә бара кеүек. Күп нәмәгә ҡараш үҙгәргән тиһәк тә, был донъяла бер кем дә мәңгелек түгел. Мөнәжәт әйтә белгәндәрҙе ошондай бер ҡорға туп­лап, уларҙы тыңлау, әйткәндәренә ҡолаҡ һалыу, йәшерәк быуындарға еткереү күптәнге хыял ине беҙҙең”.
Ағинәйҙәр араһында мәҙәниәт йортона бейергә лә, бәйләргә лә, йырларға ла әүҙем йөрөгәндәр күп. Ошо ҡорға уларҙы ауылдың иң өлкән кешеләре лә дәртләндергән. 80 йәшен быйыл билдәләйәсәк ете бала әсәһе Клара Ғималетдинованың мөнәжәттәрен ҡор һайын тыңларға ризабыҙ, ә 51 йәшлек Илфат Камаевтың бала ғына сағында Сәлихә өләсәһенән отоп алған мөнә­жәте үҙе бер тарихи ҡомартҡы кеүек яңғыраны.
– Һәр эшебеҙҙе хуплап, кәрәкле әҙәбиәтен табып, сигеп-тегеп, беҙҙе үҙе­нең алдынғы идеялары менән рухландырып, ҡанатландырып торған хаҡ­лы ялдағы уҡытыусы, ауылдың ветерандар советын етәкләгән Лида Вәкил ҡыҙының эше баһалап бөткөһөҙ, – ти Иҫке Мөхәмәт мәҙәниәт йорто директоры Гөлшат Вагайцева. – Әллә күпме мөнәжәт йыйҙыҡ, уларҙы көйләп әй­тер­гә өйрәндек, ҡышҡы һыуыҡтан, ки­ҙеүҙән ҡурҡып, йылы өйҙә генә ул­тырыуҙы хуп күргән оло йәштәгеләрҙе өйҙән-өйгә йөрөп саҡырып сыҡтыҡ. Шөкөр, теләгебеҙҙе кире ҡаҡманылар.
Ҡорҙа ауылдың имам-хатибы Әмер­хан Сәғитов та ҡатнашты. Ул мәсеткә йөрөүҙе кәметмәҫкә, өлкән­дәрҙе йәш­тәргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға саҡырҙы.
– Заманында алдынғы коммунист инем. Мәктәптә эшләгәндә лә коллегаларыма ла, уҡыусыларыма ла талапсан булдым. Тура юлдан тайпыл­ғандарға аяуһыҙ булырға ла тура килгәндер. Бөгөн килеп, хәл еткәнсә Ҡөрьән сүрәләрен уҡыйым. Мөнәжәт әйтеүҙе ауылда тергеҙгән өсөн ойош­тороусыларға рәхмәтлемен, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тәнзилә Аҡбулатова.
Ҡор тәмле-татлы ризыҡтар менән сәй табынында дауам иткән саҡта ағинәйҙәр һуңғы арала өйрәнгән бейеү­ҙәрен дә бейеп күрһәтте. Донъялар ғына имен булһын.




Вернуться назад