Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы07.03.2017
Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы Бишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Әле “Мираҫ” фольклор төркөмөнөң, әле вокал түңәрәгенең репетициялары, әле ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы – клуб һәр саҡ гөрләп тора. Мәҙәниәт йортона йыр, театр, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булған һәләтле кешеләр йыйыла. Ана шуларҙың көсө менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә алдынғы урындар яулана, район, республика кимәлендәге күркәм саралар юғары кимәлдә уҙа. Уңыш сере нимәлә? Әлбиттә, мәҙәни ойоштороусы Фәймә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡованың бик матур, эшлекле төркөм туплай алыуында. Бөгөнгө һүҙем ана шул төркөмдөң әүҙем бер ағзаһы, тынғыһыҙ, бар яҡтан да һәләтле, гүзәл зат – Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова тураһында.
Гүзәл килеп инеүе була, клуб эсе йәнләнеп, балҡып китә. Һәр саҡ кәйефе көр, шат тауышлы, алсаҡ ҡатындың йөҙөнән, әйтерһең дә, нурҙар һибелә. Ә инде ҡулдарына килгәндә… Алтын ҡулдар тигәндә, күҙ теймәһен, Гүзәлгә ҡарата ғына әйтелгәндер ул. Нимәләр генә ижад итмәй уның тылсымлы ҡулдары. Сигеү сикһенме, селтәр бәйләһенме йәки ҡашмау-түшелдерек, балитәкле күлдәктәр текһенме – барыһын да ҙур теләк, ихласлыҡ менән башҡара. Төрлө байрам сараларына сәхнә костюмдары тегеү уның өсөн бер ни түгел. Гүзәлдең һәр эше яңылығы, ҡабатлан­маҫлығы менән айырылып тора. Һәр саҡ эҙләнә, башҡаларҙың тәжрибәһен бик оҫта файҙалана. Гәзит-журналдарҙа күрәме, ҡайҙандыр ишетеп ҡаламы – бара, күрә, өйрәнә. Һөҙөмтәлә сираттағы зауыҡлы сәнғәт әйбере донъяға тыуа. Тырыш кеше тырыш инде: Шишмә районына барып, балаҫ һуғырға ла өйрәнеп ҡайтты булдыҡлы ҡатын. Шуныһы ҡыуаныслы: белгәнен сер итеп йәшереп тотмай ул, башҡаларға ла кинәнеп өйрәтә.
Хоҙай Тәғәлә һәләтте йәлләмәгән Гүзәл ханымдан. Тыпырлатып бейергә лә төшөп китә, моңландырып йырҙар ҙа һуҙып ебәрә, спектаклдәрҙә төрлө образдар башҡара. Ә инде скетчтар һөйләһә, тамашасының көлә-көлә хәле бөтә. Шат күңелле, тормоштан һәр саҡ йәм табып йәшәгән Гүзәлгә һоҡланмау мөмкин түгел. Кәрәк икән, кәңәшен дә бирер, күңелеңде ҡырмай ғына етешһеҙлегеңде лә әйтеп ебәрер. Әйткәне хаҡ, төҙәткәне урынлы булыр, сөнки донъя күргән, уның әсеһен-сөсөһөн аҙ татымаған Гүзәл Искәндәрова. Ауырлыҡтар үткән, әммә бирешмәгән, аяуһыҙ һынауҙарҙы йырып сығырға һәр саҡ көс тапҡан, шуға күрә бөгөнгө матур тормошона шөкөр итеп, кинәнеп йәшәй ул.
Ә үткәндәр, ай-һай, еңелдән булмай. “Унынсы класты тамамлағас, пединститутҡа уҡырға кергәйнем, әсәйем сирләп китте. Уҡыуҙы ташлап ҡайтырға тура килде”, – тип хәтерләй Гүзәл. Атаһы элегерәк донъя ҡуйған. Әсәйҙе яҙмыш ҡосағына ташлап булмай инде. Уҡыуҙы ҡорбан итергә тура килә. Өс йыл буйы яратышып йөрөгән һөйгәне менән дә ҡауышып, бергә йәшәү насип булмай. Араға яуыз уйлыларҙың тығылыуы эште харап итә. Ғәйепһеҙ көйө аҡланып маташыуҙы хуп күрмәгән ғорур тәбиғәтле ҡыҙ, бар яҙмышына үс итеп, яратмаһа ла икенсе кешегә тормошҡа сыға ла ҡуя. Шул рәүешле өс балаға ғүмер бүләк итә. Тик үтә лә эсергә яратҡан ир менән балалар үҫтереү мөмкин түгеллеген тормош көндән-көн раҫлап тора. Араларҙы өҙөргә, өс баланы бер үҙенә тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Еңел булмай донъя көтөүҙәре. Береһенән-береһе ваҡ балаларҙы аяҡҡа баҫтырғансы бер юлы өсәр-дүртәр урында алһыҙ-ялһыҙ тир түгә. “Мәктәп ашханаһында аш та бешерҙем, шунда уҡ йыйыштырыусы ла булдым, йәйен-көҙөн сөгөлдөр баҫыуында ла ең һыҙғанып эшләнем”, – тип хәтерләй алыҫ үткәндәрҙе Гүзәл.
Юҡ, һис кенә лә зарланмай ул яҙмышына, сөнки ғүмере бушҡа уҙмаған, үткәрелгән ауырлыҡтар ҡоро көйөк булып ҡалмаған. Баштан үткән һынауҙар мул емеш биргән. Ул емештәр – балаларының тәрбиәле булып үҫеп етеүе, һәр береһенең ғаилә ҡороуы, өҙөлөп “инәй” тип хөрмәт итеүҙәре. Үткәндәре ауыр, әммә бөгөнгөһө матур, ҡыуаныслы. Балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәте ҡосағында йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Гүзәл Искәндәрова матур иркен йорт һалып керҙе. Ҡайһы бер ирҙәрең көнлә­шерлек бөтөн донъяһы бар, ҡош-ҡорто, мал-тыуары етерлек. Емеш-еләген дә, йәшелсәһен дә кинәнеп үҫтерә ул. Йәй көн­дәре ихатаһы сәскәләргә күмелә, уларҙың хуш еҫе әллә ҡайҙарға тарала. Исеменә есеме тигәндәй, Гүзәлдең гүзәллеге бар нәмәлә сағылып, тирә-яҡты биҙәй, нурға күмә.
“Йәшлегемдә рәхәтлек татымаһам да, бөгөнгө матур тормошома шөкөр ҡылам, ҡартлығымда бәхетлемен”, – тип ҡыуана Гүзәл ханым, йөҙө тағы ла нығыраҡ балҡый. Ҡыуаныс нурҙары башҡаларҙы ла нурға сорнай. Гел шулай үҙең дә шатланып, бүтәндәрҙе лә ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.


Вернуться назад