Бөтәһе лә, тимен, гүзәл заттан…08.03.2017
Башҡортостанда 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Улар бөтә халыҡтың 53 процентын тәшкил итә.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 134 гүзәл зат вәкиленә 1 000 ир-егет тура килә. Белгестәр билдәләүенсә, төрлө йәш категорияларында ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы нисбәт төрлөсә. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда әүәлгесә йышыраҡ тыуа (уртаса алғанда 1000 малайға 950 ҡыҙ тура килә). 34 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк итә башлай. 70 йәшлектәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда 2,3 тапҡырға күберәк. Гүзәл заттарҙың ғүмер оҙайлылығы – 76 йыл, ирҙәрҙеке 10 йылға кәмерәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар нигеҙҙә һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, мәғариф (84 процент), сауҙа өлкәһендә, ҡунаҡханаларҙа, ресторандарҙа (68 процент) эшләй. Иҡтисадта мәшғүл булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем кимәле көслө заттарҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ. Уларҙың 34,4 проценты юғары белемле булһа, ир-егеттәрҙең – 21,8 проценты.
Студенттар мөхитендә лә ҡыҙҙар күберәк. Юғары уҡыу йорттарында улар – 54,2, урта звено белгестәрен әҙерләгән мәғариф ойошмаларында 48,2 процентты тәшкил итә.


Вернуться назад