Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙға донъя көтөүе еңелдән түгел. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк уға: ғаилә тормошон да матур итеп алып барырға, эшендә лә алдынғылыҡты бирмәҫкә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә. Ошо сифаттарға эйә гүзәл заттар арабыҙҙа һирәк осраһа ла, бар әле ундайҙар! Гүзәл Әлибаеваны тап шундайҙар рәтенә индерер инем.Татыр-Үҙәк ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ, Сибай медицина училищеһын тамамлағас, Әбүбәкер ауылы егете Фәнискә кейәүгә сығып, ауылда төпләнә. Башта Гүзәл Рахмир ҡыҙы фельдшер булып эшләй, артабан декрет ялынан табип үҙ урынына сыҡҡас, йәш ҡатын бер аҙға эшһеҙ ҡала. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй ул: мәктәп етәкселеге химия һәм биология уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырғас, тәүәккәлләй Гүзәл. Ситтән тороп Сибай институтын тамамлай, Интернет селтәре аша коллегаларының эш тәжрибәләрен өйрәнә, төрлө уҡытыу алымдарын үҙләштерә. Һәр саҡ үҙ өҫтөндә даими эшләгән, яңылыҡҡа ынтылған, заман менән йәнәш атлаған Гүзәл Әлибаева – бөгөн уҡыусыларҙың хөрмәт иткән уҡытыусыларының береһе. Үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән һәр саҡ ярыштарҙа, конкурстарҙа даими ҡатнаша, төрлө эҙләнеү эштәре алып бара.
Быйыл Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәс, уҡытыусы был йүнәлештә башҡарыласаҡ эш планын төҙөп тә ҡуйған. Бигерәк тә ауыл янындағы Ташлы йылғаһының йылдан-йыл кибеп барыуы борсой уны. Шуға күрә яҙ башланғас та, ауыл халҡы һәм уҡыусылар менән бергәләшеп уның ярын таҙартыу эштәрен башҡарыу бурысы тора, ти уҡытыусы. Халыҡтың сүп-сарҙы ғына түгел, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайҙа ташлап китеүҙәренә лә нөктә ҡуйырға ваҡыт. Был тәңгәлдә Гүзәл Рахмир ҡыҙының ауыл Советы депутаты булыуы ярҙам итәсәк. Ауылдың Салауат Юлаев урамында йәшәгән һайлаусылары уны юҡҡа ғына икенсе тапҡыр рәттән үҙ депутаты итеп күрһәтмәгән. Шуға күрә уларҙың проблемаларын да хәл итергә, кәрәк икән, ауыл биләмәһе башлығына еткереү ҙә уның иңендә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ депутат булараҡ, Гүзәл Әлибаеваға ауылдағы эскелек һәм эшһеҙлек тынғылыҡ бирмәй, тап ошо сәбәптәр арҡаһында күпме ғаилә юҡҡа сыға, балалар етем ҡала. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылып, ауылдың социаль йөҙөн яҡшыртыу маҡсатында эш алып бара. Спорт майҙансығын сафҡа индереү буйынса эш башланған, халыҡ әүҙемлек күрһәтһә, был проект, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, тип ышана депутат.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә уңған ҡатын. Йәмәғәте менән өс бала тәрбиәләй, олоғайған ата-әсәһен үҙ яндарына күсереп алып, уларҙы ҡарай.