Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам күптән инде иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелде. Нәҡ һеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә ышаныс һәм татыулыҡ мөхите тыуҙыраһығыҙ, матурлыҡ һәм һөйөү, изгелек һәм наҙлылыҡ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡ сифаттарын кәүҙәләндерәһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе балалар тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә арнайһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөнәри эшмәкәрлектә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ, йәмәғәт эштәре, хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙ, республиканың үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ.
Башҡортостанда ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, ярҙамды тойһон һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, киләсәккә ышаныс менән бағыуығыҙҙы һәм уңыштар теләйем. Эргәгеҙҙә яратҡан кешеләрегеҙ булып, һеҙҙе үҙҙәренең иғтибары һәм хәстәрлеге менән ҡыуандырһын. Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Бәхетле булығыҙ!
Рөстәм ХӘМИТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы.