Юбилей менән!07.03.2017
Юбилей менән!Ҡәҙерле Гөлнәзирә һеңлем, март­тың һылыу серле ҡыҙы! Шаулап-гөрләп ­ ошо яҙғы көндәрҙә һиңә 55 йәш тула. Ә ҡасан ғына әле мин яратып-һөйөп сәстәреңде үрә, бутҡа ашата, күтәреп Димгә һыу инергә йүгерә инем. Ғүмер ағын һыу кеүек шул. Хәҙер инде, шөкөр, һин – тыуған төйәгебеҙ Әлшәйҙә билдәле шәхес – “Башҡортостандың атҡаҙанған­”, “Йыл уҡытыусыһы” тигән исемдәргә, Мәғариф министрлығы грантына, Почет грамоталарына лайыҡ тәжрибәле педагог.
Һарыш ауылы ҡыҙы, күрше Ҡыпсаҡ-Асҡарға кейәүгә сығып, кейәүебеҙ Рәшит Ғәлиғужа улы Ғәлимуллин менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә белем-һөнәр алыуҙа, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иттегеҙ. Ҡыҙығыҙ Гөлназ, үҙеңдең юлдан китеп, байтаҡ йылдар Өфө мәктәптәренең береһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Өс ейәнгә өләсәй һин хәҙер, Гөлнәзирә Аҙнағол ҡыҙы. Ауыл­даштарың ярҙамсыллығың, уңғанлығың, ғәҙеллегең, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙемлегең өсөн дә хөрмәт итә. Беҙ, күп һанлы туғандарың, һинең менән ғорурланабыҙ, сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ.

Изге шишмә кеүек саф күңелең,
Дим һыуылай уйсан, моңлоһоң.
Бар булмышың менән кешеләргә
Яҡты өләшәһең – нурлыһың.

Ҡайһы саҡта дөрләр ут кеүекһең,
Кәрәк икән, ҡуҙҙай түҙемһең.
Ниндәй сағыңда ла матурһың һин,
Ҡәҙерлеһең, ябай, үҙеңһең.

Һинең ихласлыҡты, уңғанлыҡты
Дауам итһен ҡыҙың, улдарың.
Бары шатлыҡ-ҡыуаныстар менән
Көтөп торһон алда йылдарың!

Ғүмер байрамың менән ҡотлап,
туғандарың Юнысовтар, Иҙелбаевтар һәм Даяновтар исеменән
апайың Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.



Вернуться назад