Йәшәү көсө07.03.2017
Йәшәү көсөСовет осоронда йәштәрҙең парлашып илдең төрлө төбәктәренә таралыуы билдәле. БАМ, Ҡаҙағстан… Шул ҡеүәтле илдең тарҡалырға әҙерләнгән йылдарында яҡты хыялдар менән яңыраҡ өйләнешкән Әлфиә һәм Рәмил Хәйбуллиндар ҙа Тажикстанға юллана. Ике йәш педагог килеп урынлашҡас, Әлфиә төп бурысын атҡарһа, ғаилә башлығына заводта эшләргә тура килә. Тик уларҙы сит ер һынауҙары менән көтөп торған була.
Тормоштары матурлана тигәндә генә, килеп төпләнгән ерҙә граждандар һуғышы ҡуба. Инде ике ул үҫтергән ғаилә, сабыйҙары өсөн хәүеф кисереп, тыуған яҡтарына кире юлланырға ниәт ҡыла. Әммә йәштәр атай-әсәй йортона ҡайтып төпләнеүҙе күҙ алдына ла килтермәй. “Үҙебеҙ нигеҙ ҡорабыҙ” тигән ҡарар нығына, ләкин өй һалыу йәки фатир алыу өсөн аҡса күп кәрәк шул. Ҡатын кеше балалары менән Башҡортостанға юлланһа, ире аҡса эшләп тороп ҡала. Тик шуныһы: күпме генә тырышмаһын, хаҡтар сүпрәләй үҫкәндән-үҫә. Ғаилә башлығының да ҡайтыуы кисектерелә килә.
– Был иң ҙур хатабыҙ булды, – тип күҙ йәшен һөртә Әлфиә апай. – Үкенескә ҡаршы, ирем сит ерҙә үлеп ҡалды. Беҙҙең менән ҡайтһа, йән биргәнгә – йүн биргән, бәлки, иҫән булып, матур итеп донъя көтөр инек.
Матур тормош көтөргә, донъя ҡорорға, инде йәшәүгә ынтылыш һүнеп ҡалған һымаҡ, әммә шул саҡ үҙендә көс таба тол ҡатын – нисек тә булһа балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға!
Өлкән улы Камилды Ишембайға уҡырға урынлаштыра, кинйә Радигы үҙе менән бергә була. Тик Тажикстандағы һымаҡ бында ла һынауҙар көтә ғаиләне. Аҡсаһыҙлыҡты, эшһеҙлекте һәм үткән быуаттың 90-сы йылдарында осраған башҡа ҡыйынлыҡтарҙы онотаһы бармы? Әйткәс әйтәйек инде, ҡайтҡанда Әлфиә апайҙың торор урыны ла булмай. Хеҙмәт урыны һәм торлаҡ мәсьәләһен бер юлы хәл итеп, ул Салауат ҡалаһындағы һәм етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп-интернатҡа эшкә урынлаша.
Бында яҙмыштары тарафынан йәберләнгән сабыйҙар ғына түгел, тәртипһеҙлектәре менән тәжрибәле тәрбиәсене шаҡ ҡатырған үҫмерҙәр ҙә тәрбиәләнә. Әммә хеҙмәттең ауырлығынан ҡурҡмай педагог, уҡыта ла, тәрбиә эшен дә бынамын тигән алып бара. Балаларҙың нисек тә күңелен асырға ынтыла, уларҙың хәсрәтен йөрәге аша үткәрә. Уңған хеҙмәткәрҙең уңыштарын күреп, етәкселек тә әленән-әле ҡанат ҡуйып тора. Бер нисә йылдан Әлфиә Хәйбуллина инде директор урынбаҫары вазифаһын атҡара.
Тиҫтә ярым йыл ғүмерен ошо интернатҡа арнай Әлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы. Салауат ҡалаһында нығынып китә. Торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә. Малайҙар үҫеп, инде үҙҙәре оя ҡора башлай, эшләп йөрөй, ейән-ейәнсәрҙәр донъяға килә. Йәшәү көсө арта!
Тик бер мәл ошо көстө йәнә тартып алғандай булалар. Был юлы Әлфиә апайға һынауҙың тосон әҙерләп ҡуйған була яҙмыш – Радик улы ҡаты сирләгәндән һуң, әсә ҡулында йән бирә. Эйе, барыһына түҙә әҙәм балаһы, ә бына сабыйының үлемен кисереү, ай-һай, еңел түгел!
Ваҡыт – дауа тиһәләр ҙә, бала ҡайғыһы онотоламы ни? Шулай ҙа ул үҙендә ғәйрәт туплай. Әлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәрендә тормоштоң дауамын күрә, йәшәргә көс-ҡеүәт таба.
– Дауамың барҙа – көсөң дә бар. Һин кемгәлер кәрәк, һин кемдер өсөн йәшәйһең, тимәк. – Был юлы апай күҙ йәшенә ирек бирә.
Ҡайғы йәштәреме улар, өмөт сатҡыларымы – уныһын инде әңгәмәсем үҙе генә белә. Иң мөһиме – осрашыуҙан шуны төҫмөрләнем: ауырлыҡтарҙы күтәрә ала Кеше, күтәрергә тейеш тә! Тик йәшәү көсөң генә һүрелмәһен…


Вернуться назад