Мөғжизә тыуҙырған ҡулдар07.03.2017
Мөғжизә тыуҙырған ҡулдар Була бит шундай тылсымлы ҡулдар: улар ябайлыҡтан да бар кешене хайран итерлек матурлыҡ тыуҙыра, төрлө ептәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ мөғжизә яһай. Ошондай һоҡланғыс оҫтабикәләрҙең береһе Миңлегөл Килмәкова Баймаҡта ғүмере буйы “Күбәләк” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, матурлыҡҡа ғашиҡ ханым башкөллө ҡул эштәренә тотонған. Хәйер, был ижади һөнәргә ылығыуы электән килә. Тәүҙәрәк Миң­легөл Әүхәҙи ҡыҙы сәйләндән төрлө картиналар ижад итә. Улар хужабикәнең һәр бүлмәһендә урын алған. Араларында Ҡөрьән сүрә­һенән төрлө хәҙистәрҙе, мәсет һүрәттәрен дә, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙе лә, тәбиғәт күренештәрен дә осратырға мөмкин.
– Сәйлән менән эш итеү – бик мауыҡтырғыс һөнәр. Картина эшләү өсөн кескәй генә муйынсаҡтарҙы төҫтәре буйынса һайлайһың, урынын билдәләйһең. Ижади ҡомар, бар донъяңды онотоп, ошо эшкә тото­норға мәжбүр итә. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, тик күңелдә уны тиҙерәк тамамлап, һуңғы һөҙөмтәне күреү теләге генә, – тип йылмая әңгәмәсем.
Миңлегөл Килмәкова төрлө йүнәлештә эшләй. Һуңғы ваҡытта алмас мозаикаһы буйынса картина яһау, милли биҙәүестәр эшләү менән ҡыҙыҡһына. Селтәр, ҡашмау, алмиҙеү (хәситә) кеүек милли биҙәүестәрҙе яһау еңелдән түгел. Был тәңгәлдә ҡаланың оҫтабикәләре өсөн Рәзинә Ҡотлоғужина етәксе­легендә эшләп килгән “Күңелем биҙәктәре” түңәрәге ярҙамға килә. Унда шөғөлләнгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәҫәлән, Таһир ауылынан Суфия Асаинова килеп селтәр, ҡашмау эшләү серҙәрен өйрәтһә, Сибайҙан Гөлнара Тажетдинова станокта балаҫ һуғыуҙың нескәлектәре менән таныштырған.
Бөгөн алтын ҡуллы хужабикәнең йортоноң бер бүлмәһе оҫтахананы хәтерләтә: бер яҡ ситтә тамамлан­маған картина ята, өҫтәлдә баш­ланған селтәр урын алған, унан төрлө үлсәмдәге иҙеүҙәр теҙелгән. Теләү­селәргә һатып та ебәрә, заказ буйынса ла эшләй.
Миңлегөл Килмәкова Өфөлә үткән “Ҡорама”, “Селтәр” байрамдарында ҡатнашҡан, үҙенең ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә сығыш яһай.


Вернуться назад