Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел...07.03.2017
Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел... ...Яҙғы әсе елдән ышыҡланғандай, башын бер яҡ ситкә бора биреп атлаған ҡатын нисә йыл тапаған юлынан эшенә ашыға. Һуңламаҫҡа кәрәклеген, дауалау амбулаторияһында үҙен әллә күпме ауырыу көтөп торғанлығын бик яҡшы аңлай ул. Тик бына башына килгән төрлө донъяуи һорауҙар ғына тынғылыҡ бирмәй үҙенә.
Ни тиһәң дә, тыныс күңел менән йәшәй торған заман түгел шул: әле быныһын хәл итергә, әле тегенеһен барларға, алдағы көндәргә план ҡороп ҡуйырға ла кәрәк бит... Амбулаторияның тупһаһына килеп еткәс, ҡатын уйын төйнәп ҡуя: “Ярай, ҡалғанын кис хәл итерҙәр әле ғаиләһе менән бергәләшеп!”
Сирек быуаттан ашыу Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова Иҫке Сибай ауылында йәшәй һәм эшләй. 1989 йылдың бөгөнгө ише шаулап-ярһып килгән яҙында район дауаханаһы етәкселегенең тәҡдиме менән ҡулына Сибай медицина училищеһын тамамлауы тураһында диплом тотоп килгәйне ул бында. Бына шулай үҙе өсөн бөтөнләй яңы һәм таныш булмаған ауылда акушерка булып эш башлаған һылыу ҡыҙ егеттәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әммә күрше Һеңрән егете Фәнил барыһы­нан да йылғырыраҡ булып сыға һәм бер нисә айҙан Рәмзәлиәне кәләш итеп ала.
Башта йәштәр кейәү егетенең тыуған ауылы Һеңрәндән йөрөп эшләй – Рәмзәлиә башлаған эшен дауам итә, ә Фәнил Сибайҙағы төҙөлөштә ташсы булып йөрөй. Теүәл бер йылдан йәш белгес, коллегалары менән һөнәри бәйгегә сығып, “Иң яҡшы акушерка” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Бүләккә бирелгән юллама менән ике аҙна ул саҡтағы Ленинград ҡалаһына яһаған сәйәхәте тураһында матур хәтирәләр һаҡлай Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
– Сибай интернат-мәктәбендә уҡыған йылдарымда пионерҙарҙың Бөтә Союз “Артек” лагерында ял иткәнемдән һуң ҙур тәьҫораттар бүләк иткән сәйәхәтем булды ул, – тип йылмая әңгәмәсем. – Әйткәндәй, “Артек”та табышҡан әхирәт­тәрем менән оҙаҡ йылдар бәйләнеш тоттоҡ. Аҙаҡ донъя баҫты буғай, яйлап онотолдолар...
Ун ике баланан торған ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән Рәмзәлиә бәләкәй сағынан шәфҡәт туташы булырға хыяллана. Кешеләрҙе, бигерәк тә һөйөклө әсәһен дауалау хыялы менән яна кескәй ҡыҙ. Бөгөн уның хыялы тулыһынса тормошҡа ашҡан, тип шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин, сөнки юғары категориялы шәфҡәт туташы – тотош Иҫке Сибай ауылы халҡының ихтирамын ҡаҙанған белгес. Олоһон да, кесеһен дә яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршылай илгәҙәк ханым. Терапия участкаһына килгән ауырыуҙар унан тән дауаһы ғына түгел, йәндәренә йыуаныу ҙа алып һөйөнә.
– Асыҡ күңелле, кеселекле һәм кешелекле ул беҙҙең Рәмзәлиә, – тип маҡтап бөтә алмай, мәҫәлән, хеҙмәт ветераны Николай Фёдорович Казаков. – Беҙҙең кеүек ололарға күп кәрәкме ни – бер йылы һүҙ етә… Бит күп осраҡта өлкәндәр дауаханаға үҙҙәренең аһ-зарын түгеү, кемгәлер ҡыуанысын һөйләү өсөн дә бара. Ә Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы барыбыҙҙы ла иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә…
Әйткәндәй, “Ашығыс ярҙам” бүлегендә фельдшер булып эшләгән сағында ла ауырыуҙар үҙ яндарына уның килеүен һәр саҡ көтөп ҡаршы ала. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында ҡатна­шып, еңеү яулауы ла фельдшерҙың тынғыһыҙ эшенә оло баһа була һәм уның үҙ урынында яҡшы белгес булыуына асыҡ миҫал.
Дауахана ваҡытында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы бөгөн участка туташы вазифаһын да үҙ иңенә алған. Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән улы Фәнзилдең ышаныслы терәге лә, килене Әлиә өсөн өлгө булырҙай ҡәйнә лә ул. Эшһеҙлек тыуҙырған көрсөк заманында балаларына аҡыллы кәңәштәрен биреп, кәрәк мәлендә матди ярҙамын да күрһәтеп тора. Алдына ҡуйған маҡсаты ла ана шул балалары менән бәйле – нисек тә улар матур йәшәһен, бәхетле булһын тип тырыша.
– Аллаға шөкөр, тормошомдан ҡәнә­ғәтмен, – илгәҙәк ханымдың йөҙөндә ихлас йылмайыу һыҙаттары сағыла, – күрше-тирәм менән татыу йәшәйбеҙ, ауыр мәлдә таяныр туғандарым бар, дуҫ-иштәрем ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер... Яратҡан эшем – бәхетем, миңә йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен йәллә­мәгән ауылдаштарым йәшәүемә йәм бирә. Ысын бәхетте татыу өсөн ошонан да артыҡ ни кәрәк инде тағы?!
Алда үтеләсәк тормош юлыңда һынау­ҙарҙың аҙыраҡ, бәхетле көндәренең тағы ла күберәк булыуын теләп хушлаштым Рәмзәлиә ханым менән. Ауылдаш­тарыңдың сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләргә яҙһын.


Вернуться назад