Сиселмәгән сер07.03.2017
Сиселмәгән сер Иртәнге мәшәҡәттәрҙе ослап, ул-был итеүгә, күрше инәй инеп, өләсәйемә шундай хәбәр һалды:
– Еңгә, күршеңдең хәлен ауылдан һора тигәндәй, уң яҡ күршең Нәфисә киленде әйтәм, үҙе тураһында төрлө хәбәр йөрөй ҙәбаһа. Әллә ысын, әллә буш, тип һиңә индем әле. Моғайын, уның хәлен һиҙәһеңдер. Әллә ауырлы инде? Кеше лә шулайыраҡ һөйләй.

– Әлләсе. Күршене бер ҙә абайлағаным юҡ, ул ни, иртән тора ла үҙ кәсебе менән сығып китә. Ауыл көтөүен көткәс, көноҙоно күренмәй. Минең – үҙ донъям. Кеше тикшереп ултырырға ваҡытым да, теләгем дә юҡ. Буш хәбәрҙер. Итәк тулы бала менән ир ҡайғыһымы унда. Етем ҡайҙа, һүҙ шунда инде. Ирһеҙ булғас ни...
Инәй сығып киткәс, өләсәйем көйәләнеп: “Ниндәй кеше был Нәфисә килен? Алдын-артын уйламаған. Ошо көнгә ҡалырын белмәнеме икән? Йүнһеҙ. Өй тулы бала. Өлкән улы әрмелә йөрөй. Көҙгөлөккә икенсеһе китә. Ҡыҙына ла иҫ инә башлаған. Ундай ҡылыҡты бит Алланан да, бәндәнән дә йәшереп булмай. Бына, тик торғанда ауыл исемен һатып, тыума тотоп ултыра инде. Ирһеҙ булһаң, итәк-еңеңде йыйып йөрөргә кәрәк. Ғабдулланың ғына эше был. Арт ҡапҡанан инеп барғанын ике-өс шәйләгәйнем инде. Ай-һай, берәүгә йәш бисә кәрәк булған. Мөрәүәтһеҙ. Бының аҙағы ни менән бөтөр икән, тип йөрөй инем дә. Тоҡ эсендә беҙ ятамы? Инде бөтә ауылға фаш булған. Хәҙер ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай. Ана, һиҙеүселәр ҙә табылған бит”, – тип һөйләнде.
Иртән торғас, донъямды онотоп, ҡурсаҡ уйнап ултырһам, өләсәйем: “Ишетһен ҡолағың, тормош юлы ҡатмарлы. Кеше һөйләгәндә, мин дә беләм, тип хәбәр һөйләп ҡыҫылма. Белһәң – мең һүҙ, белмәһәң – бер һүҙ. Күрәһең бит, һәр береһе сер асырға теләп сабып йөрөй. Үҙҙәре ишеткәнде минән дөрөҫләтергә иҫәптәре. Улар минән бер ауыҙ һүҙ ҙә ала алмаҫ. Ваҡытында, илдә бола барғанда, кеше үлтергәндәрен дә күрҙем, ат урлап һуйғандарын да. Һорашһалар, белмәйем, күрмәнем, тип тик торҙом. Был заманда юҡ-барҙы белмәгәнең мең артыҡ. Иҫеңдә тот: күп белгәндең телен тиҙ киҫәләр”, – тип киҫәтте.
Йәй үтеп, көҙ ҙә етте. Шул саҡ әлеге әбей-һәбей беҙгә инеп тағы ла:
– Күршең ҡотолған бит. Вәт, хикмәт. Бала үлтереп яттымы икән? – тиһә лә, береһе лә өләсәйемдән ыңғай яуап ала алманы.
Әлеге ғәйбәт ауыл араһында ара-тирә быҫҡыны ла һүнде. Ҡайһылары, үҙ көнө – үҙенә, тип ҡул һелтәне. Икенселәре...
Бер көн уҡытыусы Рамаҙанды районға саҡыртып:
– Ауылығыҙҙа шундай-шундай яман хәл булған икән. Бына “аноним” шикәйәт килеп төштө. Шуға нисек ҡарайһың? Һин бит уҡытыусы ғына түгел, депутат та. Был эш һиңә билдәлелер. Ниңә ваҡытында тейешле органдарға хәбәр итмәйенсә, енәйәтсене йәшереп ятаһың?! – тип бәйләнгәндәр.
– Әллә, беҙҙә ундай ваҡиғаның булғаны юҡ. Мин бер нәмә лә белмәйем, буштыр, – тигән Рамаҙан.
– Тиҙҙән барып тикшерерҙәр, – тип уны ҡайтарып ебәргәндәр.
Рамаҙан ҡырҡ төрлө уй уйлап, ҡара янып ҡайтып төшә. Уйын эшме, инде бәлә-ҡазаһыҙ ғына үтеп китте тигәндә... Былай булһа, ауыл исемен бөтә донъяға һатыу ғына түгел, балаларының да йөҙөнә ҡара яғалар икән!
Сер тоторлоҡ дүрт-биш ҡатынды барлай ҙа, йомошсоһон ебәреп, мәктәпкә саҡырта Рамаҙан. Килгән ҡатындарға һынамсыл ҡараш ташлап, быларға ышанып булырмы икән тигәндәй, бер килке уйланып торғас, ахыры, баҙнат итеп сер сисергә була: “Еңгәйҙәр, ауылда шундай-шундай эш булғаны бөтәгеҙгә лә билдәле. Был район түрәләренә лә барып еткән. Мине саҡыртып, тикшереү ебәрәбеҙ, тип ҡалдылар. Шуға һеҙҙе кәңәшкә йыйҙым. Бәләнән нисек ҡотолорға? Әгәр енәйәт асыла ҡалһа, Нәфисә еңгәйҙе төрмәгә, балаларын детдомға ебәрерҙәр. Ә төрмә ваҡыты, үҙегеҙ беләһегеҙ, ун йылдан да кәм түгел. Әйҙәгеҙ, уйлашайыҡ. Берәй сараһын табып, был бәләнән йолоп ҡалмаһаҡ, ауылыбыҙҙың тағы бер нигеҙе ҡорой бит. Былай ҙа һуғышта ятып ҡалғандарҙың күбеһенең ғаиләһе юҡҡа сыҡты, ил тулы етем-еһер”.
Килгән ҡатындар ни әйтһен? Билдәле, зиһен етерлек эш түгел. Шунда береһе:
– Беҙ нимә тип кенә әйтәйек инде, ҡәйнеш? Һин үҙең уҡыған кеше, бөтә ауыл һиңә күҙ терәп тора. Берәй уй-ниәтең булһа әйт, беҙ ни...
– Мин уйлай торғас, шундай фекергә килдем. Булған эш, үткән. Уны нисек итһәк тә, кире ҡайтарып булмай. Шулай икән, еңгәйҙәр, әйҙәгеҙ, күмәкләшеп белмәйек тә ҡуяйыҡ. Белмәйек тә күрмәйек! Тикшереү иң әүәл мәктәпкә килә бит. Мин Нәғимә еңгәйҙе һеҙгә йүгертермен. Мәгәр һеҙҙән, был эш дөрөҫмө, тип һораһалар – һеҙ белмәйһегеҙ. “Әлләсе, беҙ ишетмәнек, буштыр ул. Ысын булһа, белмәй ҡалмаҫ инек. Ауылыбыҙ бәләкәс булғас, бер-беребеҙҙең хәлен үтә күреп торабыҙ”, – тип әйтегеҙ.
Улар ошо кәңәште төйнәп таралыша. Күп тә үтмәй тәфтишселәр килеп төшә. Мәктәпте астырып ингәс, Рамаҙандан “Шунан, шикәйәттә яҙылғандар дөрөҫмө, асыҡланыңмы?” тип төпсөнә башлайҙар. “Юҡ, – ти уҡытыусы. – Беҙҙә ундай хәлдең булғаны юҡ. Булмаҫ та. Миңә ышанмайһығыҙ икән, ана, ауыл халҡынан һорағыҙ!”
Уйланып бер аҙ ултырғас, тәфтишселәрҙең береһе: “Эйе, халыҡты йыйырға кәрәк”, – тип риза була. “Еңгә, бар әле кешеләргә әйткелә. Килһендәр!” Әлеге алдан һөйләшеп ҡуйылған ҡатындар йыйылғас: “Йә, апайҙар, ошо хатта яҙылған оло енәйәтте тикшерәбеҙ. Унда күрһәтелгәндәрҙе һеҙгә уҡып ишеттерәм”, – тип әлеге шикәйәтте уҡый. “Ошолар дөрөҫмө? Дөрөҫ булһа, бына бында үҙегеҙҙең имзағыҙҙы ҡуйығыҙ”. Ауыҙ асып һүҙ әйтеүсе табылмағас, берәм-берәм торғоҙоп һораһалар ҙа, файҙаһы булмай. Бөтәһе лә: “Әллә. Буш һүҙҙер. Ундай хәлдең тойолғаны юҡ. Әгәр ул-был булһа, беҙ белмәй ҡалмаҫ инек. Төптө юҡ артынан йөрөйһөгөҙ”, – тип аяҡ терәп ҡаршы тора. Ахыры, тәфтишселәр: “Әллә булған, әллә юҡ”, – тип ҡайтып китә.
Ошонан һуң ауылды үҙ исеме менән атамайҙар. “Әллә ауылы” тигән ҡушамат йәбешһә лә, оло йөрәкле уҡытыусының зирәклеге арҡаһында ауыл халҡы өй тулы баланы үкһеҙ етемлектән ҡотҡарып ҡала. Мәгәр шунда берәйһе аңғармаҫтан бер һүҙ ысҡындырһа...

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.


Вернуться назад