Иҫкенән – яңыға07.03.2017
Республикала “Граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү” федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Әлеге ваҡытта 28 мең самаһы кеше сиратын көтә, программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Финанслау федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан башҡарыла.
Белгестәр билдәләүенсә, әле программаның үтәлеш кимәле 75 процент самаһы, төбәктә уны ваҡытында йомғаҡларға ниәтләйҙәр.
Миҫалдарға килгәндә, Өфөлә, Кузнецов затонында иҫке йорттарҙа йәшәгән кешеләр өсөн күп ҡатлы биш йорт төҙөлгән, тәүге йортто хужалары март башында туйлаясаҡ, ҡалғандар йәйен торлаҡлы булып шатланасаҡ.
Сибайҙа ошо көндәрҙә 12 ғаиләгә яңы фатир асҡысы тапшырылған, тағы 12-һе өсөн төҙөлөп ятҡан йорттарҙа фатир һатып алынған. Дөйөм алғанда, ошо йылдарҙа Сибайҙа ғына иҫке торлағын 1700 самаһы кеше яңыға алмаштырған, 703 фатир асҡысы алынған.