Ҡырын эш хәйерһеҙ07.03.2017
Ҡырын эш хәйерһеҙБылтыр Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең пландан тыш тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә республикала ялған 34 эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыҡланған.
Был тикшереүҙәр эш биреүселәрҙең баш­ланғысы менән ойошторолған. Эшкә яраҡ­һыҙ­лыҡ ҡағыҙының дөрөҫлөгөн билдәләүҙе һорап, сит төбәктәрҙән – 12, республиканан 22 эш биреүсе мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә алты кеше ялған документ ҡулланған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары әйләнешенә контролде Рәсәй Социаль страховка фонды­ның Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тәьмин итә. Фонд белгестәре ялған документты ысындан тиҙ айыра, сөнки һәр эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының үҙенсәлекле айырым иҫәп һаны бар.
Былтыр фондтың төбәк бүлексәһе ме­ди­ци­на ойошмаларына 1 миллион 112 мең эшкә яраҡ­һыҙ­лыҡ ҡағыҙы биргән, уларҙың 1 миллион 97 мең осрағы төрлө сирҙәрҙе дауалауға, йәрәхәт­ләнеүҙәргә, йөклөлөк һәм бала табыу осраҡтарына, ауырыу ғаилә ағза­ларын тәрбиәләүгә бәйле түләүҙәргә киткән.


Вернуться назад