Нотариус эште тиҙләтә ала07.03.2017
Халыҡтың күсемһеҙ милек менән бәйле һорауҙарына яуап биреүен һорап, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы Шәйбәковаға мөрәжәғәт иттек.
– Ике бүлмәле фатирыбыҙ ике оло кешенең һәм бер баланың исеменә теркәлгән. Өлөштәребеҙ тигеҙ. Был торлаҡты һатырға йыйынған хәлдә алыш-биреш тураһында документтарҙы нотариус ярҙамында эшләргәме, әллә урындағы хакимиәттең опека һәм попечителлек буйынса белгестәренән рөхсәт алыу өсөн юлланырҙан әүәл буласаҡ хужалар менән ябай ғына килешеү төҙөһәк тә барамы?
– Эйе, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы алыш-биреш опека һәм попечителлек органдарының ризалығы менән генә башҡарыла ала. Элек һеҙҙекенә оҡшаш шарттарҙа күсемһеҙ милек объектының өлөштәрен бүләк итеү йәки алмаштырыу хаҡында ҡулдан яҙылған килешеү ҙә етә ине. Хәҙер ундай документтарҙы нотариустан раҫлатыу мотлаҡ.
Нотариаль контора аша эшләнгән алыш-биреш буйынса күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе ваҡыты өс эш көнөнә тиклем ҡыҫҡарҙы (күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндә – биш эш көнө). Әгәр нотариус ғариза биреүселәрҙең документтарын теркәүгә “Росреестр”ҙың порталы аша электрон вариантта үҙе тапшырған икән, улар бер эш көнөндә үк әҙер буласаҡ.
– Ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлағас һатып алған фатирҙағы өлөшөмдө ҡатыныма бирергә уйлайым. Быны нисек итеп дөрөҫ башҡарырға?
– Ҡатынығыҙ менән никах договоры йәки алыш-биреш тураһында килешеү төҙөй алаһығыҙ. Ике кешенең мөлкәтен бер исемгә яҙҙыртыуығыҙ, ни рәүешле рәсмиләштерелһә лә, нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Артабан ҡатынығыҙҙың милек хоҡуғы хаҡындағы документтарҙы күп функциялы үҙәк йәки “Росреестр”ҙың порталы аша дәүләт теркәүенә тапшырығыҙ.
– Йортто төҙөп бөткәндән һуң ниндәй ваҡыт эсендә шәхси милек итеп теркәргә кәрәк? Оҙаҡлатҡан өсөн яза ҡаралғанмы?
– Ғәмәлдәге ҡануниәттә теркәү органына ундай йөкмәткеле ғариза менән мөрәжәғәт итеү ваҡытына бәйле бер ниндәй ҙә талап билдәләнмәгән. Шулай ҙа торлаҡты бүләк иткәндә, мираҫҡа ҡалдырғанда, һатҡанда, алмаштырғанда, аманатҡа тапшырғанда, страховкалағанда Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына уның тураһында мәғлүмәттәр индерелгән булыуы мотлаҡ тип иҫәпләнә.
– Шәхси милкемдәге ер участкаһында (төҙөлөш өсөн бирелгән) хакимиәттән рөхсәт алмайынса өй һалғайным. Уны теркәү өсөн ниндәй документтар кәрәк?
– 2018 йылдың 1 мартына тиклем шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында һалынған йорттарҙы дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйғанда һәм (йәки) уларға хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүен тормошҡа ашырғанда әлеге объекттарҙың техник пландары, шулай уҡ ергә документтар талап ителә.
Техник план яңы барлыҡҡа килгән күсемһеҙ милек объекты хужаһы йәки ул урынлашҡан ер участкаһына милек хоҡуғы булған кеше тарафынан төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған проект документацияһы йәки декларация нигеҙендә эшләнә. Бынан тыш, төҙөлөшкә рөхсәт кәрәк. Юғиһә яңы өйҙө суд аша ғына законлаштырып буласаҡ.
Яңы күсемһеҙ милек объекттарын берҙәм дәүләт реестрында теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу бер үк ваҡытта башҡарыла. Эш өсөн 350 һум күләмендә пошлина түләргә кәрәклеген онотмағыҙ.
– “Росреестр” иҫәбенә дәүләт пошлинаһы рәүешендә күсерелгән аҡсаны күпме ваҡыт эсендә кире ҡайтарып алырға мөмкин?
– Рәсәй Һалым кодексының 333.40-сы статьяһындағы 3-сө пунктҡа ярашлы, артыҡ итеп йәки яңылыш күсерелгән дәүләт пошлинаһын кире ҡайтарыу хаҡында ғаризаны аҡса түләгән көндән һуңғы өс йылда бирергә була. Талабығыҙҙың үтәлгәнен бер ай көтөргә тура киләсәк.
Әгәр күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарығыҙҙы дәүләт теркәүенән баш тартҡандар икән, пошлинаны кире алып булмай. Эш килешеү төҙөгән ике яҡтың ғаризалары нигеҙендә туҡтатылған хәлдә “Росреестр”ға түләгән аҡсаның яртыһы ғына ҡайтарыла (Рәсәй Һалым кодексының 333.40-сы статьяһындағы 4-се пункт).
– Фатирҙы һатыу тураһында килешеүҙең күсермәһен нисек, ҡайҙан һәм ниндәй ваҡытта алырға мөмкин?
– Күсемһеҙ милек объекттарының берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән килешеүҙәрҙең, мәсьәләне бер яҡлы хәл итеү хаҡында ҡулдан яҙылған ябай документтарҙың күсермәләрен биреү “Росреестр”ға ғариза килеп еткәндән һуң күп тигәндә өс эш көнө эсендә атҡарыла. Һәр документ өсөн 300 һум түләргә кәрәк.
Күсемһеҙ милек объекттарының берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәттәр биреүҙе һорап күп функциялы “Минең документтарым” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә лә була. Үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаған документ (паспорт) алырға онотмағыҙ.
– Элек фирмам ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ине, бер нисә йыл элек уны яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә әйләндерҙем. Предприятие милке итеп күптән теркәлгән бинаны ЯАЙ-ҙан ЯСЙ-ға күсерергә кәрәк. Быны документтарға үҙгәреш индереү рәүешендә генә эшләп буламы, әллә бер юридик берәмектән икенсеһенә тапшырыу тураһында ике яҡлы килешеү төҙөргәме?
Ундай эштең ауырлығы юҡ. Күсемһеҙ милек реестрына үҙгәрештәр индереү менән генә сикләнә алаһығыҙ. Йәмғеһе 1000 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләргә тура киләсәк. Ойошма тарафынан әлеге аҡсаның күсерелеүен раҫлаған квитанцияны ҡушып һалып, хоҡуҡи документтарҙағы мәғлүмәтте яңыртыу тураһында ғаризаны теркәү органына күп функциялы үҙәк аша ебәрергә мөмкин. 218-се Федераль законға ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан юридик берәмектәр күсемһеҙ милек менән бәйле алыш-биреш барышында ойоштороу документтарын тапшырмаһа ла ярай.