Убырҙарҙы кем аҫрай?07.03.2017
Убырҙарҙы кем аҫрай? Интернеттағы яңылыҡтар теҙмәһенә күҙ һалһаң, илебеҙҙә енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең ни тиклем ҡыҙыу һәм һөҙөмтәле барғанын күреп, аптырап ҡуяһың: “Сахалиндың мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министры ҡулға алынған...”, “Мәскәүҙә Перово районының идара башлығын тотҡандар...”, “Пермь крайының элекке ауыл хужалығы министры урлашыуҙа ғәйепләнә...”, “Сергиев Посадтың элекке хакимиәт башлығы һигеҙ йылға ултырасаҡ...”, “Миллиардер полковникка ҡарата ришүәтселек тураһында статья буйынса тағы бер енәйәт эше астылар...” Һуңғы ике-өс көн эсендәге хәбәрҙәр! Ҡыуанырғамы быға, әллә иртәрәкме?
Яңыраҡ илебеҙҙең баш ҡалаһында Рәсәй Тәфтиш ко­митетының Александр Бастрыкин рәйеслегендәге киңәйтелгән коллегия ултырышы уҙғайны. Унда әйте­ле­үен­сә, былтыр әлеге ведом­ствоның эшмәкәрлеге бик мөһим бер нисә йүнәлешкә ҡоролған булған. Беренсеһе – иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтары яҡланы­уын тәьмин итеү, икенсеһе – коррупцияға ҡаршы көрәш.
Александр Бастрыкин үткән йылда Рәсәй тәф­тишсе­лә­ренең коррупцияға бәйле енәйәттәр тураһында 35 мең­дән ашыу хәбәрҙе тикшереүе, шуның күпселеге иҫбат­ла­ныуы тураһында белдерҙе. Һөҙөмтәлә 23 мең самаһы енәйәт эше асылған, йыл дауамында 12,5 меңдән ашыуы буйынса тәфтиш уңышлы тамамланған. Шуныһы бигерәк һағайтты: ошо енәйәт эштәренә ҡатнаш­лығы булғандарҙың сама менән 600-ө – айырым хоҡуҡи статусҡа эйә чиновниктар.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, әммә, статистика мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙә иң ҡомһоҙ һәм туҡтауһыҙ күбәйә барған ришүәтселәр халыҡтың һаулығы һәм рухи-мәҙәни үҫеше һағында торорға тейешле изге һөнәр эйәләре, йәғни табиптар һәм уҡытыусылар икән тип һығымта яһарға мөмкин. Был тармаҡтарҙы “коррупция сәскә атҡан урын” тип күреүҙәренең сәбәбе бик ябай: Рәсәй Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырыл­ғандар араһынан күпселек аҙ ғына күләмдәге ришүәт менән тотолған. 2012 – 2015 йылдарҙа, мәҫәлән, 10 мең һумдан кәмерәк күләмдә ришүәт алғандар – 65, ә миллионлап һорауҙан да тартынмағандар (һис тә мәғариф һәм медицина белгестәре түгел улар) ни бары өс процент тәшкил иткән. Шуныһы ҡыҙғаныс: элекке ҡануниәт буйынса дауаланыусынан бүләк рәүе­шендә бер ҡап кәнфит алған табипҡа яза биргәндә лә, ярты бюджетты “һауған” түрәгә хөкөм ҡарары сығарғанда ла юридик ҡалыптар тиң ине. Тағы ла аяныслырағы – әлеге статистикаға нигеҙләнеп фекер йөрөткәндә, илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау системаһы бар көсөн “ваҡ балыҡ”ты һөҙөүгә һалған, ә эре-эре “һигеҙаяҡ”тар үҙен тыныс, иркен тойған. Әлбиттә, көнкүреш кимәлендәге коррупция менән булышыу уңайлыраҡтыр, сөнки судҡа тиклем алып барып еткерелгән енәйәт эштәренең күплеге арҡаһында хеҙмәт һөҙөмтәһе яҡшы булып күренә.
“Статистика шул рәүешле күпертелә: бәләкәй генә ришүәт алыу осраҡтарын күпләп теркәйҙәр ҙә закон боҙоусылар менән әүҙем көрәшәбеҙ тип күҙ буяйҙар”, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин, былтыр Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса совет ултырышында сығыш яһап. Һөҙөмтә булараҡ, күп тә үтмәҫтән ил башлығы енәйәт эштәрен тикшергәндә ваҡ ришүәтселекте йәмғиәткә һәм дәүләткә ҙур зыян килтергән коррупция күренешенән айырып ҡарау хаҡындағы 324-се Федераль законға ҡул ҡуйҙы. “Шулай ҙа корруп­цияға ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу дауам итергә тейеш, – тине Президент Путин. – Был өлкәлә эш бик-бик күп. Әгәр туҡталып торһаҡ, хәл тағы насараясаҡ”. Рәсәй лидеры үҙе башланғыс һалған был хоҡуҡи нормалар киләсәктә дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында намыҫһыҙҙарҙың бермә-бер кәмеренә ышаныс уята.
“Ришүәт алыу йолаһы беҙҙең халыҡтың ҡанына һеңгән, уны бөтөрөү мөмкин түгел”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Бәхәс­ләшергә булалыр, шулай ҙа йәмғиәтебеҙгә кор­рупцияның элек-электән хас икәнлеген инҡар итеүе ауыр. Шуныһы хаҡ: илдә ришүәтселек бер заманда ла – батша власы осоронда булһынмы, совет заманындамы – хупланмаған. Һәр етәксе был афәткә ҡаршы үҙенсә көрәшкән.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә коррупцияны закон менән тыйыуға табан тәүге аҙымдар Иван III батшалыҡ иткән осорҙа яһалған. 1561 йылда уның ейәне Иван Грозный урындағы ер идаралыҡтарының судьяларына ришүәт алған өсөн үлем язаһы биреү хаҡында ҡарар сығарған. 1649 йылда ҡабул ителгән хоҡуҡи документтарҙа ла ришүәтселәрҙе һәм вазифаһын яман ниәттә файҙаланған­дарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләләре сағылыш тапҡан. Петр I заманында илдә коррупция ла, батша­ның был афәткә ҡаршы көрәше лә киң ҡолас алған. Мәҫәлән, ҡайһы бер өлкә­ләге дәүләт хеҙмәткәрҙәренә бер вазифаны ике йылдан артыҡ биләү рөхсәт ителмәгән, ришүәт биреүселәр ҙә, хатта бындай енәйәт хаҡында өндәшмәй ҡалғандар ҙа язаға тартты­рылған. ХIХ быуаттағы ҡануниәт тарафынан коррупция күренештәре өсөн яуаплылыҡҡа тулыраҡ ҡараш булды­рылған. Ул осорҙа ришүәт бирергә мәж­бүр итеү иң ҙур енәйәттәрҙең береһе тип һаналған. Большевиктар ҙа, власты үҙ ҡулына алғас, 1918 йылдың майында ришүәтселек хаҡында декрет сығарған. Ул “усын йылытырға” яратҡандарға биш йылға иректән мәхрүм ителеү һәм мөлкәттән ҡолаҡ ҡағыу менән янаған. Бынан тыш, коррупция үҫешенә өлөш индергәндәр революцияға ҡаршы хәрәкәттә ҡатна­шыу­сыларға тиңләнгән, уларҙың енәйәт эштәре трибунал ҡарамағына бирелгән. 1922 йылдағы Енәйәт кодексының 114-се статьяһында ришүәт алған өсөн ҡаты хөкөм саралары, хатта үлем язаһы билдәләнгән.
Хәҙерге Рәсәй, статистика буйынса фекер йөрөткәндә, ришүәтселек, дәүләт милкен үҙләштереү йәһәтенән байтаҡ дәүләттәрҙән ҡалыша, имеш. Был туралағы рейтингтарҙа беҙҙең илде тәүге йөҙ иҫәбенә лә индермәйҙәр. Шуныһы ғәжәп: бурҙарҙы һәм урланған байлыҡтың күләмен нисек һанайҙар икән һуң? Урлашыу йәшерен башҡа­рылған эш тәбаһа, кем аша ни саҡлы ришүәт алғанын бер кем дә асыҡтан-асыҡ әйтеп бирмәйәсәк.
Коррупцияға ҡаршы әүҙем көрәшкән илдәр исемлегендә Ҡытай, һис шикһеҙ, тәүге урында. Унда миллион юандән күберәк ришүәт алған кешене үлем язаһына тарттыралар. Коррупция осраҡ­тарын кәметеп, был дәүләт иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр башларға ниәтләй, сөнки әлеге бәләнең тәртипте емерәсәген, үҫеште тотҡар­лаясағын етәкселек яҡшы аңлай.
Ришүәтселектең сәскә атыуын тәү сиратта йәмғиәттең әхлаҡи кимәленә бәйләргә була. Һуңғы осорҙа борондан һаҡланған изге ҡиммәттәр бәҫен юғалта бара. Беҙгә әлеге шарттарҙа иң оло бурыстың йәш быуынды рухи тәрбиәләү, уның аң-белем кимәленә иғтибарҙы арттырыу икәнен аңларға кәрәк. Һәр ҡайһыбыҙ булмаһа ла, күбебеҙ ришүәт биреүҙән һәм алыуҙан баш тартһа, миллиардер полковниктар һәм башҡа убырҙар ҡайҙан көс алһын? Йәмғиәттә ундай йәмһеҙ күренештәр кәмегәс, балаларыбыҙ ҙа тормошто икенсе төрлө ҡабул итәсәк.
Эйе, барыбер төп сәбәп үҙебеҙҙә. Мәҫәлән, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләп, ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата икән, шунда уҡ кеҫәбеҙгә тығылабыҙ; дауаханаға юлланабыҙ икән, “күстә­нәс”һеҙ уңайһыҙ һымаҡ; мәктәптә, балалар баҡсаһында ла аҡса, бүләк мәсьәләләре йыш ҡуҙғатыла. Әлбиттә, был осраҡтарҙы миллион, миллиардтар урлау менән сағыштырыу урынһыҙ, әммә “аждаһа”лар шулай тыуа бит.


Вернуться назад