Ҡойонсаҡтың ҡойонло сағы03.03.2017
Ҡойонсаҡтың ҡойонло сағы Ике ауылдың сигендә ята Ҡойонсаҡ шишмәһе. Юҡ, ауыл­дарҙы ҡап уртаға бүлмәй ул, ә, кире­һен­сә, берләштереп тора – Янһары менән Мөсәтте тоташтырып торған юл шишмәнең өҫтөнән генә үтә. Саҡ ҡына аҫтараҡ иһә Ҡойонсаҡ шишмәһе ер аҫтынан бәреп сыға. Беҙ бәләкәй саҡтан ишетеп үҫтек: шишмә изге, уның өҫ яғында ете әүлиә зыяраты бар. Бөгөн дә ауылдың аҡһаҡалдары ошо турала хәтирәләр һаҡлай. Шуның өсөндөр ҙә, күп яҡлы шифаһын тойоп, тотош Бөрйән халҡы килә шишмә һыуын алырға.
Пластик һауыттарҙан бүленеп сыҡҡан матдәләр ҡу­шыл­маһын, таҙалығы саф кө­йөнсә һаҡланһын өсөн һыуҙы быяла банкаларға тултыралар. Әйткән­дәй, ул иҫкермәй, ҡыш туңмай, ә һалҡынлығы – тештәрҙе зәң­кетерлек. Һәм, ололарҙың әйтеүе буйынса, шишмә һыуын ер аҫтынан бәреп сыҡҡан еренән генә алып эсеү зарур. Уның өҫтө­нә таҡтанан йә таштарҙан ҡапла­малар яһау, торбалар ҡуйҙырыу дөрөҫ түгел, юғиһә һыуҙың шифаһы юғала. Һыуҙың таҙа­лығына, файҙаһына килгәндә, Башҡортостан шишмәләре араһында икенсе урында тора, тип тә һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Һыуында көмөш бар, тиҙәр. Ә беҙ көмөштөң ҡиммәтле металл икәнен беләбеҙ, шул уҡ ваҡытта ул тәбиғәттәге бөтә матдәләр менән дә тиерлек бәйләнешкә ингән кислородҡа ҡушылғанда окисланмай, тимәк, көмөштөң составын үҙаллы үҙгәртә алырлыҡ матдәләр юҡ. Шуғалыр ҙа борон-борондан халҡыбыҙ халыҡ медицинаһында көмөштө ҙур ихтыяж менән ҡулланған.
Ҡойонсаҡтың ҡойонло сағыИң боронғо ҡулъяҙмалар буйынса төшөрөлгән әүермәндәр тураһындағы фильмды ла иҫкә төшөрәйек, унда албаҫты-әүермәндәрҙе мылтыҡҡа көмөш патрон һалып атып ҡына еңәләр, йәнәһе, уны ябай пуля ла юҡ итмәй. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолһа ла, бик ҙур хәҡиҡәтте алған бит был фильм үҙ эсенә.
Бөгөн беҙҙә лә ике ауылдың төп һыу сығанағы булған Ҡойонсаҡ шишмәһе үҙенең көмөш һыуы менән изге шишмә булараҡ дан тота. Шуғалырмы, шишмәнең яҙмышын башҡа төрлө хәл итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ошолай нисәмә быуат һаҡланып килгән шишмә ике ауылдың берҙән-бер төп һыу сығанағы булыуға ҡарамаҫтан, унда инеү юлын япҡандар, тигән хәбәрҙе ишетеп, айышына төшөнөргә тырыштыҡ. Әлбиттә, был ике ауылға һуңғы бер нисә йылда колонкалар үткәрелһә лә, унан бик ҡәнәғәт түгел урындағы халыҡ. Уларҙың Бөрйән районы прокуратураһына яҙған беренсе ялыуына күҙ һалайыҡ.
Унда шундай юлдар: “Ҡойонсаҡ шишмәһе – Мөсәт ауылы биләмәһе һыуы, ул халыҡ араһында көмөш һыулы булараҡ танылған, уны ике ауыл халҡы эсәр һыу итеп ҡуллана. Бөгөнгө көндә шишмәгә юлды япҡандар, ҡапҡалар бикле, инеп һыу алырлыҡ мөмкинлек юҡ. Ихатаның тышҡы яғына СанПиНдың алтаҡтаһын элгәндәр. Ә ихатаның тыш яғына колонка ҡуйылған һәм уны ҡулланыу буйынса ЯСЙ “Мәсем” идаралығы тарафынан инструкция эленгән. Был эште ошо пункттар буйынса тикшереүегеҙҙе һорайбыҙ:
Шишмәгә һыуҙы кем һәм ниндәй сәбәп менән сикләгән? ЯСЙ “Мәсем” – ниндәй ойошма, уның Ҡойонсаҡ шишмәһенә ҡарата ниндәй хоҡуҡтары бар? Ни өсөн халыҡ шишмәнән һыуҙы элекке кеүек ала алмай?”
Был ялыуҙан һуң, әлбиттә, Бөрйән район прокуратураһында эш ҡуҙғатылды һәм шишмә аҡҡан биләмәнең әле 2006 йылдарҙа уҡ ул ваҡыттағы ауыл Советы башлығы ҡарары менән “Мәсем” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәтенә һатылыуы асыҡланды. Ере һатылды ла ти, ни өсөн шишмәһенә тейергә һуң?
Ошо юҫыҡтан сығып, һаман үҙҙәрен сикләүгә аптыраған ауыл халҡының артабанғы ялыуы район прокуроры Р.Ф. Ғәйетҡоловҡа, Башҡортостан прокуроры А.И. Назарбаевҡа, республика Башлығы Р.З. Хәмитовҡа, Рәсәй Федерацияһының генераль прокуроры Ю.Я. Чайкаға, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Р.Ф. Ҡәйүмовҡа ебәрелгән. Унда ошондай һүҙҙәр теркәлгән: “Беҙ, Янһары һәм Мөсәт ауылы халҡы, һеҙҙән Ҡойонсаҡ шишмәһен халыҡҡа кире ҡайтарып биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Шишмә – ике ауылдың төп һыу сығанағы... Йыл әйләнәһенә ике ауыл халҡы, мәктәп балалары шишмә биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре ойоштора, ауыл халҡы көсө менән уны бурап, файҙалы шишмә икәнен күрһәткән алтаҡта ҡуйҙыҡ.
Ҡыш һыу туңмай, ике ауыл халҡы тик ошонан ҡыш буйы эсергә һыу алды. Уның янында “Дәүләтҡужин” фермер хужалығы булһа ла, эргә-тирәһе һәр ваҡыт таҙа булды...
Бер нисә йыл элек минераль һыу етештереү ниәте менән шишмә эргәһенә келәт төҙөнөләр, әммә шишмә һыуы юғалды һәм, эш туҡталып ҡалғас, йәнә аға башланы.
Былтыр йәй башында ауыл халҡына шишмәгә юлды яптылар. Халыҡтың һорауына: “ЯСЙ “Мәсем”дең һаҡланған зонаһы”, – тип яуап бирҙеләр. Район прокуратураһына мөрәжәғәтебеҙ эште хәл итмәне, район хакимиәте шишмә еренең “Мәсем”гә арендаға бирелеүенә һылтанды. Был Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын боҙоу һанала, сөнки тәбиғи объекттар – халыҡтың милке.
Мөсәт һәм Янһары ауылдарында үҙәк һыу сығанаҡтары бар, йәғни даими эшләмәгән колонкалар. Йәй буйы аҙна һайын тигәндәй өсәр көнгә һыу туҡталып торҙо, ҡыш шулай уҡ колонкалар һәр саҡ туңып ҡала. Ҡойонсаҡ шишмәһе иһә һәр ваҡыт ике ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Беҙ, ике ауыл халҡы, берҙән-бер даими эсәр һыу сығанағы булған Ҡойонсаҡ шишмәһен халыҡҡа кире ҡайтарып биреүегеҙҙе һорайбыҙ”.
Был ялыуға ике ауыл халҡы ҡултам­ғаларын ҡуйған. Ялыуҙа яҙылған “үҙәк һыу сығанағы” тәңгәлендә шуны асыҡлап үтергә кәрәктер: колонкалар ике ауылға ике йөҙ метр һайын урынлаштырылған, әммә уларға бер генә һыу һурҙырғыс ҡуйылған. Ут булмаған саҡтарҙа, йәғни колонканың ике ауылды тәьмин итеп торған һыу һурҙырғысы боҙолған осраҡта, ысынлап та, һыуһыҙ ҡалыу – кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт.
Бөтә был ялыуҙарҙы ҡарап, ауыл халҡының ризаһыҙлығын ишеткәндән һуң, әлбиттә, район прокуратураһы эште асыҡлауҙы дауам итте. Һәм миңә был юҫыҡта улар әҙерләгән проектҡа ярашлы “Ер ҡануниәтенең хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса рәсми күрһәтмәһен” уҡырға насип булды.
Прокуратура район халҡының мөрә­жәғәтен тикшергәндә, халыҡты шишмәнән файҙаланыуға законһыҙ рәүештә сикләү­ҙәре, ер ҡануниәтен тупаҫ боҙоу осраҡтары ла асыҡлана. Ысынлап та, “Мәсем” һыу юлын сикләп, Рәсәй Федерацияһы Һыу кодексының 6-сы статьяһы буйынса хоҡуҡты боҙа.
Асылда был ойошмаға шишмә ағып сыҡҡан ер минераль һыу етештереү өсөн цех төҙөүгә тип 2006–2055 йылдарға ҡуртымға бирелгән. Ерҙе арендаға биреү тураһын­дағы килешеү Башҡортостан Республи­каһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән “Мәсем” йәм­ғиәте араһында төҙөлә. Ошо килешеүҙең 4.4-се пунктына ярашлы, ойошма урындағы халыҡтың шишмәгә йөрөгән юлын асыҡ килеш ҡалдырырға тейеш була. Әммә тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, был шарттар тулыһынса үтәлмәгән.
Ғөмүмән, Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 130-сы статьяһының 1-се пунктында күрһәтелеүенсә, һыу объекттары күсемһеҙ милек була алмай. Шулай итеп, “Мәсем”дең арендаға алған был ере, үрҙә телгә алынған ҡанунға ярашлы, ер өҫтөнән аҡҡан һыуға нигеҙләнеп, күсемһеҙ милек булараҡ кадастр иҫәбенә бер нисек тә ҡуйыла алмай. Сөнки, Рәсәй Федерацияһының Һыу кодексы 8-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, һыу объекттары федераль милек һанала.
Тағы ла ошондай бер нисә етди хата табыла (килешеү, кадастр паспорты, инвентаризация тәңгәлендә). Шуға күрә лә хоҡуҡ боҙоусыларҙы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу талабы менән тамамлана район прокуратураһының рәсми күрһәтмәһе.
Был тикшеренеүҙән һуң хөкөм эштәре буйынса ултырыш уҙа. Унда хоҡуҡ боҙоусыларға еңелсә штрафтар һалынып, бәхәс халыҡ мәнфәғәтендә тамамлана. Әммә бының менән генә эш бөттө, тип әйтеп булмай әле. Ауыл халҡы һыуға юл асыуҙы юллап алһа ла, изге шишмә халыҡ ҡарамағына тулыһынса кире ҡайта­рылмаған әле. Шуның өсөн дә хөкөмдән һуң ике ауыл халҡы менән райондың юғары власть органдары тағы ла Ҡойонсаҡ шишмәһенә йыйыла. Был юлы инде халыҡ та ҡыҙыу эш итә. Шулай ҙа берҙәм тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә бөтә эш аҙағына еткерелмәһә лә, етди ҡарарҙар сығарыла. “Мәсем”гә шишмә биләмәһен ике ауыл яғынан да асырға, уны сикләмәҫкә, ике ай эсендә ойошма шишмәне ауыл биләмәһе ере итеп ҡалдырып, үҙе арендаға алған ерҙе яңынан кәртәләргә ҡушыла. Ауыл халҡына һәм ошо ойошмаға шишмәнең таҙалығын тәьмин итеүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
“Мәсем”дең вәкилдәре, шишмәне үҙ ҡулына алып, уны халыҡҡа экологик яҡтан таҙа итеп биреүен иҫбатлай. “Мәсем”дең прокуратураға биргән аңлатмаһында яҙылғанса, шишмәгә торба үткәрелгән, ихатаның тышҡы яғына сығарылған һәм халыҡҡа колонка аша килгән шишмә һыуы магистраль селтәрле, таҙартыусы һөҙгөс һәм ультра-фиолет нурландырыу приборы аша эшкәртелә икән. Ошо заманса технологияларҙы шишмә һыуына алып килеп урынлаштырып, ҡатмарлы шарттар тыуҙырыусылар шишмәнең файҙалы икәнен белгән, ә ни өсөн уның таҙалығы, сафлығы, йәғни көмөш һыулы булыуын иҫәпкә алмаған һуң? Заманса технологиялар менән таҙартыуға ҡарағанда, шишмәнең ер аҫтынан сыҡҡан тәбиғи сафлығы күпкә шифалыраҡ бит.
Һәр хәлдә, кемдер минераль һыу етештерергә теләгән икән, был, әлбиттә, насар түгел, әммә сит ерҙәрҙән килеп, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусылар һәм уларға урындағы ерҙәрҙе, сеймал сығанаҡтарҙы хоҡуҡһыҙ рәүештә биреп ултырғандар ауылдарҙағы халыҡтың асылын һәм көнкүреш шарттарын иҫәпкә алһын һәм ихтирам итһен ине.
Ауыл аҡһаҡалдары әйтеүенсә, шишмә һыуы саҡ ҡына аҫтараҡ башланып киткән әрәмәлекте лә туйындырып торған. Әгәр ул торбалар буйлап минераль һыу ғына етештереүгә китеп торһа, әрәмәлекте, ағаслыҡтарҙы кем туйындырыр? Күҙгә күренеп ҡороған ағастарҙы, һаҙлыҡтарҙы уйлап әсенмәйме ни ауыл халҡы? Быйылғы йылды илебеҙҙә “Экология йылы” тип иғлан иттек тә ул, ә ике ауыл биләмәһенең тәбиғәте шундай хәлдәргә дусар ителһә, киләсәк быуынға нимә ҡалыр? Ә бит ошо урындарҙы төйәк иткән аҫаба халыҡтың тәбиғи ҡомартҡылары, рухи ҡиммәттәре быуаттар буйы изге күреп һаҡланып килгән, шуға күрә улар бөгөн ҡәҙерле лә...


Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм ШӘРИПОВ:
– 2006 йылда уҡ Ҡойонсаҡ шишмәһе минераль һыу етештереү өсөн арендаға алынған булған. Ул ваҡытта шишмә Яңы Собханғол ауыл советы биләмәһенә ҡараған, унда, ҡайһы бер норматив документтарҙы яйға һалырға, тип яҙылған. Был эштәр бөгөнгә тамамланған, һыу алыу урыны кәртәләп ҡуйылған. Был – урындағы халыҡтың элек-электән, ата-бабаларҙан ҡалған изге һыуы. Һыуҙың ниндәйҙер мөғжизәгә эйә, сифаты менән дан тотҡан шишмә булыуы бөгөн халыҡ менән ошо эшҡыуар араһында аңлашылмаусанлыҡ килтереп сығарҙы. Әлбиттә, бәхәс сыҡҡандан һуң, урындағы хакимиәт башлыҡтары, күҙәтеүсе органдар Ҡойонсаҡҡа барып был мәсьәләне хәл итеү өсөн халыҡ менән осрашты. Һөҙөмтәлә протокол төҙөлдө, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, урындағы депутаттар ҡатнашлығында киләсәктә шишмәгә ирекле инеү, һыу алыу мөмкинлеге булдырыу тураһында килешелде. Ҡойонсаҡ шишмәһенең яҙмышы буйынса проблема ыңғай хәл ителер.

Иҫке Собханғол ауыл советы башлығы Иршат ҠАСҠЫНБАЕВ:
– Эш ыңғайға китеп бара, тип әйтәйек, йыйылыш үткәрелде, уртаҡ фекергә киленде. Һыуҙы, ысынлап та, халыҡ иҫәбенә кәртәләп ҡуйғайнылар. Йыйылыштағы килешеүгә ярашлы, эшҡыуар “һыу ҡойҙороу” яғын ғына кәртәләргә, ә һыу сығып ятҡан ерҙе кәртәләмәҫкә, документтарын яңынан төҙөргә тейеш. Әлеге ваҡытта шишмәгә юл асыҡ, халыҡ ирекле инеп йөрөй. Шулай ҙа һыу өҫтөндәге кәртәне бөтөнләй алып ташламаясаҡтар, сөнки һыу бысранырға тейеш түгел. Ҡойонсаҡ шишмәһенән ике торба сығарып ҡуйырға ҡарар ителде, уның береһе – халыҡҡа һыу алыу өсөн, икенсеһе – эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге өсөн. Иң мөһиме – халыҡ риза булды.


Вернуться назад