Франция Шүлгәнташ менән танышты03.03.2017
Башҡортостан делегацияһының Францияның көньяғына сәфәре барышында Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей комплексын ойоштороу проекты менән таныштырыу сараһы булды. Делегация сәфәрҙә Шове һәм Ласко мәмерйәләренә арналған музей комплекстарын ҡараны.
Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙа­ланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре палеолитик живописты музеефикациялау һәм заманса музей экспозицияларын ойоштороу тәжрибәһе менән танышты. Улар шулай уҡ Валанс ҡалаһында шоколад һәм Бордо ҡалаһында шарап музейҙары экспозицияларын ҡарап сыҡты.
Үҙәк директоры Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге археологтар һәм архитекторҙар Франция музейҙа­рындағы китапхана фондтарына Башҡортостанға, Шүлгәнташ мәмер­йәһенә һәм “Урал батыр” эпосына арналған француз һәм инглиз телдәрендәге баҫмаларҙы тап­шырҙы. Ғалимдар Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең һәм тамғаларҙың Европа аналогтарына оҡшашлығын билдәләне.
— Делегациябыҙҙың Францияға сәфәрен сит ил коллегаларыбыҙ мөһим ваҡиға тип ҡабул итте. Шове мәмерйәһенең музей комплексын­дағы рәсми осрашыу төбәк теле­видениеһы вәкилдәрендә ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Урындағы матбуғатта “Шове мәмерйәһе. Рәсәй делега­цияһының эш сәфәре” тигән мәҡәлә донъя күрҙе, — тине Данир Ғәйнуллин.
Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей комплексын ойоштороу проекты ла француздарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
— Шүлгәнташ музей комплексы бинаһының архитектура стиле һәм силуэты быйыл февралдә асылған Ласко IV музейына оҡшаш булыуы бигерәк тә аптыратты. Ә бит проекттарҙы төҙөүселәр бер-береһе менән таныш түгел, — тине үҙәк етәксеһе. — Был хәл Европа киңлегендә сәнғәтте ҡабул итеүҙең берҙәм алымы хаҡындағы тезисты тағы ла бер тапҡыр раҫланы.
Франция белгестәре Башҡорт­останда музей комплексын ойоштороу идеяһын хуплап сыҡты һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мәмерйә стеналарының аныҡ күсермәһен яһау нескәлеген өйрәнде.
Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренең сираттағы осрашыуы быйыл июндә Бөрйән районындағы Мораттуғайҙа үтәсәк. Был осорҙа унда мәмерйә һүрәттәрен консервациялауға һәм музеефикациялауға арналған халыҡ-ара симпозиум буласаҡ. Сараға Көнбайыш Европала та­нылған реставратор, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермә­ләрен яһаусы рәссам Ален Далистың килеүе көтөлә. Ул Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәт­тәр төшөрөлгән стеналарҙың күсермәләрен яһау хаҡын һәм был эштең күләмен билдәләйәсәк.
— Франциялағы һәр ҡалала үҙҙәрендә етештерелгән продук­цияға арналған юғары технологиялы заманса тематик музейҙар бар. Мәҫәлән, шоколад, шарап, лаванда, әстрхан сәтләүеге, виноград музейҙары. Был туристарҙы йәлеп итеү сараһы булып тора, — тине Данир Ғәйнуллин. — Республи­кабыҙҙа ла ошондай музейҙар асырға кәрәктер.

(Сәфәр тураһында тулыраҡ киләһе һандарҙа Башҡорт­остандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин менән әңгәмәлә танышырға мөмкин).


Вернуться назад