Яҙҙың йәме, өйҙөң йәме – әсәләр03.03.2017
Яҙҙың йәме, өйҙөң йәме – әсәләр Сабыйҙар – Хоҙай Тәғәләнең оло бүләге, тиҙәр. Ә күп бала тәрбиәләгәндәр был осраҡта икеләтә бәхетле, тимәк.
Яҙҙың тәүге көндәрендә Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был көндө республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән 43 ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алып ҡыуанды.
– Яҙҙың матур иртәһендә һеҙҙе республика Башлығы һәм үҙемдең исемдән ихлас күңелдән тәбрик­ләйем. Нурлы йөҙҙәрегеҙгә ҡарап, ысынлап та яҙ етеүенә ҡыуанаһың, килер көндәрҙә өйҙәрегеҙҙә һәм илебеҙҙә ҡояш яҡтылығы булырына ышанаһың. “Әсәлек даны” миҙалы менән республикала йәмғеһе 7224 гүзәл зат тәбрикләнде. Бөгөн был исемлеккә һеҙҙең дә исемдәрегеҙ өҫтәлде. Бала бағыу, уларға матур тәрбиә биреү яуаплылығын үҙ иңдәрегеҙгә алған һәр бер әсәгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бала­ларығыҙҙан игелектәр-изгелектәр генә күрергә яҙһын, – тине Салауат Тәлғәт улы, ҡотлау һүҙҙәрен еткереп.
Йәмле һәм яҡты залға йыйылған күркәм йөҙлө әсәләргә ҡарап һоҡ­ланмайынса мөмкин түгел. Салауат Тәлғәт улының әйткән ҡотлау һүҙ­ҙәре, әсәләргә бүләк ителгән сәскәләр, уларҙың йөҙҙәрен нурлан­дырған йылмайыу күңелдә йылы тойғолар уята.
– Биш ҡыҙым – биш шатлығым, – ти Әбйәлил районынан килгән Мөбинә Өмөтҡужина. – Ҡыҙҙарым – өйөбөҙҙөң йәме, оло ярҙам­сыларым. Миңә терәк-таяныс булған ҡәйнәмә, әсәйемә, иптәшем Нәҙергә рәхмәтлемен. Ҙур ғаилә булғас, күберәк иғтибар, хәстәрләүҙәр ҙә кәрәк. Иптәшем Бөрйән урман хужалығында эшләп йөрөй, үҙем мәғариф учреждениеларын хеҙмәт­ләндереү буйынса үҙәкләштерелгән бухгалтерия хеҙмәткәремен. Бала­ларыбыҙға һәр саҡ ипле мөғәләмә итеп, дөрөҫ, матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
Земфира Исламова – Белорет районынан.
– Иптәшем менән ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ, оло улыбыҙ Өфө ҡалаһында эшләһә, бәләкәстәре Инйәр һәм Уҫманғәле ауылы мәк­тәптәрендә уҡып йөрөй. Балаларҙың күңелдәре тыныс, иҫән-һау булһалар, уларҙы ҡарау бер ҙә генә ҡыйын түгел. Ҡул аҫтына инеп үҙҙәре лә беҙгә ярҙам итәләр. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа. Үҙе­беҙҙең хужалығыбыҙ бар, баҡса үҫтерәбеҙ, мал тотабыҙ. Тормош иптәшем Ғәзиз менән беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған ҡайным-ҡәйнәмә рәхмәт. Иң терәр яҡындарың булыуы, ил-йорт тыныслығы, бала­ларыбыҙҙың сәләмәтлеге, үҙебеҙ һау булып эшләп йөрөһәк, ошо моғайын, оло бәхеттер, – ти Земфира Рәил ҡыҙы.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, күпселек әсәләр тәүге балаларын 27 йәшендә ҡулына ала. Был, әлбиттә, заман шарттары, йәшәү ҡиммәттәренең төрлө урынды биләүе менән бәйле. Уңышлы эш урынын табыу, фатирлы булыу, уңайлы йәшәү шарттарын булды­рырға тырышыу – ғаилә өсөн бик мөһим. Был йәһәттән Хөкүмәтебеҙ ҙә ғаиләләргә ярҙам ҡулын һуҙырға, төрлө дәүләт программалары менән ярҙам итергә тырыша. Нисек кенә булмаһын, гүзәл заттарыбыҙҙың төп бурысы – бала табыу һәм бағыу, ғаилә ҡотон, өй йылыһын һаҡлау. Бөгөн тәбрикләнгән бәхетле әсәләр ошо өлөштө оло яуаплылыҡ менән атҡарыуына һис шигебеҙ юҡ.



Вернуться назад