Юлдағы бер осрашыу01.03.2017
Быйылғы миҙгелдә ҡарҙың күплеге! Ҡышҡы каникулда йөрөп киләйем әле тип, ауыл яҡтарына юл тоттом. “ГАЗель” тәгәрмәстәре ап-аҡ киң ҡырҙар буйлап тәгәрәй. Көн бөгөн ап-асыҡ, зәңгәр күктә ҡояш балҡый, хыялда ғына була торған тып-тын матур ҡышҡы көн.
Осо-ҡырыйы күренмәгән киң ялан-ҡырҙарҙағы ҡарҙың аҡлығынан күҙ сағыла. Ошо гүзәллекте ҡарап килә торғас, янымда ултырған бер ағай телгә килде.
– Беҙ бала саҡта ҡыш яландарҙа ҡар тота торғайныҡ, – тине ул, миңә өндәшкәндәй итеп.
– Нисек ҡар тота торғайнығыҙ? Нимә була ул ҡар тотоу? – тип һораным ҡы­ҙыҡ­һыныуымды йәшерә алмай.
Әңгә­мә­сем һүҙен дауам итте, кемгәлер үҙе­нең хәтер ебен һүтә алыуына ҡыуан­ғандай:
– Миңә ул саҡтарҙа 10 йәш тирәһе булғандыр. Беҙ, бер нисә малай һәм ҡыҙ, егелгән санаға ултырып, баҫыуға йүнәләбеҙ. Малайҙар көрәк менән ҡарҙы телеп, ҙур шаҡмаҡҡа киҫә, ә ҡыҙҙар уларҙы бер-бер артлы теҙеп бара. Көнө буйы эшләйбеҙ, асығабыҙ, өшөйбөҙ, аяҡтарҙа – сабата!
– Нисек сабата? Әле һеҙгә нисә йәш? Сабатаны, белеүемсә, революцияға тиклем кейгәндәр...
– Мин һуғыш ваҡытында тыуғанмын. Һуғыштан һуң да кейҙек әле беҙ сабатаны!
– Ә ҡарҙы ни өсөн яланға теҙә инегеҙ?
– Иген уңһын өсөн! Яҙғыһын ҡар һыуҙары ситкә китмәй, баҫыуҙа ҡала, һыу күп булһа, иген уңа! Шуның өсөн яланға ҡыш бара торғайныҡ. Уйнар өсөн түгел, эшләр өсөн.
– Бына нисек икән…
– Унан һуң беҙ һәр бер өйгә йөрөп көл йыя торғайныҡ. Ат егеп бирәләр ҙә сана төбөнә берәй сепрәк түшәйҙәр, ул ваҡытта клеенка юҡ ине әле. Ҡайһы бер йортта мунсала ҙур бакка тултырып ҡуйған булалар. Беҙ ошо көлдө санаға ауҙарабыҙ ҙа артабан ҡуҙғалабыҙ. Байтаҡ ҡына көл йыйылғас, ҡырға алып барып, иген сәсә торған баҫыуға түгәбеҙ. Ергә ашлама булһын, иген уңһын өсөн.
– Минең дә ейәнем бар, хәҙер уға 10 йәш. Уны ошондай эшкә егеүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын…
– Эйе, беҙ бәләкәйҙән эшләп үҫтек. 10 йәштән ауыл малайҙары төрлө йомоштарҙы үтәне. 12 йәштән колхозда эшләй башланым. Тотош эш стажым – 60 йыл. Беҙҙең быуын ауыр зама­на­ларға тура килде.
Әңгәмәсем Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Фәнис Ғабдулхаҡ улы Миңле­баев булып сыҡты. Сығышы менән ул Туймазы районының Уяҙытамаҡ ауылы­нан. 45 йыл заводта станок янында то­ра, ҡулынан килмәгән эш юҡ, бер үк ва­ҡыт­та токарь, шымартыусы, фрезлау­сы була. Тырыш һәм намыҫлы хеҙ­мәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены ме­нән бүләкләнгән, байтаҡ миҙалдары ла бар.
– Ғәҙеллекте яратам, ғүмерем буйы хаҡлыҡ өсөн көрәштем. 45 йыл партия ағзаһы булдым, әммә унан сыҡтым. Сәбәбе былай булды… – Был ағайҙан тағы ла берәй ҡыҙыҡлы тарих ишетергә теләп, ҡолаҡтарымды ҡарпайттым. – Беҙҙең предприятие эшселәр өсөн йорт төҙөнө. Мин – профсоз рәйесенең уң ҡулы, урынбаҫар. Директор миңә: “Бар, һәр эшсенең йортона барып күр, кемдәр торлаҡҡа ныҡ мохтаж, шуларҙың исемлеген яҙ!” – тине. Мин һәр эшсенең өйөнә барып, үҙ күҙҙәрем менән күреп, кемдәрҙең ысынлап мохтаж икәнен тикшереп, исемлек төҙөнөм, ләкин директор үҙе нисек теләй, шулай таратты фатирҙарҙы. Кемдәрҙер ике фатиры була тороп та өсөнсөгә алды, ә кемдер өс бала менән дөйөм ятаҡта тороп ҡалды. Бындай ғәҙелһеҙ­леккә түҙә алманым. Директорға әйттем: “Улай булғас, мин партиянан сығам”. Беҙҙең юлдар ошонда айырылды.
Әңгәмәсем туҡтарға уйламаны. Өфө кешеһен ихтирам итә икән ул, шуны ла һиҙеп ҡалдым. Бәлки, үҙен тыңларҙай кеше булыуына ҡыуанып, күңелен­дәгеһен әйтеп ҡалырға тырышҡандыр.
– Эш кешене тәрбиәләй, – тип дауам итте ул һүҙен. – Ҡайҙа китте элек беҙ ҡылған тырышлыҡ? Беҙ бит ең һыҙғанып көс түктек! Киләсәк быуынға яҡшы тормош бирәйек тип тырыштыҡ! Бала­ларыбыҙ бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен, етеш тормошта йәшәһен, тип көнө-төнө эшләнек. Аслыҡты күрҙек. Иҫләйем, бала саҡта тешебеҙ менән ер кимерҙек, ерҙе һөрөп бөттөк, сөнки ашағы килә.
Олоғайған һайын ни өсөндөр шулар иҫкә төшә, ә бына бөгөнгө хәлдәр хәтерҙә ҡалмай. Әле нимә күрәбеҙ? Балалар түгел, ололар эшләмәй хәҙер. Эш юҡ, тиҙәр. Ҡуш ҡуллап тотонһаң, һәр эште яйға һалып була бит ул! Бына мин хәҙер һикһән йәшкә етеп киләм, эшкә саҡырып һаман шылтыраталар. Барыр инем, тик ҡулдар тыңламай, ҡалтырай. Токарҙар етешмәй, йәштәргә һөнәр өйрәтерлек кеше юҡ. Тимәк, эш урындары бар! Хәҙерге йәштәр эштең рәтен белмәй. Балаларҙы бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтмәйҙәр, эш күреп үҫмәй улар. Көнө-төнө компьютерға текәлеп ултыралар, ата-әсәне тыңламайҙар. Бөтөнләй башҡа юлдан бара тормош, төптө яңылыш юлдан тәгәрәй!
Автобус Октябрьский ҡалаһына инеп туҡтаны. Сәфәр тамам. Әңгәмәсем хушлашып, автобустан төшөп ҡалды. Ә мин уның һөйләгәндәре хаҡында уйландым...


Вернуться назад