Тәбиғәт менән бер бөтөн йәшәгәндең нәҫеле ҡоромаҫ28.02.2017
Бикҡужаларҙың нисәнселер быуын бабалары бей булған. Көйөргәҙе йылғаһы буйын төйәк иткән ул. Көслө көрәшсе, оҫта һунарсы, балыҡсы, тирмәнсе был олатайымды Хужа бей тип атарға йөрьәт итәм. Уның төплө аҡылға эйә булыуын, һәр эшкә уйлап тотоноуын, халыҡ араһында һүҙе үтеүен иҫәпкә алып, ырыуҙаштары староста итеп һайлаған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр, ә Хужаның һөнәрҙәре, һанай башлаһаң, етмештән дә артыҡ булғандыр, валлаһи.
Көндәр, йылдар төрлө саҡтары ме­нән йә һөйөндөрөп, йә көйөндөрөп, бер-бер артлы үтә торған. Имәндәй ныҡ Хужабей ир уртаһы – иллегә етеп, ике ҡаты­ны, күмәк бала-сағаһы менән ҡыш көндәре тау битендәге ҙур ғына ике ағас өйөндә, йәйгеһен Көйөргәҙе буйындағы биләмәләрендә тирмә ҡороп көн иткән.
Уның ғәйрәтлегенә аптырап, “төрлө сихри көстәр менән бәйләнеше бар” тигән һүҙ ҙә таратҡан көнсөл йәндәр. Сәбәбе – ҙур ҡара йылан. Был ағыулы ҡара “ҡайыш” Хужа бер үҙе булған саҡтарында эргәһендә йоҡомһорап ята торған булған. Халыҡ ошо йылан тоҡомо ырыуҙың именлеген, ҡотон һаҡлай икәнлегенә ышанып йәшәгән, йәштәргә лә иҫкәртә килгән. Изге һаналған йән эйәһен йә уның балаларын үлтереүсе кеше ҡаты язаға тарттырылған.
Йәйге эштәр тамамланып, һалҡын­дар башланғас, Хужа ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләү өсөн һунарға, балыҡҡа йөрөгән.
Шулай бер заман арып-талып урман төпкөлөнән ҡайтһа, ни күрә: ауылы яндырылған, йыланының ояһы өҫтөнә һәнәк сәнселгән. Ҡотһоҙ шомлоҡ... Каратель отряды үтеүе көн кеүек асык.
Бей – өс тешле һәнәк хужаһы, бөтөн ырыуҙың әрнешен күккә ишетерлек тауыш менән ҡабат-ҡабат ҡабатлаған. Бер аҙ һушына килгәс, арғы ярҙағы тимер­легендә, исмаһам, берәйһе йәшенеп ҡал­манымы икән тип, шул яҡҡа табан атлаған.
Тынысланыр өсөн бисмиллалап һал­ҡын һыу менән ҡат-ҡат битен йыуған. Аръяҡтағы ҡамыш араһынан тишкеләнеп бөткән ағас кәмәһен һөйрәп сығарыуға көсөргәнештән хәле бөтөп, ҡырсынға ауған. Иҫенә килгәндә, аръяҡтағы тимер­легенең синегендәге урындыҡта ятҡан. Хужа ауырайған күҙ ҡабаҡтарын күтәрә һәм йөҙөндә йылмайыу хасил була:
– Иҫән ҡалған берегеҙ бармы? Әсәһе, тим, ҡымыҙ һорамам, һыу ғына килтереүсе табылмаҫ инде?..
Ир йән әрнеүенә түҙмәй ыңғыраша-ыңғыраша, дарҫлап типкән йөрәген тотоп, ер иҙәнгә ауған. Ипләп кенә ишекте асып ебәргәс, иртәнге ҡояш нурҙары мең сатҡы булып күҙҙәренә килеп бәрелгән.
Уның өмөтө – иң өлкән улы Усмандың йәше лә тулмаған сабыйы – Хужаның ейәне. Өмөтбайы бейә һауып ултырған әсәһенең яурынынан ҡулдарын айырып, олатаһына табан тәүге ныҡлы аҙымдарын яһаған...


Вернуться назад