Ғүмер үткән һайын, артҡа күберәк күҙ һалаһың, тиҙәр. Ысынлап та, был дөрөҫ. Әсәйемдең вафатына ун алты йыл үтһә лә, һаман да беҙҙең янда һымаҡ. Күрше генә йәшәгәс, беҙгә көнөнә әллә нисә тапҡыр инеп сығыр ине. Хатта ҡайһы ваҡыт үҙенә-үҙе аптырап: “Бая ғына килгәйнем, бер йомошһоҙ тағы нимәгә килдем икән?” – тиер ине.Балаларына һәр саҡ күңеле тартылып торғандыр инде. Быны йылдар үткәс кенә аңлайһың. Ә ваҡытында ҡайҙа ул бушау: эшләйбеҙ, йүгерәбеҙ, һис кенә лә өлгөрмәйбеҙ. Бигерәк тә һиңә тынғыһыҙ көндәрҙә, ай-вайына ҡарамай, сәйгә алып ҡайтып китһә, тауҙай эшең ҡала. Бына хәҙер бушаным да, әсәйем генә юҡ... Фоторәсемдәре һәм иҫтәлектәре генә ҡалды. Уның шундай матур бер ғәҙәте була торғайны: фотоларҙың артына кемдәр икәнен, ҡасан, ҡайҙа төшкәндәрен тулы итеп яҙып ҡуя. Ошо һүрәттәр – үҙе бер тарих. Ана шуларҙың береһе был мәҡәләгә нигеҙ булды.
...Атайым менән әсәйем бик йәшләй өйләнешә. Оҙаҡ ваҡыт никахтарын да теркәй алмайҙар. Тәүге балалары ла өс йылдан һуң ғына тыуа. Апайыма бер йәш тулғанда атайҙы әрмегә алалар. Ул Курил утрауҙарына эләгә. “Хаты бер ай килә торғайны”, – тип һөйләр ине әсәйем. Шулай бер саҡ: “Бик һағындырҙың, фотоға төшөп һал”, – тип хат яҙа. Ул замандарҙа фотографтар ауылға бик һирәк килгән. Әсәйем матур кейемдәрен әҙерләп көтөп торған.
Фотограф йәш кенә егет икән: “Былай ҡупшы кейенеп, кемгә бүләк итәһең?” – тип шаяртып күҙ ҡыҫҡан. Әсәйем: “Кейәүемә, кемгә булһын бүтән”, – тигән ҡаты ғына итеп. Йәне көйгән фотограф: “Улай булғас, ҡулыңды күкрәгең тапҡырына ҡаушырып ҡуй”, – ти икән. Әсәйем: “Мин һиңә әртисме әллә улай төшөргә”, – тип яуаплаған, асыуланып. Егет тә ныҡыш икән, улайһа төшөрмәйем, тип ҡурҡытҡан. Әсәй ул ҡушҡанса төшөргә мәжбүр булған.
Тағы ла бер фотоһында өҫтөнә плащ, ә аяғына быйма кейеп төшкән. “Ниңә улай кейендең?” тип һорағас, “Ныҡ ауырый инем, температурам юғары, үҙем өшөп барам. Март ҡояшы йылы булғас, плащ кейҙем, өшөгәнгә быйма кейҙем”, – тип беҙҙе көлдөргәйне.
Үҙ ваҡытында уҡый алмаһа ла, әсәйем ғилемле ине. Телмәре бай, мәҡәлдәр ҡушып ҡына һөйләй торғайны. Хәтере яҡшы, тарихты һәйбәт белде. Өләсәйем Тайба, уның әсәһе Хөсниямал да абыстай булған. Ҡөрьән уҡып, намаҙҙан айырылмағандар.
Әсәйем Вазифа Сабирйән ҡыҙы Солтанова (Ноғаманова) 1926 йылда Ғәлиәхмәр ауылында донъяға килгән. Уға тиклем өләсәй менән олатайҙың балалары үлеп торған. Әсәйем тыуғас та, кендек әбейе йәһәт кенә тышҡа алып сыҡҡан да асыҡ тәҙрәнән: “Бәпес һатам, кем ала?” – тип ҡысҡырған, һәм өләсәйемдәр “һатып” алған. Ана шул йоланан һуң ул йәшәп киткән.
Атаһын, хәрби кеше булараҡ, Белорет ҡалаһының комиссариатына эшкә тәғәйенләгәндәр. Әсәйем биш йәшкә тиклем урыҫ балалары менән балалар баҡсаһына йөрөп, тик урыҫ телендә генә һөйләшкән. Өләсәйем “Балам мәрйә булып үҫә, үлһәм, урыҫ зыяратына ерләрҙәр инде” тип илағас, кире Ғәлиәхмәргә күсенеп ҡайтҡандар. Ауыл балалары урыҫса һөйләшкән, ҡаласа матур кейем кейгән ҡыҙҙы, “мәрйә” тип, уйнатмаған. Уҡырға төшкәс, сумкаһын тартып алып, шылғаҡҡа сыҡһа, санаһын емереп ыҙалатҡандар. Ахырҙа, өләсәйем сепрәк муҡса тегеп, аяғына сарыҡ кейҙереп ҡуйған. Сарыҡтың табаны тайып, әсәйем гел аунап, илап ҡайтыр булған. Ә олатайым ағас сана яһап биргән, шунан һуң ғына уны тиҫтерҙәре ҡабул иткән.
Үҫеп, буй еткергәс, уларҙың ғаиләһе Зәйнәкәй ауылына күсеп килгән. Олатайым бер бөртөк ҡыҙын үҙе һау саҡта кейәүгә биреп, бай ғаиләгә урынлаштырырға уйлаған. Боронғо йолаға ярашлы, әсәйемдән һорап тормаған. Күршелә генә йәшәгән бик етеш кешенең улына өс һыйырға һатҡан. Иртәгә никах уҡыла торған төндә, һөйгән егете, йәғни атайым, тәҙрәнән ҡыҙҙы алып ҡасҡан. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бергә йәшәмәһәләр ҙә, әсәйем тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалып, яңғыҙ ғына донъя көттө, беҙҙе үҫтереп кеше итте.