Фәрештәгә тиң мөғәллимә28.02.2017
Фәрештәгә тиң мөғәллимә Һәр ауылдың, һәр ҡаланың күренекле, башҡаларға өлгө булырҙай шәхестәре була. Был йәһәттән беҙҙең Бөрйән районының Байназар ауылы ла ситтә тороп ҡалмай. Был йәһәттән балаларҙы оло тормош юлына сығарған физика-математика уҡытыусыһы Фәнүзә Бикбаева-Шағаеваны өлгө итеп ҡуйырға була. Уның уҡыусылары араһында алдынғы табип, уҡытыусы, тәрбиәсе, агроном, инженеры ла бихисап.
Фәнүзә Хәким ҡыҙы сығышы менән Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлағас, юллама буйынса Бөрйән районына уҡытыу­сы булып эшкә килә. Хеҙмәт юлын Әтек мәктәбендә физика, математика, һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы булып башлай. Йәш ҡыҙҙы ауыл халҡы, ата-әсәләр, балалар бик хөрмәт итә. Ике йыл Әтектә эшләгәндән һуң, Байғаҙы мәктәбендә уҡыта. Ошонда уҡ 1954 йылда хеҙмәттәше Әхмәт Шағаевты осрата, һәм йәштәр өйләнешә. Яҙмыш еле уларҙы Байназар дөйөм урта белем биреү мәктәбенә илтә. Улар бында ла йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә ныҡлап тотона. Фәнүзә Хәким ҡыҙы уҡыусыларға яратҡан фәндәренән белем бирһә, Әхмәт Тимерйән улы был мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәт серҙәрен төшөн­дөрөү менән бер рәттән, дирек­торҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса алыш­тырғыһыҙ урын­баҫары булып ихтирам ҡаҙана.
Фәнүзә менән Әхмәт Ша­ғаев­тар Байназар ауылында татыу­лыҡта ғүмер кисереп, дан ғаилә булып, хөрмәт ҡаҙанып, 44 йыл бергә ғаиләләрендә биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн уларҙың дүртәүһе иҫән-һау, матур итеп йәшәйҙәр. Иң оло ҡыҙы Наилә Зәйнуллина – ауылда шәхси эшҡыуар, Байназар ауыл советы депутаты; Рәйлә – Өфөлә юғары категориялы шәфҡәт туташы; Шамил улы ауылда төп­ләнгән, кинйәбикәһе Фәнилә Фәнүзә Хәким ҡыҙы менән бергә татыу­лыҡта матур итеп донъя көтә. Балалары ярҙам­дарынан өҙмәй, хәл-әхүәл белешеп тора.
Олуғ мөғәллимәнең йорто һәр саҡ ҡотло, матур. Йәй көндәрендә ихатаһында сәскә-гөлдәр, йәшел­сә, еләк-емеш үҫә. Тәҙрә төптә­рендәге гөлдәр күҙҙең яуын ала. Бөгөн дә ветеран-уҡытыусының ҡулдары буш тормай. Ул шәл, ултырғыс, диван, һандыҡ түшәк­тәрен мең биҙәккә сорнап, бәйләп һалып ҡуя, дуҫтарына, уҡыусы­ларына бүләк итә. Таҫтамал, ҡулъяулыҡ сигә. Өҫтәленән әле­нән-әле тәмле-тәмле бәлештәре өҙөлмәй.


Вернуться назад