Буталған төшөнсәләр28.02.2017
Һуңғы арала ҡайҙалыр вокзал шартлауы, самолет ҡолауы, уларҙың терактҡа бәйле булыуы йыш ҡына ишетелеп тора. Бынан иһә бәғзеләр барлыҡ яуызлыҡты мосолмандарҙан күрә башлай. Тик был – таяҡтың бер генә осо. Икенсенән, Рәсәйҙә тыйылған экстремаль төркөмдәргә ауышҡан йәштәр ҙә табылып тора. Был йәһәттән аҡ менән ҡараның айырмаһын аңлатыу эшен алып барыу маҡсатында Башҡорт дәүләт аграр университетында “Ислам экстремизмға ҡаршы” тип аталған йәштәр форумы үткәрелде.
Сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Тимур Вәлитов изге һәм яуыз ниәттәрҙең айырмаһы тураһында һөйләне. Был йәһәттән ниндәй милләттән, диндән булыуыңа ҡарамаҫтан, дөрөҫ юлдан барырға кәрәклеген раҫланы. “Төрлө ағымдар бар. Улар йәш аҡылдарҙы алдаштырып, үҙҙәренә йәлеп итә. Шуға ла беҙ йәштәрҙе һаҡларға бурыс­лыбыҙ”, – тине ул.
Тик кешенең үҙенә лә аңлы һәм абай булырға кәрәк, сөнки дин бер ваҡытта ла йән ҡыйырға, яуызлыҡ ҡылырға саҡырмаясаҡ тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Ә төп фекер шул булды: Ислам менән терроризм төшөн­сәләрен бутарға ярамай.
Форумда шулай уҡ йәш йырсы Илгиз Абдрахманов, Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт Фәйзуллин, “Тархан” командаһы етәксеһе һәм тренеры Динар Аҡмырҙин сығыш яһаны. Студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуап алды.


Вернуться назад