Тәбиғәт байлығы сикһеҙ түгел28.02.2017
Былтыр Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙың 200-ҙән ашыу осрағын теркәгән.
Белорет, Учалы һәм Мәсетле райондарында ошо өлкәләге етешһеҙлектәр айырыуса күп. Дөйөм алғанда 11 миллион һумдан ашыу штраф һалынған, 23 мәсьәлә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән, тағы ла өс ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.
– Рөхсәт ҡағыҙы булмай тороп, дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән өсөн юридик ойошмаларға 800 меңдән 1 миллион һумға тиклем штраф һалына, – тине экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Филүс Яхин. – Бындай эштә иң мөһиме – енәйәтсене енәйәт ҡылған ерендә тотоу һәм теркәү, тейешле дәлилдәрҙе туплау.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа әүҙем ҡулланылған пилотһыҙ осоу аппараттары был йәһәттән инспекторҙарға ҙур ярҙам күрһәтә.