Әбйәлилдең данлы улдарының береһе Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижады менән яҡшы таныш булғандар уның “Һыулүҙәк” шиғырын иҫләйҙер. Авторҙың үҙе менән яҡындан аралашҡандарға Ҡол-Дәүләттең йырлағанын да ишетергә насип иткәндер. “Һыулүҙәккәй буйы көтөү-көтөү, Көтөүҙәргә хужа Никитин. План да ҡыуған түрәләргә Башҡорт еркәйҙәре ике тин...” – тип йырлана унда. Бөгөн иҫән булһа, шағирҙың йөрәге “Ер-һыу атамаларын боҙоп яҙыу ситтән килгәндәргә ике тин” тип әрнер ине, моғайын.Хәлил һәм Әлмөхәмәт ауылдары араһындағы Һыулүҙәк йылғаһы аша һалынған күперҙе әбйәлилдәр генә түгел, хатта баймаҡтар ҙа “Шайтан күпере” тип йөрөтә. Имеш, был күперҙең үҙ эйәһе бар, шуға күрә тап ошо урында күп кенә авариялар була, хатта кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Электән был урында йырҙарҙа йырланған Һыулүҙәк йылғаһының исеме яҙылмаған. Кем белә, бәлки, йылға, үҙенең атамаһын яҙмағас, үҙ көсөн дә күрһәтеп маташалыр. Ярай, быныһы шаяртыу булһа, ысынында хәл аяныслыраҡ.
Күптән түгел нисәмә йыл ремонтланмаған күпер бынамын итеп эшләнде, уға ярашлы, ер-һыу атамаларының, ниһайәт, ике телдә исеме яҙылды. Тик уны уҡығас та, илап ебәрерлек, ниндәй матур Һыулүҙәккәй йылғаһы ике телдә лә “Сулузяк” тип алынған. Көн артынан көн, ай артынан ай үтә, әммә хаталы яҙыуҙы күреүсе лә, алмаштырыусы ла юҡ. Телебеҙҙе кем боҙа, әлбиттә, үҙебеҙ! Бәлки, быйыл Һыулүҙәк үҙ исеменә ҡайтыр?!