Интернет аша уңайлы28.02.2017
Башҡортостан халҡының пособие һәм субсидияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юлларға мөмкинлеге бар. Әлеге ваҡытта www.gosuslugi.ru сайтында социаль ярҙам саралары буйынса алты дәүләт хеҙмәтен электрон хәлдә файҙаланырға була. Бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларына түләү буйынса субсидиялар, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияларына социаль пособие, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлеккә һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған граждандарға баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата ярҙам тураһында һүҙ бара.
Бынан тыш, порталда ваҡыт­лыса эшкә һәләтһеҙлеккә һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған граждандарға сабыйы тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиены, ишле ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ түләүҙе, балалары булған студент һәм аспиранттарға пособиены юлларға мөмкин.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү республика ауылдарында теркәлгән, әммә ҡалала йәшәгәндәр өсөн бик уңайлы.


Вернуться назад