Ихтыяж бөтөүгә табан бара28.02.2017
Башҡортостанда халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереү программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Властар алдына йәмғеһе 28 мең самаһы кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү бурысы ҡуйылған. Программа өсөн, дөйөм алғанда, 14 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителгән. Эш ил, республика һәм муниципалитеттар ҡаҙналары иҫәбенән финанслана.
– Бөгөнгә төбәктә халыҡты иҫке торлаҡтан күсереү буйынса програм­маның 75 проценты үтәлгән. Уның ваҡытында тамамланырына иҫәп тоторға нигеҙ бар, – тип белдерә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.
Атап әйткәндә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр ите­үенсә, Өфөләге Кузнецов затонында авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙа йәшәүселәр өсөн күп ҡатлы биш йорт төҙөлгән. Уларҙың беренсеһе быйыл мартта уҡ хужаларын ҡабул итәсәк, ҡалғандарын йәй башланыуға ҡарай әҙерләп бөтөргә вәғәҙә­ләйҙәр. Сибай ҡалаһында ла граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу тамамланып килә. Ошо көндәрҙә унда йәнә 12 ғаилә Зәки Вәлиди урамындағы 47-се йорттан яңы фатирҙар алды. Киләһе ай аҙағына тиклем тағы ла Островский урамындағы ике йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
– Граждандарҙы авария хәлен­дәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә беҙҙә дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метрлыҡ 703 фатир һатып алынған. Ғөмүмән, ошондай мөмкинлек тыуыуы арҡаһында һуңғы йылдарҙа 1,7 меңдән ашыу кеше өй туйлаған, – ти Сибай хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов.
Шишмә районында граждан­дарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү программаһын ағымдағы йылдың III кварталында тамамлау күҙаллана. Ошо ваҡыт­ҡа район үҙәгенең Көнбайыш урамындағы дүрт ҡатлы йортто сафҡа индереү ҡаралған. Әлегә был бинаның диуарҙары һалынып бөткән, ҡыйығы ябыла. Сираттағы социаль йортто файҙаланыуға тапшырғас та Шишмә районында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк, тинеләр урындағы хакимиәттә.


Вернуться назад