Үҙ өйөңдә ҡол булһаң...28.02.2017
Үҙ өйөңдә ҡол булһаң... Йыл да ошо осорҙа, йәғни Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәре араһында, ир-уҙамандар менән гүзәл зат вәкилдәренең йәмғиәттә биләгән урыны, улар кисергән ауырлыҡтар, иңдәренә һалынған яуаплылыҡ хаҡында уйланып алам. Ир менән ҡатын ғаилә йөгөн тигеҙ тартырға тейешме? Әгәр түгел икән, кемеһе ҡайһы яҡлап нығыраҡ тырышырға бурыслы? Уларҙың бер-береһенә ҡарата ниндәй хоҡуҡтары бар? Берсә ғаилә башлыҡтары, берсә хужабикәләр үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлағанда саманы онотоп ебәрә бит юғиһә. Моғайын, уҫал мөғәмәләне барыбер ҙә гүзәл зат нығыраҡ татыйҙыр. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта был мәсьәлә көн ҡаҙағында ҡала килә. Бигерәк тә “ғаилә мөнәсәбәттәре”н енәйәт эше тип түгел, ә административ хоҡуҡ боҙоу тип баһаларға ҡарар иткәстәр, йәмғиәттә төрлө фекерҙәр яңғырай.
Тәү ҡарамаҡҡа беҙҙең йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ тулыһынса иғтибар һәм хәстәрлеккә солғанған кеүек, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы борсоған, хафаға һалған мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, күптәре эшкә урынлашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерә, төрлө урындарҙа, шулай уҡ үҙ яҡындары араһында ла шәхесен ихтирам итеүҙәренә мохтаж. Ғаиләлә яҡлау тапмаусы, иренән ҡыйырһытылыусы, балалары менән мөнәсәбәтен көйләй алмаусы ҡатындар бигерәк тә йыш осрай. Эйе, күп осраҡта үҙ өйөндә бәхетһеҙлек кисерә улар.
Әйткәндәй, һәр йылдың ноябрь айы аҙағында халыҡ-ара кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата йәбер-золомдо бөтөрөү хаҡына көрәш көнө билдәләнә. Был проблемаға иғтибар йүнәлтеүҙе күҙҙә тотҡан сараларҙы үткәреү хаҡында ҡарар БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1999 йылда ҡабул ителгән. Әүҙемсе ҡатын-ҡыҙҙар иһә золомға ҡаршы көрәш көнөн 1981 йылдан бирле билдәләп килә.
Был проблема ысынлап та бик етди шул. Һандарға ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл һайын ире, абышҡаһы һәм туғандары, яҡындары ҡулынан 14 меңләп ҡатын-ҡыҙ һәләк була. Һәр бишенсе ҡатын-ҡыҙ бөгөн ир туҡмағының ни икәнен үҙ тәнендә тойоп белә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса төп сәбәптәр – ирҙең эсеүе, матди етешһеҙлек, эшһеҙлек. Варфоломей төндәрен эшһеҙ эскеселәр генә түгел, профессорҙар ҙа ойоштороуы ихтимал.
Журнал тыштарында йәки телеэкран­дарҙа өҫ-башы ыҫпай, буй-һыны зифа, затлы биҙәүестәр таҡҡан ҡатындарҙы күргәс, йыш ҡына “Бәхетле кеше!” тип ҡуябыҙ. Әммә, яҙмыштары менән танышһаң, күптәренең тормошонан ҡәнәғәт булмауы, төрлө ҡыйынлыҡтар менән даими көрәшеп йәшәргә мәжбүр икәнлеге асыҡлана. Уларҙың барыһы ла гүзәл зат бәхете төшөнсәһен үҙенсә аңлай, һәр кемеһенең проблемаһы ла тауҙай. Социологтар, ҡатын-ҡыҙҙарҙы төшөнкөлөккә бирелергә мәжбүр иткән, өҙгөләндергән сәбәптәр буйынса бер нисә төргә бүлеп ҡарағас, уларҙың 40 проценты – балалары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яйға һала алмауҙан, 30 проценты – яңғыҙлыҡтан, 18 проценты – ғаилә башлығының эсе­үенән, 10 проценты иренең хыянатынан һәм 2 проценты төрлө ауырыуҙарҙан яфаланыуын билдәләгән. Психологияла “үҙен һиҙҙерткән” һәм “асыҡланған” проблемалар араһында айырма ҙур. “Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр менән әңгәмә­ләшкәндә шуға инанаһың: “һиҙҙертте” тигәне – асыҡланаһы проблеманың бер осо ғына, – ти белгестәр. – Кеше үҙенең ни сәбәпле борсолғанын яҡшылап аңлап та етмәй”.
Нисәлер йыл элек республика райондарының береһендә ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамлашыу маҡсатында асылған социаль үҙәктә булырға насип иткәйне. Ундағы “ышаныс телефоны”на гүзәл зат вәкилдәре тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә шылтырата, тәжрибәле психологтан кәңәш һорай, күңелен йыуата ала. Көнөнә 7-8, ҡайһы саҡта 10 мөрәжәғәт ҡабул ителә, тине үҙәк белгестәре. Төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙе генә түгел, үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйыныусыларҙы ла ҡотҡарған саҡтары булған.
Социаль комплекс ҡарамағында эскелектән, наркоманиянан яфаланыусылар өсөн аноним клубтар эшләүе, онкологик сирлеләрҙе, төрмәлә ултырып сыҡҡан ҡатындарҙы яҡлау төркөмдәре булыуы, ғаиләһендә ҡыйырһытылғандар һәм йәшәргә урын тапмағандар өсөн социаль ҡунаҡхананан урын тәҡдим ителеүе, бушлай юридик консультациялар ойошторолоуы хаҡында һөйләнеләр. Инвалид бала тәрбиәләүселәр ҙә килеп, психологик ярҙамдан файҙалана икән. Хатта эшҡыуар ҡатындар йыш мөрәжәғәт итә булып сыҡты. Ғаилә тормошоноң бөтөн ауырлығын үҙ иңенә һалырға мәжбүр ханымдарҙың күбеһе, иренең еңелгә өйрәнеүенә, балаларының һәр нәмәне аҡса менән үлсәп ҡарауына, әсә кешенең тынғы белмәй эшләүен тейешенсә баһа­ламауҙарына зарланып, депрессияға юлыға, ти.
Психолог булып эшләүсе бер ҡатын өҫ-башына ҡарағанда матди мохтажлыҡһыҙ күренгән, әммә оҙаҡ ваҡыт стресс хәлендә йөрөгән урта йәштәрҙәге бер ханым менән шөғөлләнгәнен һөйләгәйне. Ф. ун биш йылға яҡын никахта тора, ике балаһы бар, ти. Иренең эш хаҡы юғары ғына, ғаиләһен матди яҡтан тейешенсә тәьмин итә ала икән. Шулай ҙа ғаилә башлығының холҡо тотороҡһоҙ: ҡатынына ла, балаларына ла һалҡын, тупаҫ мөнәсәбәттә, ваҡ ҡына сәбәптән дә сығырынан сыға, сабыйҙарҙы йәберләй, әсәләренә һуғып ебәрә... Ҡатын, байтаҡ ваҡыт баҫым аҫтында йәшәһә лә, ғәйепте үҙендә генә күргән, үҙ холҡон ғына төҙәтергә, иренең талаптарына яраҡ­лашырға тырышҡан. Был, билдәле, ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй, киреһенсә, әсә кешенең нервы системаһын ҡаҡшата. Хәлде киҫкенләштереүсе тағы бер сәбәп – бәләкәй ҡыҙы инвалид булыу арҡаһында ҡатындың өйҙә ултырыуы, йәғни тышҡы донъянан сикләнгәнлеге, финанс йәһәтенән иренә бойондороҡлолоғо.
Ҡатын ысынлап та психологик ярҙамға һәм яҡлауға мохтаж булған. Уның эмоциональ хәлен үҙгәртеү, үҙ көсөнә ышанырға мәжбүр итеү, килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу ысулын табырға ярҙамлашыу кәрәклегенә шунда уҡ төшөнгәндәр. Быға өлгәшеү ҡатын иренән айырым йәшәгәндә генә мөмкин, тип ҡарар ҡылған психолог. Шуға уға балалары менән бергә икенсе фатирға күсенеп торорға кәңәш бирелгән. Белгестәр ярҙамы менән Ф. тынысланған, үҙ көсөнә ышаныс, ихтыяр туплаған. Судҡа ғариза биреп, иренән айырылғас, балалары менән шәхси фатирына ҡайтҡан, алимент юллаған, эшкә урынлашҡан, йәғни тормошон үҙаллы ҡороуға өлгәшкән.
Күп осраҡта ирҙәренең тупаҫлығы ғына түгел, балаларының тормошҡа яраҡлаша алмауы ла ут йотоп йәшәргә мәжбүр итә ҡатындарҙы. Анализлау һөҙөмтәләре был күренештең төп сәбәптәре ғаилә тәрбиәһенә ҡайтып ҡалыуын, кешенең һайлаған юлы күпселек осраҡта ғаиләләге мөхиттең ниндәй булыуына бәйле икән­леген күрһәткән. Статистика раҫлауынса, психик тайпылыштарҙың 22 проценты ғына – тыумыштан, ә ҡалғаны тәрбиәнең камил булмауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тәрбиә биреү – шәхси, ҡатмарлы ижади эш ул. Бала бит компьютер түгел, уны йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй һәйбәт шәхес итер өсөн программаға көйләп булмай. Сабый менән нисек аралашырға, яра­мағанды, кәрәкмәгәнде ни рәүешле иҫкәртергә, һаулыҡ һәм йәмғиәт өсөн зыянлыны күрә белергә ҡайһылайтып өйрәтергә? Унда тормошҡа яуаплы мөнәсәбәтте ниндәй юл менән тәрбиә­ләргә? Бындай һорауҙарға яуап табыуы бик ауырға төшә әсәләргә.
Әлбиттә, әсәлекте һәм балалыҡты, ғаиләне яҡлау хаҡында ҡануниәт бар, һәм был закондар һөҙөмтәле үтәлә. Әммә бының менән генә именлекте тәьмин итеп булмай. Үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ, әрләшеүҙәр, бер-береңә ҡарата көс ҡулланыу, ғаиләләр тарҡалыуы, үҙеңә ҡул һалыу һ.б. өсөн сәбәптәр юҡтан тыумай бит. Йәшәү шарттарының яҡшырыуы, кеше хаҡында ныҡлы хәстәрлек булыуы ғына ҡотҡарасаҡ халыҡты үкенесле яҙмыштарҙан.



Вернуться назад