Ер булғас, уға мөнәсәбәт тә бер булһын28.02.2017
Ер булғас, уға мөнәсәбәт тә бер булһын Яҙ яҡынлаша. Оҙаҡламай беҙҙең йәшәү сығанағы – баҫыуҙар, көтөүлектәр, сабынлыҡтар, йәшелсә һәм емеш баҡсалары – ҡарҙан әрселәсәк. Заман үҙгәрә, ер шул килеш ҡала. Хәҙерге технологиялар баҫымы аҫтында ул киләсәктә лә беҙҙе туйҙыра алырмы? Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарылған парламент тыңлауҙары шул һорауға яуап эҙләне.
Башҡортостанда бөгөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 7 миллион 320 мең гектар ер иҫәпләнә, был дөйөм фондтың 51 проценты тигән һүҙ. Һуңғы биш йылда ошо майҙан, башҡа категорияларға күсерелеү сәбәпле, 411 мең гектарға кәмене.
Ошо тәғәйенләнештәге ерҙе хоҡуҡи яҡтан көйләү мәсьәләләре һәм уларҙың киләсәк төҫмөрләнеше тикшерелгән парламент тыңлауҙарында билдәләнгәнсә, ерҙе хужалыҡ әйләнешенән алыу һәм кире ҡайтартыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә бара.
– Ауыл хужалығы биләмәләренең шаҡтай ҙур өлөшө файҙаланылмай ята, ләкин бының сәбәбе хужаһының финанс ауырлығы кисереүендә түгел, ә алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнергә ынтылыуында, – тине парламенттың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов.
Бындай хәлдәрҙең күпселек осрағында ниндәй ҙә булһа эшҡыуар ҡала янында хаҡы ҙур булған ер биләмәләрен арзанға ғына ала һәм коммерция мәнфәғәтендә файҙалана башлай: фермерҙарға, шәхси торлаҡ төҙөүселәргә, сауҙа йәки логистика үҙәктәре өсөн майҙан эҙләүселәргә, башҡа төҙөлөш объекттары өсөн ҡиммәтерәккә һата.
Был сарала раҫлауҙарынса, ерҙе файҙа­ланыуға муниципаль кимәлдәге йоғонтоло контроль булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта уны йоғонтоло тип булмай: ерҙе маҡсатҡа ярашлы файҙаланмаған өсөн тартып алыу йыш ҡына был майҙандың буш ятыуына килтерә, сөнки биләмәне һатып алыу конкурсында ҡатнашыусылар табылмай. Бынан тыш, урындағы власть уны ауыл хужалығында ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуймаған икенсе төргә ҡабат күсерергә лә хоҡуҡлы.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсә­бәттәре министры урынбаҫары Илнур Әбсәләмовтың сығышынан күренеүенсә, ер майҙаны ҡала эргәләрендә торлаҡ төҙөлөшө алып барыу, ауыл һәм ҡасабаларҙы киңәйтеү өсөн дә кәрәк. Ә бындай урындағы ерҙең сифаты буйынса аныҡ һәм берҙәм мәғлүмәт етешмәй. Ошо кәмселекте төҙәтеү буйынса эш бара. Министрлыҡ, мәҫәлән, күптән түгел юғары уңдырышлы ауыл хужалығы биләмәләренең исемлеге буйынса хөкүмәт ҡарарының проектын әҙерләгән. Бынан тыш, И. Әбсәләмов депутаттарға уңдырышлы ерҙе төҙөлөш өсөн биреүҙе тыйған федераль закон проекты эшләп Дәүләт Думаһына ебәрергә тәҡдим итте.
“Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе маҡсатлы һәм табышлы булырлыҡ кимәлдә файҙаланыуҙы иҡтисади яҡтан дәртләндергән саралар кәрәк”, тип билдәләне парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар. Республикала ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ярашлы, былтыр ер үлсәү һәм дәүләт ер кадастры эштәре башҡарыу өсөн 78 миллион һум бүленгәйне, быйыл ошо күрһәткес 115 миллион һум тип планлаштырылған.



Вернуться назад