Бала шаһит булһа...24.02.2017
– Кейәүгә сығыуыма өс йыл тулып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетле көндәрем һанаулы ғына булғандыр: үҙ өйөмдә үҙем рәнйетеләм. Ирем бергә йәшәй башлағанда уҡ ҡул күтәргәйне, аҙаҡ был ҡылығы ғәҙәткә әйләнде. Улыбыҙ үҫә. Уның күҙ алдында рәнйетә башлаһа, ни эшләрмен? Айырылайым да ҡуяйым тим дә, тағы туҡтап ҡалам...
(Хаттың авторы исемен ҡуймауҙы һораған).
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Мин һеҙҙе ике енес итеп яраттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был күренеш әҙәм балаларына ғына түгел, үҫемлек донъяһына, хайуандарға ла хас. Ике енес араһына Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән мөхәббәт һалған. Тимәк, һөйөү – Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә дәлил. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңеленә мөхәббәтте ифрат күп итеп һалған, был атай-әсәйгә, ғаиләгә, туғандарға, илгә, тәбиғәткә, әҙәбиәткә һәм башҡаларға йылы мөнәсәбәттә сағыла. Һөйөү нигеҙендә ҡоролған ғаилә иһә – тотош йәмғиәтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең, динебеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы.
Мәғлүм ки, Исламда өйләнеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Борон был йәһәттән ата-әсәнең фекере ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш эшләнергә тейеш түгел. Ғаилә бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның ныҡлы килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.
Исламда һәр ғәмәлгә ҡарата айырым ҡанун билдәләнгән. Мәҫәлән, үҙ-ара үпкәләшеү өс көндән ашыуға һуҙылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә ки был сик уҙып кителһә, элек ауылдың өлкән йәштәге кешеләре, дини етәкселәре мәсьәләне үҙ ҡулына алып, тиҙ арала ыңғай хәл иткән. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ғаиләлә бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша. “Өммәтемдең иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға Исламда урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙы тел генә түгел, ҡул көсө аша рәнйетеү, туҡмау осраҡтары барлығы хаҡында ишетеп торабыҙ. Ә бит ғаилә – айырым дәүләт, унда ир менән ҡатындан тыш балалар йәшәй, ата-әсәһенә ҡарап тәрбиә ала. Әгәр ҙә ки өлкәндәрҙең араһы насар икән, был йәш быуындың тамырына балта менән сабыуға тиң. Ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә шаһит булып үҫкән бала үҙ “оя”һын ҡорған ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа осрар, дөрөҫ юл таба алмай ыҙа сигер. Йәштән күңел торошо, психикаһы боҙолған йәш быуын вәкиленең милләтенә, иленә, фәнгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алыуы ла шикле. Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙ үҙенең хоҡуғын белергә, ирен ваҡытында “тәрбиәләргә” тейеш. Яуызлыҡҡа, хаҡһыҙ рәүештә күрһәтелгән ҡылыҡҡа ваҡытында кәртә ҡуйыу мөһим. Был йәһәттән дәүләт яғынан да ныҡлы ҡанун, хөкөм ҡарары булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиәттең бер өлөшө, киләсәкте тәрбиәләгән төп көс. Ул урынһыҙҙан рәнйетелеп, ирекһеҙ йәшәргә тейеш түгел. Әҙәм балаһы – Аллаһ Тәғәләнең генә ҡоло. Ир менән ҡатын айырылышыу сигенә етә икән, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, уларҙы яраштырырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау — ифрат мөһим, ҙур бурыстарҙың береһе. Ул илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, күңел, тел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә насип ҡылһын. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.