Күңелендә – Салауат рухы24.02.2017
Күңелендә – Салауат рухы – Был һеҙҙең ейәнегеҙме? – тип һораным, мәктәптән ҡайтып ингән малайҙы күреп.
– Юҡ, яҡташымдың улы. Үҙе Өфөгә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына дауаланып, ял итергә китте. Балаһын ҡалдырыр кешеһе юҡ. Үҫмер баланың бер үҙенә өйҙә хәүефлерәк бит. Шуға беҙҙә торһон тинек, уның йәшендәге ейәнебеҙ ҙә бар. Былай ҙа мәктәптән һуң, ата-әсәһе эштән ҡайтҡансы, ошонда бергә уйнайҙар, дөрөҫөрәге, спорт секцияһында шөғөлләнәләр, велосипедта йөрөйҙәр.

Резеда Рәйес ҡыҙы Зарипова өсөн бындай изгелектәр ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Ул – Дүртөйлө ҡалаһының “Тереза-әсәһе”. Өйҙәрендәге теле­фон­дың тынғаны ла юҡ. Бына әле лә шылтырау тауышы ишетелеү ме­нән оҙаҡ ҡына һөйләште. Әңгәмә­ләшеүҙәренә ҡарағанда, теге яҡтағы кеше үҙен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Резеда Рәйес ҡыҙы анализдарын һораша, кәңәштәр бирә, Өфөләге табиптар менән һөйләшеп, дауаханаға урынлаш­тырырға ярҙамлашырға вәғәҙәләй.
Юҡ, ул бер ниндәй ҙә табип түгел. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла эшләмәй, әммә кем ярҙамға мохтаж, Резеда ханым менән кәңәшләшә.
Бер ни тиклем аптырабыраҡ ҡарап ултырғанымды күргәс, был хәлгә үҙе үк яуап биргәндәй итте:
– Минең һәйбәт таныштарым да, яҡын дуҫтарым да күп. Ярҙам кәрәк булһа, үҙемә түгел, ошолай яҡташтарым өсөн барып һораһам, йомошомдо кире ҡаҡҡандары юҡ, шөкөр. Шуны белгәндәр шылтырата инде. Ҡаланың “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе итеп тап уны һайлауҙары ла юҡҡа түгел.
Күренекле шағир Сафуан Әлибаевтың 75 йыллығына ҡарата Дүртөйлөләге кисәлә таныштыҡ Резеда Рәйес ҡыҙы менән. Әҙиптең ҡатыны Фәрҙиә апай һәм улы Салауат менән барғайныҡ унда. “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында матур кисә әҙерләгәйнеләр. Шунан Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында ла уҡыусылар менән шағирға арналған осрашыу үтте.
Өфөлә Башҡорт дәүләт филармо­нияһында уҙған хәтер кисәһенә лә дүртөйлөләр дәррәү килеп, Сафуан Әлибаев хаҡында матур сығыш яһап, иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин сирләп унда була алмағайным. Ошо кисәнән һуң берәү миңә шылтыратып: “Сафуан ағайҙың ҡатыны Фәрҙиә апай Дүртөйлөнәнме ул?” – тип һораны. Ысынлап та, ябай тамашасы өсөн дүртөйлөләрҙең был кисәгә килеп шағир рухына, талантына баш эйеүе ғәжәберәк тә тойолғандыр, сөнки яҡташтар ҙа түгел бит. Сафуан ағай – Салауат, ҡатыны Фәрҙиә апай Мәләүез райондарынан.
Юҡ, был – оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлыҡ сағылышы. Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙының Республика милли китапханаһында эшләгән сағы. Ә Резеда Зарипова Дүртөйлөлә ун ике йыл китапханасы була. Райондарҙан килгән отчеттар менән танышып ултырғанда ошо ханымдың яҙмалары айырыуса иғтибарын йәлеп итә Фәрҙиә апайҙың. Өфөгә килгәндә яҡындан танышып, ире Сафуандың яҡташы ла икәнлеген белгәс, аралаша башлайҙар.
– Шул тиклем дуҫлаштыҡ, хатта, баш ҡалаға уҡырға килгән улыбыҙҙы ҡала тормошона әҙерәк өйрәнеп киткәнсе бер-ике ай йәшәтеп тора алмаҫһығыҙмы икән, тип мөрәжәғәт иттек. Уҡып бөткәнсе уларҙа торҙо ла ҡуйҙы. Бер тин алманылар йәшәгән өсөн, – тип һөйләне Резеда ханым.
– Беҙҙең Салауатҡа ла иптәш булды, Рөстәмде ағай күреп үҫте, әле лә аралашалар, – тип өҫтәне Фәрҙиә апай.
Изгелектән, иғтибарҙан башланған дуҫлыҡ ғүмерлеккә була. Дүртөйлөгә йыш ҡунаҡҡа, осрашыуҙарға йөрөй Әлибаевтар. Юбилей кисәләрен дә ойошторалар. Сафуан ағайҙы ла, аҙаҡ көтмәгәндә арабыҙҙан киткән Фәрҙиә апайҙы ла һуңғы юлға оҙатышырға килә Зариповтар.
Резеда Рәйес ҡыҙы, Салауат батырҙың тыуған яҡтарынан булғанғамы икән, үҙе лә рухлы, һәр ваҡыт халыҡ араһында, рухи, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Ун ике йыл район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләгәндә саралар ойоштороуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Әле лә уның әүҙем ағзаларының береһе. Дүртөйлөнән сыҡҡан күренекле шәхестәр менән гимназияларҙа осрашыуҙар ойоштор­һонмо, улар хаҡында радиола, телевидениела, матбуғатта күрһәтеүҙе хәстәр­ләһенме – барыһына ла өлгөрә.
Ҡарап торһаң, ҡулынан килмәҫтәй бер эш тә юҡ кеүек. Яңыраҡ, мәҫәлән, Дүрт­өйлө районында тыуып үҫкән күренекле актриса Илһөйәр Ғәзетдинованың Башҡорт дәүләт академия драма театрында юбилейы булып үтте. Яҡташтарына теләк­тәшлек күрһәтер өсөн Резеда Рәйес ҡыҙы Дүртөйлөнән бер автобус тулы тамашасы алып килеп кенә ҡалмай, үҙенең бер айлыҡ пенсияһына 38 билет һатып алып, Өфөләге таныштарына, дуҫтарына бүләк итеп таратып сыға. Ә ул көндә тарихта булмағанса шундай күп ҡар яуып, баш ҡала урамдарында автобустар бер туҡталыштағы араны бер сәғәт үтеп, Өфө тамашасылары ла хатта театрға бара алмай ҡалды.
Балалар баҡсаларында үткән “Һабан­туй”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Шәжәрә”, “Кәкүк сәйе”, “Науруз байрамы” кеүек башҡорт фольклорына нигеҙләнеп саралар ойошторолғанда ла береһенән дә ҡалмай, кәңәше менән ярҙам итеп тора Резеда Зарипова.
– Дүртөйлөгә килеп йәшәй башла­ғаныма 44 йыл инде хәҙер. Башҡортса ла, татарса ла һөйләшәм. Район кимә­лендә үткән бер генә байрам, конкурс, фес­тивалдәрҙән дә, күренекле шәхес­тәребеҙҙең юбилей, хәтер кисәләренән дә ҡалғаныбыҙ юҡ. Киленебеҙ – Бөрйән ҡыҙы Вероника Анатольевна Зарипова – Назар Нәжми исемендәге гимназияла башҡорт теле уҡытыусыһы. Кәңәштәрем уға ла ярап ҡала.
Резеда Рәйес ҡыҙы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылдан. Бына ҡайҙан икән ундағы рухи көс, илһам! Китапханала эшләгән йылдарында уҡыу залында бер үк ваҡытта 150-шәр бала ултыра. Уларҙың һәр береһенә кәрәкле әҙәбиәтте, энциклопедияларҙы табып бирә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыр, китапҡа һөйөү уятыр өсөн төрлө саралар ойоштора. Хәйер, ул замандарҙа Интернет тормошобоҙға килеп инмәгәйне бит әле, балалар өҫтәмә белемде, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты китапханаларҙан тапты.
Бала саҡтан юрист һөнәре хаҡында хыялланған ҡыҙ Алабуғаға документтарын ебәрһә лә, унан “егеттәрҙе генә алабыҙ” тигән яуап килә, һөҙөмтәлә ул башҡа уҡыу йорттарына документтарын тапшырырға һуңға ҡала. Ике-өс йыл эшләп алғандан һуң ғына Өфөләге 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Ә II курста Илешкә практика үтергә килгәс, шунда буласаҡ йәмәғәте Салауатты осрата. Шулай итеп, Салауат ҡыҙы Салауат атлы егет менән яҙмышын бәйләй. Ирен төрлө районға күсереп йөрөтөүҙәре сәбәпле, Нефтекамала, Ҡалтасыла ла эшләп алырға тура килә. Дүртөйлөлә иренә эш булғас, ошонда төпләнәләр. Рөстәм исемле ул, Гөлназ исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Китапхананан һуң әүҙемлеген, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа оҫталығын күрһәткән Резеда Рәйес ҡыҙын район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡыралар. Шулай итеп, бында хаҡлы ялға киткәнсе 20 йыл мәҙәни тормош менән ҡайнап йәшәй. Бәлки, көсө ташып торған ханым һаман да эшен ташламаҫ ине әле, һуңғы биш йылда ауырыу әсәһен тәрбиәләй. Өс йыл түшәктә ятҡан ҡәҙерле кешеһенә бар хөрмәтен күрһәтеп һуңғы юлға оҙата.
Резеда Рәйес ҡыҙының тормош юлын барлап, башҡарылған эштәре хаҡында теҙеп һөйләгәндә, ситтән ҡарағанда барыһы ла ал да гөл кеүек, ләкин башҡа яҡтан килгән башҡорт ҡатынына үҙ кеше булып китеү еңел генә бирелмәй. Мәҫәлән, Дүртөйлөлә Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы асылғас, ҡурай класын да ойошторорға ҡарар итәләр. Шул саҡта бер ханым Резеда Рәйес ҡыҙына: “Тарихи татар ерен башҡорттоҡона әйләндерергә уйлайһығыҙмы?” – тип ҡаршы төшә. Әлбиттә, үҙ тарихын белмәгән, боронғо башҡорт ерендә йәшәп ятҡан был кеше менән бәхәсләшеүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлай Резеда Рәйес ҡыҙы, шуға һүҙҙе ҡуйыртып тормай, әммә барыбер гимназияла ҡурай класын асыуға өлгәшәләр. Өфөнән Илсур Йосопов исемле ҡурайсыны саҡырып килтерәләр.
15 йыл уңышлы эшләй был класс. Резеда Рәйес ҡыҙының ейәне Әнүәр ҙә шунда йөрөй. Гимназияға килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп ихатаһынан уҡ ҡурай моңдары менән ҡаршы алалар. Йәл, Илсур Йосоповтың ҡатынын Өфөгә эшкә алғандар. Ғаилә күсеп китергә мәжбүр булған. Шулай ҙа был мәсьәләне лә хәл итерҙәренә ышаналар.
Мәҙәниәтте үҫтереү, рухи традиция­ларҙы һаҡлау, милли йолаларҙы тергеҙеү, халыҡ педагогикаһы өлгөләрен дауам итеү ҡоро һүҙ генә түгел, ә аныҡ эштәр менән нигеҙләнә.
– Дүртөйлө халҡы сәмле ул, – ти Резеда Рәйес ҡыҙы. – Бер-береһе менән ярышып эшләйҙәр, уңғандар. Мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәсим Ямалетдинов, хакимиәт башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәсәнов, ә инде ҡала һәм район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин хаҡында әйтеп тә тораһы юҡ – һәр береһе эшләйем тигән кешегә ярҙам итергә генә тора. Уларҙан “юҡ”, “ярамай”, “кәрәкмәй” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнебеҙ юҡ, һәр тәҡдимде хуплап алалар.
Бер көн дә эшһеҙ тора алмай Резеда Рәйес ҡыҙы. “Ағинәйҙәр ҡоро”ндағы 12 ағзаһы менән балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, мәҙәниәт усаҡтарында, китапханаларҙа төрлө саралар ойошторорға өлгөрәләр, ауыл хакимиәттәре, колхоз рәйестәре менән һөйләшеп уртаҡ тел таба алалар. Ғүмер буйы урман хужалығында эшләгән тормош иптәше Салауатҡа, балаларына, ейәндә­ренә терәк-таяныс булып, гөрләтеп баҡса үҫтереп, тәҙрә төптәрендә сәскәләрҙең күп төрөн тәрбиәләп, ихатаһын гөллә­мәләргә күмеп йәшәй тынғыһыҙ ханым. Салауат рухы, Рәми рухы шулай йәшәтәлер уны.


Вернуться назад