БашВики ишеге асыҡ: барыһы ла “фронтҡа” яҙыла!24.02.2017
Уҙған шәмбелә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре уҙған йылға йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар билдәләү маҡсатында сираттағы йыйынын үткәрҙе. Был көндө һайлау юҡтан түгел: 1923 йылдың 18 февралендә, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ярашлы, Башҡорт телен ғәмәлләштереү буйынса үҙәк комиссия ойошторола, ул әҙәби телде булдырыу мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә. Өҫтәүенә, 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Шуға ла Башҡорт википедистары ошо ваҡытты һайланы ла инде.
Вики-осрашыуҙа барлығы 26 кеше ҡатнашты, шуларҙың алтауһы виртуаль энциклопедияға күптән түгел генә теркәлеп, эш алымдарын үҙләштерһә, бер нисә кеше танышыу маҡсатында килгәйне. Йәш ағзалар википедистар сафына тантаналы ҡабул ителһә, ҡыҙыҡһынып килгән илһөйәр һәм телһөйәрҙәр ҙә Башҡорт Википедияһының ирекмәндәр сафында ҡалырҙар тигән өмөт уятты. Шулай уҡ көҙгө-ҡышҡы миҙгелдәрҙә үткән конкурс-марафондар һөҙөмтәләре билдәләнде, бүләктәр тапшырылды. Сараның иң көтөлмәгән мәле, моғайын, әүҙем төбәктәрҙә вики-клубтар ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлегенә йән өрөү маҡсатында Сибай ҡалаһы, Бөрйән һәм Өфө районы ирекмәндәренә ноутбуктар тапшырыу булғандыр.
Тантаналы өлөштән һуң ирекле аралашыуҙа һәр кем үҙен борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, тәжрибә уртаҡлашты, уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Сәй табынынан һуң бер төркөм википедистар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына “Нәркәс” спектакленә юлланды. Был мәҙәни сара ла нигеҙһеҙ ойошторолманы – Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре махсус рәүештә билетты үҙ аҡсаларына һатып алып: “Башҡорт мәҙәни сараларына билет алып йөрөйөк, саҡырыу ҡағыҙы көтөп ултырмайыҡ!” – тигән оран ташлай. Ысын илһөйәр булған милләттәштәр, милли мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөн индерергә теләгәндәр тәҡдимде күтәреп алыр, миңә төбәп әйтелмәгән бит, тип иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫ, моғайын.
Илһөйәр тигәндән, ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты “Виртуаль фронт” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһын иғлан итте. Ул сентябргә тиклем барасаҡ һәм “Интернеттағы иң популяр энциклопедияны – Википедияны Рәсәй халҡының ҡаҙаныштары һәм ҡаһарманлыҡтары тураһындағы тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт” менән тултырыу маҡсатын ҡуя. Әлбиттә, бында, тәү сиратта, рус телле сегмент ҡына күҙ уңында тотола, әммә Башҡорт Википедияһы ла башланғысты үҙ файҙаһына бороп, башҡорт телендәге виртуаль энциклопедияны тулыланды­рырға, “Советтар Союзы Геройҙары”, “Социалистик Хеҙмәт Геройҙары”, “Рәсәй Федерацияһы Геройҙары”, “Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙары” темаһына мәҡәләләр яҙырға тәҡдим итә. БашВики хакимы Рөстәм Нурыев әйтеүенсә, “бөгөн был темалар башҡорт бүлеге өсөн көн үҙәгендә тора. Әгәр фронт һыҙығына мәктәп уҡыусылары, студенттар баҫһа, Википедияның башҡорт бүлегендәге мәҡәләләр һаны ике тапҡырға артыуы ихтимал. Икенсе яҡтан, йәштәр ил, республика, туған яҡ тарихын тағы ла яҡшыраҡ белеп ҡаласаҡ”.
Әле Башҡорт Википедияһы ирекмән­дәре сафында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бөгөн ҙур иғтибар бирелә, белем биреү усаҡтарынан был йүнәлеш буйынса даими отчет һорайҙар. Ҡабаттан велосипед уйлап сығарырға түгел – әҙер проектҡа ҡушылып, тәжрибәле википедистар менән бәйләнешкә сығырға, тиҙ арала фронтты киңәйтергә һәм һәр яҡҡа ла файҙалы эш менән шөғөлләнергә генә ҡала. Бары тик берләшеп, бер йүнәлештә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Башҡорт Википедияһы илһөйәрлек сағылышының асыҡ миҫалы ул. Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы килешеүгә 100 йыл тулыуҙы байрам итеү хаҡындағы Рәсәй Президентының Указы булыу менән Башҡортостанға ҡағылышлы мәҡәләләр яҙыу буйынса 100-әр көнлөк биш этаптан торған “Башҡортостан 100” супер-марафоны иғлан ителгәйне. Былтыр уның беренсе этабы үтһә, 21 февралдә икенсе этабы башлана.
Марафон нимәһе менән үҙенсәлекле: унда башҡорттар ғына түгел, Википе­дияның башҡа тел бүлектәре ирекмәндәре лә ҡатнаша. Тимәк, Башҡортостан, башҡорттар, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәни­әте, әҙәбиәте, брендтары тураһында мәғлүмәт күберәк кешегә тарала, улар башҡа телдәрҙә пропагандалана, популярлаштырыла. Был яңғыра­уыҡ­лы һүҙҙәр генә түгел, һандар ҙа, һөҙөмтәләр ҙә шуны раҫлай: һуңғы йылдарҙа Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлегенең абруйы Рәсәйҙә һәм донъя кимәлендә ныҡ артты.
Башҡорт Википедияһын башҡорттар менән бергә рус, лезгин һәм украин милләтле ирекмәндәр ҙә тулыландыра. Бер йыл эсендә генә 1856 яңы мәҡәлә ҡуйылған! Бынан тыш, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Рәсәйҙә берҙән-бер танылған юзер-төркөм һәм башҡа тел бүлектәре үҙ эшмәкәр­лектәрендә даими рәүештә беҙҙең тәжрибәгә таяна, аҙымдарын башҡорт­тарға ҡарап үлсәй, кәңәшләшә.
Ҡыҫҡаһы, илһөйәрҙәргә, телһөйәрҙәргә – милләт өсөн ниндәй ҙә булһа файҙа килтерергә теләгәндәргә лә, хатта зарланырға яратыусыларға ла Башҡорт Википедияһында урын етерлек – бары тик интеллектуаль фронттың алғы һыҙығына баҫып, виртуаль энциклопедияны тулыландырыусылар сафын арттырып, көн һайын күҙгә күренгән хаталарҙы юҡ итеүҙе маҡсат итеп алырға һәм алға барырға ғына кәрәк! БашВики ишектәре ирекмәндәр өсөн һәр саҡ асыҡ: “виртуаль фронт”ҡа яҙылырға ашығығыҙ!


Вернуться назад