Һөнәр һайлай беләһеңме?24.02.2017
Һөнәр һайлай беләһеңме? Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты вәкилдәре Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреү курсын индереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Уларҙың фекеренсә, бөгөн хеҙмәт баҙарында ихтыяж булмаған һөнәрҙәрҙе һайлаған йәштәр бик күп.
Мәҫәлән, юрист һәм иҡ­ти­сад­сы һөнәрен һайлау­сылар бихисап, шул уҡ ва­ҡыт­та илдә инженер һәм эш­се кадрҙарына киҫкен ҡыт­лыҡ күҙәтелә. Мәғариф ми­нистрлығында мөрәжә­ғәтте ҡарарға, шулай уҡ уҡыу­сы­лар­ға һөнәри йүнәлеш биреү сис­темаһын үҫте­рергә әҙер­ҙәр.
Йәштәр парламенты рәйесе, депутат Наталья Кувшина мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева исеменә хат ебәрҙе. Унда депутат ошо уҡ мәсьәләне күтәрә. Ул билдәләүенсә, бындай идея Йәштәр парламенты тарафынан һөнә­ри йүнәлеш буйынса ил күләмендә тест үткәргәндән һуң барлыҡҡа килде.
– Беҙ VIII – XI класс уҡыу­сылары өсөн тест үткәр­ҙек һәм шундай һығым­таға килдек: хеҙмәт баҙарын­да юрис­тар, иҡтисадсылар ар­тыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бала­ларҙың күпселеге үҙҙә­рен тап ошо өлкә­ләрҙә күрә, – тине Наталья Кувшина.
Депутаттың фекеренсә, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош тураһында хәбәрҙар түгел. Егет һәм ҡыҙҙар юғары уҡыу йортон тамамлауға ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж булыуын улар белмәй. Мәғариф министры Ольга Василье­ваға ебәрелгән хатта мәктәптә һөнәри йүнәлеш биреүҙең бер нисә алымы тәҡдим ителә. Тәүгеһе – айырым махсус дәрестәр. Улар өсөн үҙенсәлекле методик программа эшләнә­сәк. Әммә уҡытыусылар һәм психологтар мәктәп про­грамма­һының тығыҙлығы, дәрес­тәр теҙмә­һенә өҫтәмә индереп булмау хаҡында даими һүҙ алып бара. Әммә парламен­та­рийҙар альтернатив алымдар тәҡдим итмәксе.
– Программала технология дәре­се бар. Был дәрес­тә балаларға сыйырсыҡ ояһы эшләргә өйрәтеүҙән тыш, ихтыяж булған һөнәр­ҙәр хаҡында мәғлүмәт биреү ҙә артыҡ булмаҫ ине. Аныҡ миҫалдарға таянып иретеп йәбештереүсе, слесарь, инженер һәм башҡа профессиялар тураһында ла һөй­ләргә мөмкин, – тине депутат.


Вернуться назад