Һалдат икмәге22.02.2017
Кирза тауыштары тынғас, тынлыҡ урынлашҡандай булды. Уныһы, өҫтәүенә, күңелгә шом һалып ҡуйҙы. Бары ямғырҙың һуңғы тамсылары ғына ара-тирә тереклек индерә ине. Ә бер аҙҙан сержант та, ҡулындағы ҡоралдарын ҡараштырған һалдаттарға күҙ төбәп, телгә килде:
– Беҙҙең маҡсат: һеперткеләрегеҙ менән ошо күләүектәрҙе һеперергә. Эшкә!
Әрмеләге учебка тигәнең нисектер ошолай башланып китте. Тик аптырайһы күренештәр бының менән генә тамамланмағайны. Һуңғараҡ ошо уҡ һеперткеләр менән ағастарға япраҡ ҡойошорға ярҙамлаштыҡ. Был эштә иһә һикерә-һикерә ботаҡтарға һуҡҡыланыҡ. Йәнә көн һайын иртәнге зарядкалар, йүгереү, һикереүҙәр сиратлашты. Күпмелер ваҡыттан турник менән бөтөнләй дуҫ булмағандар ҙа әллә нисәнсе рәттән күтәрелде. Ни менән генә шөғөлләнһәк тә, беҙ йонсорға тейеш инек. Шуның арҡаһында хатта, сафта алдыңда торған иптәштең арҡаһына башты терәп, аяғөҫтө йоҡларға ла өйрәнелде.
Ара-тирә ултырып алыуҙар ҙа тәтене. Ул арала инде кемде нисек оҙатып ҡалғандары хаҡында һөйләштек. Берәүҙе, ана, вертолетҡа ултыртып ебәргәндәр хатта. Себерҙәге был төпкөл ауылдан башҡаса сығып та булмай икән, ләкин әрмегә саҡырыу повесткаһы унда ла барып тапҡан чукча егетен.
Иң серле ризыҡ иһә һалдат ашы булып сыҡты. Уға учебка бөткәс тә төшөнөүсе булмағандыр, моғайын. Бына, теҙелешеп ашханаға бараһың да кеүек, ниҙер ашайһың да шикелле... Ә строевой менән кире казармаға еткәндә, ауыҙға бер ни ҡапмағандай эсең буп-буш тойола. Тағы үлтереп ашағы килә. Ярар йүнле аҙыҡ эләкһә әле. Консерваланған кәбеҫтә булһа, бөтөнләй бөттө баш. Ашханаға кереү менән үк еҫе күҙҙе ҡырҡа башлай.
Ә ашарға кәрәк ине. Шуға ла егеттәр яйлап төрлө мутлыҡтарын уйлай башланы. Күп осраҡта икмәк телеүсегә барып, бер нисә дана тәмәкене күмәскә алмаштырҙыҡ. Тик “Ашауҙы туҡтатырға! Торҙоҡ! Сығабыҙ, теҙеләбеҙ!” тигән команданан һуң артыҡ хәрәкәт туҡтап ҡала. Артабан ишеккә табан ыңғайлайһың.
Бер көн шулай өҫтәлдәргә ҡарай-ҡарай сығыу яғына атлай инек. Тик бер “дед” алдараҡ барған иптәште ситкә һөйрәтеп үк сығарҙы:
– Кителеңде ысҡындыр!
Барыһы ла туҡтап быларҙы күҙәтергә кереште. Ә егет теләр-теләмәҫ кенә төймәләрен ысҡындырыуға, бер буханка ҡара икмәк тә килеп сыҡты. Ике метрҙай буйлы һалдат бөкөрәйеп, тәпәшәйеп ҡалды. Күҙҙәре сылт-сылт йомолдо, “дед” тигәнең бороп сығарғас, “ҡотолдом” тип уйлағандыр... Ләкин казармаға ингәс тә взводты теҙҙеләр. Ҡулдарҙы алға һондороп, ярым сүгергә ҡуштылар. Алға был егетте сығарып, йомшаҡ ултырғысҡа ултырттылар. Бер ҡулына – баяғы ҡара икмәге, икенсеһенә ике литрлыҡ газ һыуы тотторолдо.
– Һин ашап бөткәнсе, шулай “полтора” торасаҡтар. Әйҙә, башла!
Һалдат икмәкте ҡапты ла һыуҙы йотто. Тағы ҡапты, тағы йотто. Әле бер ҡулын ауыҙына килтерҙе, әле икенсеһен. Ярты буханкаға еткәс, взвод тауыш ҡуптара башланы:
– Әй, нимә яйлайһың! Шәберәк аша! – асыуҙан хатта йөҙҙәре бүртеп сыҡты. – Туҡмаласаҡһың һуңынан!
Егет тырышты. Күҙен йомоп әле икмәкте ҡапты, әле һыуҙы йотоуын дауам итте. “Тиҙерәк, туҡмалаһың, яйлама” тигән тауыштар яңғырай торҙо, ләкин һәр хәрәкәте һайын икмәкте йотоу ауырлашты. Һуңғараҡ, бөтөнләй, ҡаба ла башын күтәреп туҡтап ала башланы. Ә бер аҙҙан шулай ҡатып ҡалды. Урынынан торҙо ла йыуыныу бүлмәһенә йүгерҙе...