Марс Рафиҡов 1968 йылда Бәләкәй Үтәш ауылында тыуған. Үзбәк урта мәктәбен тамамлағас, биш ай Өфөлә автомәктәптә уҡый. Киләһе йылына көҙгә 18 йәшлек егет Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Төркмәнстанда учебкала булғандан һуң, разведрота составында Афғанстан еренә аяҡ баҫа.
– Афғанға “учебка”ны бергә үткән 20-ләп Башҡортостан егете оҙатылғайныҡ, әммә бында килгәс, иптәштәр менән юлдарыбыҙ айырылды – бер-беребеҙ менән күрешеү насип булманы, – ти яугир.
Бында көнө-төнө һуғыш бара. Ҡайҙа ҡарама – ҡан ҡойош, мәхшәр. Ҡот осҡос хәлдәр 18-19 йәшлек кенә егеттәрҙең йөрәгенә мәңгелеккә уңалмаҫлыҡ яра һала. Был һуғыштан алған йән, ҡайһыларының тән яралары әленән-әле һулҡылдай, һыҙлай.
Уларҙың батальоны Пакистанға яҡын урынлашып, бурыстары унан ҡорал сығарған бандиттар каруандарына ҡаршылыҡ күрһәтеү була. Мөжәһиттәр уяу – һәр ерҙә һалдаттарҙы дошман ҡуйып киткән миналар һағалай, көтмәгәндә уйламаған урындан ут асыуҙары ла ихтимал. Әммә Афғанстан еренә тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында индерелгән совет һалдаттары уларға ҡаршы батырҙарса көрәшә, Тыуған ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы үтәй. Улар араһында Марс Булат улы ла бар.
Марс шулай уҡ яуҙаштары – ҡыҙыу нөктәләрҙә булып ҡайтҡан ауылдашы, күрше ауылдарҙан яугир-афғансыларҙы ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды. Нәүфил Сәйғафаров Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, Радик Шәрипов, Зиннур Иҙрисов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында батырҙарса һәләк була, Оло Үтәштән Рәзит Кәримов, Марат Шәрипов, Рәүеф Кинйәбаев, Үзбәктән Тимерйән Шәрипов, Мөхәмәт Үзбәков, Заһир Ғәзизов та сит ерҙә бурысын намыҫ менән үтәгән.
Һуғыш уты эсенән иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан егет тыныс тормошта ла һынатмай. Ауылда төпләнергә ҡарар итә Марс, Рима исемле һылыуға өйләнә. Өс тиҫтә йылға яҡын иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы “Ағиҙел” колхозы тимерлегендә, урмансылыҡта, мәктәп ҡаҙанлығында эшләй. Ҡатыны – ашнаҡсы, баҫыу эштәре барышында колхозсыларҙы тәмле аштары менән һыйлай. Өс бала тәрбиәләп үҫтерә Рафиҡовтар. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Марс Булат улы менән Рима Биктимер ҡыҙы – ике ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе лә. Алһыуҙары Өфөлә эшләп йөрөй, улдары Мансур Өфө авиация техникумында уҡый. Үҙ көстәре менән иркен, матур йорт һалып ингәндәр. Тыштан да, эске яҡтан да заманса итеп биҙәлгән күркәм йорттары ауыл йәме булып ултыра, хужаның да, хужабикәнең дә егәрлелеген, бөтмөрлөгөн күрһәтә.
Марс Рафиҡов туҙанлы эҫе һуҡмаҡтарҙан юҡҡа үтмәүен, тау-таш онталған һуғыш ғәрәсәтенән иҫән ҡайтыуын яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул итеп йәшәһә лә, унда башын һалған яуҙаштары, үҙәккә үтерлек афған ҡояшы аҫтында тамсылап эскән һыу, интернациональ бурыс хаҡында уйланыуҙар һәр саҡ уның йөрәгендә. Ул Афғанстанда булғаны өсөн бер ҙә үкенмәй:
– Тормош мәктәбе үттем, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәндем. Ниндәй генә хәлгә тарыһаҡ та, совет һалдаты намыҫына тап төшөрмәнек. Армияла хеҙмәт итеү – һәр бер ир-егеттең изге бурысы, элек унда барыу ҙур ғорурлыҡ ине, хәҙер ҙә шулай булып ҡалһын ине, – ти яугир-интернационалист.