Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы-2012” төбәк-ара конкурсы дауам итә. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән килгән һөнәр эйәләренең ҡатнашыуы ла бәйгенең дәрәжәһен, мәртәбәһен арттырҙы, кимәлен күтәрҙе.
Конкурс — оҫталыҡҡа, профессионаллеккә һынауҙан тыш, тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙаны ла. Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы етәкселәре менән осрашыу, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында булыу, хеҙмәттәштәр менән фекер алышыу тәьҫораттары оҙаҡ йылдарға етәсәк әле.
Уҡытыусылар бәйгенең тәүге этабында “Үҙем менән таныштырыу”, “Инновациялы педагогик проект менән уртаҡлашыу”, “Оҫталыҡ дәрестәре” конкурстарында имтихан тотто, “Минең педагогик инаныуым” темаһына лекция менән сығыш яһаны. Күрше төбәктәрҙән килгән уҡытыусыларҙа ла ярыш сәме, үҙ-үҙеңде раҫлау, еңеүгә ынтылыш көслө икәнлеген яҡшы тойҙоҡ. Алыҫ араны яҡын итеп килгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы үҙҙәренең намыҫ эше тип иҫәпләгән, халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған тел байлығын һаҡлаған милләттәштәребеҙгә рухи көс, уңыштар теләйбеҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.