Һалдат ҡайтты23.02.2017
Һалдат ҡайттыБөйөк Ватан һуғышында Ишәй ауылынан 325 ир-егет ҡатнаша. Уларҙың 163-ө һәләк була, 12-һе хәбәрһеҙ юғала. Яу яланында ятып ҡалғандар араһында Хәбулла Тимербулатов та бар. 170-се уҡсылар дивизияһы һалдаты Псков ҡалаһы янында ҡулында мылтығын тотҡан көйө батырҙарса йән бирә. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Һәйкәл” (“Обелиск” ) эҙләү отряды командиры Рәфил Заһретдинов белдерә.
Хәбулла Абдулла улының мәйете 2015 йылдың майында табыла. Ҡыҙылармеецтың медальоны тышлығында “Ишәй, Маҡар районы” тигән яҙыуҙар төҫмөрләнә…
– Әсәйем уны ғүмеренең аҙағынаса көттө, “ҡайтһа, тәҙрә янына ултыртып, көнө буйы һоҡланыр инем” тип әйтә торғайны, тик, үкенескә ҡаршы, атайым менән дә, дүрт ағайым менән дә күрешергә яҙманы, – яугирҙең ҡыҙы Мөнирә апай һөйләгәндәрҙе тетрәнмәй тыңлау мөмкин түгел.
Шулай ҙа… Хәбулла Тимербулатовтың үҙенә тыуған тупрағына аяҡ баҫырға яҙмаһа ла, уның рухы, даны, ә күптән түгел, йылдар аша булһа ла, табуты ла ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышы батыры юғары хөрмәт менән ауылында ерләнде. Ғәзиз тупрағында тыныс йоҡо тапһын инде яугир рухы.


Вернуться назад