Композитор иҫтәлегенә...22.02.2017
Баш ҡалабыҙҙа Салауат Низаметдиновтың тыуған көнөндә уның “Ай тотолған төндә” операһын күрһәтәсәктәр. 3 мартта мәшһүр башҡорт композиторына 60 йәш тулыр ине.
Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса бер йыл элек Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының музыкаль етәксеһе һәм баш дирижеры Артем Макаров тарафынан тергеҙелде. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Рөстәм Ғәлиев. Тәңкәбикә ролен – Светлана Арғынбаева, Дәрүиште – Раил Кучуков, Зөбәржәтте – Аида Ғәбделхаҡова, Аҡъегетте – Владимир Орфеев, Шәфәҡте – Гөлнур Нарынбаева, Диуананы Илгиз Хәкимов башҡара.
Композиторҙың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы республикала башҡа саралар ҙа үтәсәк. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе – уның исемен йөрөткән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында музей асылыу. 10-11 мартта шулай уҡ Салауат Низаметдинов исемендәге асыҡ республика йәш вокалистар конкурсы уҙғарыла.



Вернуться назад