Ҡайнар йөрәкле балалар22.02.2017
Ҡайнар йөрәкле балалар Шаран районынан 12 йәшлек Валерий Алеев “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысының лауреаты булды. Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев алты федераль округтан ете йәш батырға “Ғәҙәттән тыш хәлде һәм/йәки тирә-яҡтағылар өсөн үлемесле хәүефте еңеп сығыу” номинацияһында “Ҡайнар йөрәк” билдәһен тапшырҙы.
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең үҙегеҙгә генә хас батырлығығыҙ, героик тарихығыҙ бар, әммә барығыҙҙы ла изге күңеллелек, кеше хәлен уртаҡлаша белеү һәм ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар берләштерә, – тине министр.
2016 йылдың июлендә Валерий Алеев атаһы менән урманға бара. Траш саҡҡандан һуң атаһы аңын юғалта. Ҡалаҡ һөйәге һынған үҫмер баҙап ҡалмай, рулгә ултыра һәм атаһын дауаханаға килтерә. Табиптар әйтеүенсә, Валерийҙың ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һөҙөмтәһендә атаһының ғүмере һаҡлап ҡалына.
Наградалар тапшырғанда Владимир Колокольцев йәш батырҙарға, уларҙың ата-әсәһенә, уҡытыусыларына рәхмәт әйтте.
– Улар һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, – тине ведомство башлығы.


Вернуться назад