Сиратты урап үтеп булмай30.03.2012
Белорет районынан Нурулла Миһранов редакцияға Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе 90 йәшлек Хөснийыһан Янышеваның торлаҡҡа мохтажлығы хаҡында яҙғайны. Унда 36 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған тыл ветеранының 1900 йылда төҙөлгән, утын яғып йылытылған йортта йәшәүе бәйән ителгәйне. Хатты Белорет районы хакимиәтенә ебәрҙек һәм түбәндәге яуапты алдыҡ.
“Белорет районы хакимиәтендә Инйәр ауыл Советының Манышты ауылынан Н. М. Миһрановтың Х. Ғ. Янышеваның торлаҡ мәсьәләһе буйынса “Башҡортостан” гәзитенә ебәргән мөрәжәғәте ҡаралды.
Шуны хәбәр итәбеҙ: Белорет ҡалаһында социаль яллау килешеүе буйынса торлаҡ Белорет районы хакимиәтендә сиратта тороусыларға тик сират тәртибендә бирелә. Мохтаждар сиратҡа (дөйөм майҙаны бер кешегә 12 квадрат метрҙан кәмерәк булғанда) ҡуйыла.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 52-се статьяһындағы 3-сө өлөшкә ярашлы, торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә алыу граждандарҙың йәшәгән урыны буйынса биргән ғаризаһы нигеҙендә алып барыла. Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы Инйәр ҡасабаһында йәшәгәс, биләгән майҙаны 12 квадрат метрҙан кәмерәк икән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ Инйәр ауыл хакимиәтендә иҫәптә тора ала.
Ведомство-ара комиссияның 2011 йылдың 28 сентябрендәге 61-се һығымтаһына ярашлы, Инйәр ҡасабаһының Белогуров урамындағы 10-сы йорт йәшәү өсөн яраҡлы. Әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, Инйәр ауыл Cоветы хакимиәтенең уны социаль яллау килешеүе буйынса торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыуы өсөн нигеҙ юҡ.
Район хакимиәте башлығы В. Г. Миронов”.


Вернуться назад