– Арыҫланды һин атланып ҡара,
Эйәләтеп ҡара ҡулыңа!..
Башҡорт егетенең айбарлығын
Тәфсир итәм кескәй улыма.
Ҡурҡып түгел, арыҫландай йөрәк
Типкән өсөн Урал затында,
Бар тереклек уға ҡарап торған,
Тотош ҡәүем торған артында.
Мәғрур Урал мәңге йәшәһен тип,
Мәңге йырлаһын тип ҡаялар,
Изге яуға сыҡҡан олатайҙар,
Йөрәк-ҡалҡан тотҡан ағалар.
Ихтилалдар тотош илдә барған,
Ғәскәр булып халыҡ тупланған.
Яугирҙәрҙең йөрәгендә ул саҡ
Ерем – иман тигән ут янған!
Бер ҡулына улар тиҫбе тотһа,
Бер ҡулында булған ҡылысы.
Ата-бабаң ҡаны һуғарған ер,
Урал тигән донъя ул ошо!
Һәр бер яуҙа улар алда барған,
Һәр һуғышта – илдең ҡалҡаны.
Аты,
Заты,
Уҡ-һаҙағы үҙе
Бөтә Ергә уны данланы.
...Әкиәттәй итеп тыңлай улым
Быуат төпкөлөнөң тарихын,
Һин үҙең дә улар затынан, тим,
Һин үҙең дә Урал вариҫы.
Бөгөн дә бит яуҙар тынғаны юҡ,
Башҡорт яугирҙәре гел сафта.
Алыҫ илдең әсәһенең зары
Тетрәндереп мине уята...
Ни хәлдәрҙә халыҡ ул яҡта,
Яҙмышың ник ҡанлы, ҙур Ватан?!.
Яугир ҡото ҡайнай ҡаныбыҙҙа,
Ватан өсөн йәшәй уландар.
Ергә һөйөү хисен олатайҙар
Көмбәҙҙәргә йырҙай уйғандар.
Милләт кендегенә бәйләнһен дә
Бата булһын халыҡ мираҫы,
Һәр беребеҙ улар затынан бит,
Һәр беребеҙ Урал вариҫы!
“1812 йылғы Ватан һуғышында Башҡортостан 16 йәшен тултырған бөтә ир-егеттәрен атҡа мендереп, ҡулына ҡорал тоттороп яуға ебәргән. Бөйөк Ватан һуғышында ла шулай булған. Бына беҙ ошоноң менән ғорурланырға тейешбеҙ...”(Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһындағы сығышынан).